Вологда ағас архитектураһы
Вологда ағас архитектураһы — рус. Волого́дское деревя́нное зо́дчество - Вологда ағас архитектураһындағы стиль һәм йүнәлештәр йыйылмаһы, XVIII быуат аҙағы - XX быуаттың тәүге сиреге ағас йорттар ансамбле.
Вологда ағас архитектураһы | |
Дәүләт | Рәсәй |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Город Вологда[d] |
Урын | Вологда |
Вологда ағас архитектураһы Викимилектә |
Тарихы
үҙгәртергәВологда Рәсәйҙәге ҡала ағас архитектураһының яҡшы һаҡланған, бай һәм ҡабатланмаҫ мираҫына эйә. XXI быуат башында Вологдала 105-тән 170-кә ҡәҙәр ағас архитектура ҡомартҡылары һаҡланған. Вологдала XIX - ХХ быуат башындағы барлыҡ төр - дворян, сауҙагәр һәм мещан ҡатламдарының ағас йорттары, ә архитектура стилен алғанда — классицизм, ампир һәм модерн үрнәктәре һаҡланған.
XIX быуат аҙағында - XX быуат башында ҡалала "вологда тибы" тип аталған ағас йорттоң үҙенә башҡа бер төрө формалашҡан - ике ҡатлы йорт, формаһы буйынса - ишек алдына һуҙылған болдоро өҫтөндә мөйөшлө лоджия эшләнгән параллелепипед.
Совет осоро
үҙгәртергәАғас йорттар төҙөлөшө 1917 йылдан һуң туҡтай. Шулай булһа ла, XX быуат урталарына тиклем ағас төп төҙөлөш материалы булып ҡала. Был осорҙоң ағас архитектураһының күренекле ҡомартҡыһы - тимер юлсылар Мәҙәниәт һарайы, 1927 йылда Art Nouveau стиле элементтары менән төҙөлгән.
ХХ быуаттың икенсе сирегендә төп төҙөлөш төрө - ағас барактар. Конструктивизм элементтары был осорҙа төҙөлгән йорттарҙа осраштыра. Был стиль элементтары булған ағас йорттарҙың ҡатмарлы төҙөлөшөнөң миҫалы - Етен комбинаты ҡасабаһы (1930 - 1940)
Хәҙерге торошо һәм һаҡлау проблемалары
үҙгәртергәРәсәйҙең тарихи 115 ҡалаһының 16-һында ғына ағас архитектура ҡомартҡылары бар[1] .
1970-се йылдар башынан, Вологда тарихи ҡалалар исемлегенә индерелгәндән һуң, уның тарихи мираҫын һаҡлау йәһәтенән байтаҡ эштәр башҡарыла. 1980-се йылдар аҙағында ҡомартҡыларҙы һаҡлау зоналарының яңы проекты раҫлана[2] .2009 йылдың 26 июнендә Ерҙән файҙаланыу һәм төҙөлөш ҡағиҙәләре раҫлана, улар тарихи һәм мәҙәни ҡомартҡыларҙы һаҡлау зоналарын үҙ эсенә ала[3].
Вологда дәүләт һаҡлауы аҫтында 105 ағас ҡомартҡы бар [4]. 1990 - 2000 йылдарҙа күп ҡомартҡыларр законһыҙ йәки нигеҙһеҙ һүтеп алына. 2005 йылға, 105 ҡомартҡыдның 25-е тулыһынса юҡҡа сыҡҡан, 4-е - өлөшләтә, йәнә 4-е - емерек хәлдә. 10 объект, үҙгәртеүҙәр индереп, боҙолған. 26 объект реставрация үткән. 2010 йылдың башына Вологда ағас архитектура ҡомартҡыдлары исемлегендә 155 объект бар.
Айырым ҡомартҡыларҙы ғына түгел, ә Вологданың тарихи ҡала булараҡ айырылғыһыҙ өлөшө булған бер бөтөнлөк хасил иткән тарихи-архитектура мөхитен һаҡлау етди проблема булып тора.
Закон тарафынан яҡланыуға ҡарамаҫтан, дәүләт һаҡлауы һөҙөмтә бирмәй тиерлек, һәм Вологда ағас архитектураһы ансамбленең бөтөнлөгө туҡтауһыҙ юҡҡа сыға бара. 1990 - 2000 йылдарҙа ҡала үҙәген "тарихилыҡ" стилендә үҙгәртеү бара[5] . Күпселек проекттар ҡомартҡыларҙың күсермәһе итеп, кирбес конструкцияларҙы ағас йәки уға оҡшаған материалдар менән көпләп, юғалған ҡомартҡы фасадына тышҡы оҡшашлыҡ тыуҙырып төҙөлә.
Популяр мәҙәниәттә Вологда ағас архитектураһы
үҙгәртергә
|
Вологда ағас төҙөлөш сәнғәтен 1976 йылда бөтә Советтар Союзына «Песняры» ансамбленең «Вологда» Втигән йыры таныта [6].билдәле булған
Вологданың бер нисә ағас архитектура ҡомартҡылары «Мелкий бес» кинофильмында сағылдырылған [7].
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергәИҫкәрмә
үҙгәртергә- ↑ Перечень Министерства культуры РСФСР, 1970
- ↑ Регамэ С., Маркус К. Вологда. Проблемы преобразования исторического центра// Градостроительство — 1997. — № 6. — С. 19—24
- ↑ ОАО «НИИП Градостроительства»(недоступная ссылка)
- ↑ Кашина Л. И. Сохранение и использование памятников деревянной архитектуры в XXI веке // Деревянное зодчество:Проблемы, реставрация, исследования : Сборник Методическое сопровождение мониторинга недвижимых памятников Вологодской области. — Вологда, 2005.
- ↑ Маевский Б. Визитная карточка Вологды: От «резного палисада» к «вологодскому историзму» // Архитектура. Строительство. Дизайн : журнал. — 2003.
- ↑ ВИА «Песняры». «Вологда». 1976
- ↑ Сазонов А. И. Моя Вологда. Прогулки по старому городу. — Вологда: "Древности Севера", 2006. — 272 с.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Фехнер М. В. Вологда. — М.: Госстройиздат, 1958. — 216 с. — (Архитектура городов СССР). — 4 000 экз.
- Мильчик М. И., Ушаков Ю. С. Деревянная архитектура Русского Севера: Страницы истории. — Л.: Стройиздат, 1981.
- Сазонов А. И. Такой город в России один / Художник С. К. Мальцев. — Вологда: ПФ «Полиграфист», 1993. — 96 с. — 47 000 экз. — ISBN 5-86402-009-5.
- Сазонов А. И. Моя Вологда: Прогулки по старому городу. — Вологда: Древности Севера, 2006. — 272 с. — ISBN 5-93061-021-5.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Евгений Соловьев. Позгалев решил зачистить Вологду . Независимая газета (8 август 2006). Дата обращения: 12 сентябрь 2009.
- Александр Дуднев. Где резной палисад?! (Интервью с А. Сазоновым) . Сайт движения «Архнадзор» (21 август 2009). Дата обращения: 12 сентябрь 2009.