Песняры́ — В. Г. Мулявин етәкселегендәге совет һәм белорус вокаль-инструменталь ансамбле, 1969 йылда Минскиҙа ойошторола. «Касіў Ясь канюшыну», «Беловежская пуща», «Белоруссия», «Вологда», «За полчаса до весны» һәм башҡа күп йырҙары менән киң билдәле.

Песняры
Жанрҙар

Фолк-рок, Фолк, Арт-рок, Прог-рок, Поп-рок

Йылдар

1969 — 2003 (был атамаға әле биш коллектив дәғүә итә)

Лейбл

Мелодия

Башҡа
проекттар

см. раздел «Раскол и наследники»

pesnyary.by
Беларусь почта маркаһы, 2009 йыл

«Песняры» стиле нигеҙендә белорус фольклоры ята, репертуарға халыҡ йырҙарының эстрада эшкәртмәләре индерелә, ә текстары белорус мәҙәниәтенә һәм тарихына арнала.

«Песняры» концерт программалары һәм рок-опералар ҙа ҡуя. Ансамбль Янка Купала шиғырҙары буйынса ике рок-опера ҡуя: «Песня о доле» һәм «Гусляр». Концерт программаларынан Роберт Бёрнс шиғырҙары буйынса «Весёлые нищие», «Через всю войну» тигәндәрен айырым атарға кәрәк. Арт-рок стилендә эшләнгән Владимир Маяковский шиғырҙарынан «Во весь голос»[1] программаһы ла үҙенсәлеклелеге менән айырылып тора.

1998 йылда ансамбль бүленә, ә 2003 йылда Владимир Мулявин вафат була.

Әлеге ваҡытта тәүге «Песняры» репертуарындағы йырҙарҙы башҡарған һәм атамаһында «Песняры» һүҙе булған биш коллектив бар[2].

Төркөмдөң тарихы

үҙгәртергә

1969 йылдың 1 сентябрендә Минск филармонияһы художество советының ҡарары буйынса «Лявоны» төркөмөнә вокаль-инструменталь ансамбль тип аталыу хоҡуғы бирелә. Ә 1968 йылда «Лявоны» йырсы Нелли Богуславскаяның аккомпанементсыһы була, шулай уҡ үҙ программаһы менән сығыш яһай.

Был исем менән төркөм бер йыл самаһы, 1970 йылдың октябрендә IV Бөтә Союз эстрада артистары конкурсына тиклем, сығыш яһай. Был конкурста уларға төркөм атамаһын алмаштырырға тәҡдим итәләр. «Песняры» тигән атама алған ВИА конкурста йырсы Лев Лещенко[3] һәм «Диэло» тигән грузин ансамбле менән II урынды бүлешә. 1970 йылда «Песняры» Мәскәүҙә үткән Бөтә Союз сәйәси йыр конкурсында еңә.

1970 йылда коллективҡа «Золотые яблоки» төркөмөнөң элекке йырсыһы Леонид Борткевич[4] ҡушыла, ә 1971 йылдың яҙында төркөмдөң беренсе ҙур винил дискыһы сыға (1970 йыл аҙағы — 1971 йыл башында яҙыла)[5][6].

1971 йылда ансамбль сит илдәргә гастролгә сыға башлай — августа «Песняры» Сопоттағы Халыҡ-ара йыр фестивалендә (Польша) грамяҙма фирмалары конкурсында сығыш яһай[7]. 1973 йылда ансамбль Минскиҙа Бөтә Союз совет йыры конкурсында еңә.

 
Ансамбль «Песняры» на концерте в Ярославле, 1974 год

1976 йылда «Песняры» совет ВИА-лары араһынан беренсе булып АҠШ-ҡа гастролгә бара[8]. Ошо уҡ йылды Каннда MIDEM халыҡ-ара грамяҙмалар конкурсында ҡатнаша, был конкурсҡа үҙ илендә бер йыл эсендә иң күп пластинка сығарған коллективтар ғына ҡатнаштырыла.

1976 йылда «Песняры» Янка Купала шиғырына «Песня о доле» тигән рок-опера ҡуя. Премьера «Россия» концерт залында була. 1978 йылда концептуаль серия «Гусляр» операһы менән дауам ителә.

1977 йылда «Песняры» ВИА-һы 1975—1976 йылдарҙағы концерт программалары, йәштәр араһында патриотик йырҙарҙы әүҙем пропагандалағаны өсөн Ленин комсомолы премияһына лайыҡ була.

1979 йылда «Песняры»ҙың бөтә классик составы Белорус ССР-ының атҡаҙанған артисы исемен ала: Александр Демешко (һуҡма), Леонид Тышко (бас-гитара), Анатолий Кашепаров (вокал), Леонид Борткевич (вокал) һәм Владислав Мисевич (тынлы); ә коллектив етәксеһе Владимир Мулявинға БССР-ҙың халыҡ артисы исеме бирелә[9].

1980-се йылдарҙа үҙгәрештәр була: коллективтан харизмалы фронтмен Борткевич китә. Уны Игорь Пеня алмаштыра. Шунан төркөмдө — бассы Тышко, ә 1989 йылда икенсе вокалсы Кашепаров ташлай. СССР тарҡалыу мәленә «Песняры»ҙағы алтауҙан Мулявин менән Мисевич ҡына ҡала. 1989 йылда вокалсылар Игорь Пеня менән Валерий Дайнекоға БССР-ҙың атҡаҙанған артисы исеме бирелә.

Бүленеү һәм вариҫтар

үҙгәртергә

Беренсе етди бүленеү 1998 йылда була, ул саҡта «Песняры» директоры итеп Владислав Мисевич[10] тәғәйенләнә. Рәсми версия буйынса — Мулявиндың ауырыуы, ә Мисевичтың әйтеүенә ҡарағанда, «Песняры» лидерының ғүмеренең һуңғы йылдарҙа эскегә бирелеүе быға сәбәпсе була[11]. Коллективҡа Валерий Дайнеко ҡайта. Тағы бер гитарасы Александр Соловьёв килә. Ошо составта «Песняры» тағы бер йыл эшләй. Әммә бынан һуң Мулявин Беларусь Президенты А. Г. Лукашенкоға мөрәжәғәт итә, һәм уның етәкселегендә йәш музыканттарҙан «Песняры»ҙың яңы составы ойошторола. Иҫке состав эштән китеү тураһында ғариза бирә һәм «Белорусские песняры»[12] тигән атама аҫтында гастролдәрен башлай.

2003 йылда СССР-ҙың халыҡ артисы Мулявиндың вафатынан һуң легендар коллективтың йырҙарын башҡарған бүтән коллективтар барлыҡҡа килә башлай[13]. 2009 йылда бер нисә музыкаль коллективтың атамаһында «Песняры» һүҙе була, улар легендар ансамблдең элекке репертуарын файҙалана. Беларусь Республикаһының мәҙәниәт министрлығы был хәлгә ошондай аңлатма бирә:

  Рәсәй һәм башҡа БДБ илдәре территорияһында Владимир Мулявин ойошторған легендар коллективтың законлы хоҡуҡ вариҫы булып торған «Белорусские песняры» һәм «Песняры» Белорус дәүләт ансамбленән башҡа «Песняры» атамаһын файҙаланған бөтә төркөмдәр һәм айырым башҡарыусылар легитим түгел тип иҫәпләйем.[14]
Михаил Козлович, Беларусь мәҙәниәт министрлығының сәнғәт идаралығы начальнигы
 

Әлеге ваҡытта «Песняры» тауар билдәһе «Песняры» Беларусь дәүләт ансамбленеке булып тора, ул Рәсәй Федерацияһында, Украинала һәм Беларусь Республикаһында дөйөм билдәле тауар билдәһе тип танылған һәм мөҙҙәтһеҙ һаҡлана.

«Песняры»ға ҡағылышы булған төркөмдәр:[15]

  • «Беларуские песняры», 1998 йылда ойошҡан. Төп составы: БССР-ҙың атҡаҙанған артисы Мисевич В. Л., БССР-ҙың атҡаҙанған артисы В. Дайнеко, БССР-ҙың атҡаҙанған артисы И. Пеня, О. Г. Аверин, Александр Катиков, Александр Соловьёв, Александр Попроцкий.
  • «Песняры» Беларус дәүләт ансамбле, етәксеһе В. В. Шарапов. Мәҙәниәт министрлығы буйһоноуында, элекке «Песняры»ҙың рәсми вариҫы, әммә «иҫке» «Песняры»ҙа ҡатнашмаған йәш музыканттарҙан тора[16].
  • Леонид Борткевичтың «Песняры»һы. 2003 йылда яңы директор кандидатураһы менән ризалашмағанлыҡтан «Песняры» Беларус дәүләт ансамбленән айырылып сығалар. Әле лә эшләй. ПЕСНЯРЫ 2017 йыл 12 сентябрь архивланған.-ҙың Игорь Свечкин[17] етәкселегендәге икенсе составы ла бар, унда ҡатнашалар: Виктор Молчанов, Владимир Марусич, Павел Заяц, Владимир Стамати, Александр Виславский һәм тауыш режиссёры Олег Воронов; 2004 йылдың февралендә барлыҡҡа килә, рәсми рәүештә Борткевич төркөмөнөң бер өлөшө тип һанала.
  • «Лявоны-песняры» төркөмө, классик состав һуҡмасыһы Александр Демешко етәкселегендә. Ул вафат булыу сәбәпле 2006 йылда тарҡала. Төркөмдә иҫке составтан клавишасы В. Николаев та ҡатнашҡан була.
  • Борткевичтың «Песняры»һынан айырылып сыҡҡан «Лявоны» төркөмө, «Песняры» йырҙарын башҡара, 1998 йылға тиклемге элекке составта булмаған йәш музыканттарҙан тора.

Ансамблдең ҡатнашыусылары

үҙгәртергә

Алфавит тәртибендә (1998 йылға тиклем ҡатнашҡандар):[18]

  • Олег Аверин — вокал, клавишалылар, гитара, композиция, аранжировка, хәҙер әкиәттәр ижад итеүсе булараҡ билдәле
  • Айвазов Октай — тромбон
  • Бадьяров Валентин — скрипка, гитара, аранжировка
  • Беляев Владимир — һуҡма ҡоралдар
  • Бернштейн Борис — бас-гитара, скрипка, аранжировка [19]
  • Борткевич Леонид — вокал
  • Булда Вячеслав — һуҡма
  • Виславский Александр — клавишалылар, фортепиано, бэк-вокал
  • Гилевич Анатолий — фортепиано, клавишалылар, аранжировка
  • Головко Валерий — клавишалылар, аранжировка
  • Гурдизиани Валерий — тромбон
  • Дайнеко Валерий — вокал, альт, аранжировка
  • Демешко Александр — һуҡма
  • Денисов Юрий — вокал, альт, бас-гитара
  • Ивановский Аркадий — гитара
  • Людмила Исупова — вокал, флейта
  • Катиков Александр — бас-гитара, вокал
  • Кашепаров Анатолий — вокал, баян
  • Ковалёв Леонид — тауыш режиссёры, бэк-вокал
  • Крылов Иван — торба
  • Кудрин Владимир — вокал
  • Кульков Михаил — бас-гитара
  • Лапташов Сергей — һуҡма
  • Лукашевич Юрий — фортепиано, клавишалылар
  • Мартаков Олег — клавишалылар, фортепиано
  • Марусич Владимир — һуҡма
  • Мисевич Владислав — саксофон, флейта, бэк-вокал
  • Михнович Вячеслав — торба
  • Молчан Олег — клавишалылар, композиция, аранжировка
  • Молчанов Виктор — гитара, вокал
  • Москальчук Александр — вокал
  • Мулявин Валерий — гитара, торба, бэк-вокал
  • Мулявин Владимир — художество етәксеһе, вокал, гитара, композиция, аранжировка
  • Неронский Николай — бас-гитара
  • Николаев Владимир — клавишалылар, тромбон, саксофон, бэк-вокал
  • Паливода Игорь — клавишалылар, фортепиано, композиция, аранжировка
  • Пеня Игорь — вокал, клавишалылар
  • Поздышев Евгений — торба
  • Поплавский Виктор-Чеслав — скрипка, гитара, бэк-вокал
  • Попроцкий Александр — тауыш режиссёры
  • Растопчин Александр — гитара
  • Свечкин Игорь — директор
  • Скорожонок Валерий — вокал
  • Смольский Виктор — гитара
  • Ткаченко Владимир — гитара, скрипка, аранжировка
  • Тышко Леонид — бас-гитара, бэк-вокал, шиғыр
  • Шмелькин Марк — һуҡма
  • Щёлоков Анатолий — тауыш режиссёры
  • Эскин Аркадий — фортепиано, клавишалылар
  • Явтухович Дмитрий — клавишалылар, композиция, аранжировка
  • Юринок Сергей — тауыш режиссёры
  • Яшкин Валерий — клавишалылар, лира, шиғыр

Йыр авторҙары

үҙгәртергә

Ансамбль репетуарында М. Шушкевич, Р. И. Бородулин, Г. Н. Буравкин, Янка Сипаков, Петрусь Макаль, Л. И. Прончак, Максим Богданович, М. Л. Матусовский, А. И. Фатьянов, Л. П. Дербенев, В. Э. Крайчинский шиғырҙарына йырҙар була.

«Песняры» Янка Купала, Р. Бёрнс, В. В. Маяковский, Якуб Колас кеүек киң билдәле шағирҙарҙың да әҫәрҙәрен ҡуллана.

Танылыу һәм бүләктәр

үҙгәртергә
  • IV Бөтә Союз эстрада артистары конкурсы лауреаты (II премия, 1970)
  • Бөтә Союз совет йыры конкурсы лауреаты (I премия, Минск, 1973)
  • Зелёна Гурала (Польша) совет йылы фестивале лауреаты
  • X Бөтә донъя йәштәр һәм студенттар фестивале лауреаты (Берлин, ГДР, 1973)
  • «Алтын арыҫлан» халыҡ-ара йыр фестивале лауреаты (Лейпциг, ГДР, 1973)
  • Болгарияла «Алтын Орфей» Халыҡ-ара эстрада йырсылары конкурсы лауреаты (1974)
  • 2-се Халыҡ-ара сәйәси йыр фестивале лауреаты (Хельсинки, 1978)
  • Белоруссияның Ленин комсомолы премияһы лауреаты (1976)
  • Ленин комсомолы премияһы лауреаты — 1975—1976 йылдарҙағы концерт программалары, йәштәр араһында патриотик йырҙарҙы әүҙем пропагандалағаны өсөн (1977)
  • «Мелодия» фирмаһының төп призы «Алтын диск» (1982)

В. Мулявин етәкселегендәге «Песняры» ансамбленең киң билдәле йырҙары

үҙгәртергә
  • «30 000 дней» (О. Иванов — А. Жигарев, С. Алиханов)
  • «Аве Мария» (В. Иванов — М. Танк)
  • «Александрына» (В. Мулявин — П. Бровка) — Владимир Мулявин йырлай
  • «Баллада о фотокарточке» (В. Мулявин — В. Тарас)
  • «Белая Русь ты моя» (В. Мулявин — В. Скарынкин)
  • «Беловежская пуща» (А. Пахмутова — Н. Добронравов)
  • «Белорусочка» (Ю. Семеняко — А. Ставер)
  • «Белоруссия» (А. Пахмутова — Н. Добронравов)
  • «Берёзовый сок» (В. Баснер — М. Матусовский)
  • «Будочник» (В. Мулявин — С. Крылов)
  • «Вероника» (И. Лученок — М. Богданович)
  • «Возвращение» (В. Мулявин — В. Тарас)
  • «Вологда» (Б. Мокроусов — М. Матусовский)
  • «Гитара» (О. Аверин — Ю. Рыбчинский)
  • «Делайла» (Л. Рид — В. Яшкин)
  • «Добрый вечер, девушка» (И. Лученок — халыҡ һүҙҙәре)
  • «До третьих петухов» (А. Пахмутова — Н. Добронравов)
  • «За полчаса до весны» (О. Фельцман — Н. Олев) — Владимир Мулявин йырлай
  • «Завушніцы» (В. Мулявин — М. Танк) — төп вокал Владимир Мулявиндыҡы
  • «Зачарованная» (И. Лученок — Г. Буравкин)
  • «И здесь гора, и там гора» (белорус халыҡ йыры) — Владимир Мулявин тауышы
  • «Касіў Ясь канюшыну» (белорус халыҡ йыры)
  • «Каляда» (белорус халыҡ йыры)
  • «Конь невзнузданный» (Э. Ханок — Г. Буравкин) — Владимир Мулявин йырлай
  • «Красная роза» (В. Мулявин — халыҡ һүҙҙәре) — солист Владимир Мулявин
  • «Крик птицы» (В. Мулявин — Ю. Рыбчинский) — Владимир Мулявин йырлай
  • «Купалінка» (белорус халыҡ йыры)
  • «Любовь» (И. Лученок, В. Мулявин — Я. Колас)
  • «Мои года» (И. Лученок — А. Велюгин)
  • «Марыся» (В. Мулявин — Я. Купала)
  • «Машенька» (белорус халыҡ йыры)
  • «На что бабе огород» (белорус халыҡ йыры)
  • «Наши любимые» (Д. Тухманов — И. Шаферан)
  • «Ой, рана на Івана» (В. Мулявин — халыҡ һүҙҙәре)
  • «Алеся» (И. Лученок — А. Кулешов)
  • «Пойдём вдоль улицы» (белорус халыҡ йыры) — солист Владимир Мулявин
  • «Поцелуй» (И. Лученок — В. Каризна)
  • «Рушнікі» (Н. Петренко — Г. Соколова)
  • «Скажы мне, Ганулька» (Я. Коластың «Каханне» шиғырына) — Владимир Мулявин йырлай
  • «Скрипят мои лапти» (белорус халыҡ йыры) — Владимир Мулявин йырлай
  • «Слуцкие ткачихи» (В. Мулявин — М. Богданович)
  • «Сонет Шекспира» (В. Резников — В. Шекспир, С. Маршак тәржемәһе) — Игорь Пеня йырлай
  • «Спадчына» (И. Лученок — Я. Купала)
  • «Там, где клён шумит» (Ю. Акулов — Л. Шишко)
  • «Тальяночка» (В. Мулявин — В. Тарас)
  • «Ты мне весною приснилась» (Ю. Семеняко — М. Шушкевіч)
  • «Ты моя надежда» (Э. Ханок — В. Боков)
  • «Уголок России» (В. Шаинский — Е. Шевелёва)
  • «У полі вярба» (белорус халыҡ йыры)
  • «Хатынь» (И. Лученок — Г. Петренко)
  • «Я всё тот же» (И. Любимский — В. Шанаев)

Фильмография

үҙгәртергә
  • 1971 — Мировой парень — баштағы титрҙарҙа «Песняры» башҡарған «Берёзовый сок» йыры яңғырай
  • 1972 — Следствие ведут Знатоки. Дело № 5. Динозавр (бер күренештә радио аша «Песняры»ҙың ике йыры — «Беларусь» һәм «Александрына» тапшырыла)
  • 1973 — Ну, погоди!, 6-сы сығарылыш (мультипликация)
  • 1973 — Улица без конца (фильмда «Журавли» һәм «Улицы без конца» йырҙары — коллектив башҡарыуында)
  • 1973 — Эта весёлая планета («Песняры» эпизодик ролдә, «Наши любимые» йырын башҡара)
  • 1973 — По следам бременских музыкантов
  • 1973 — Горя бояться — счастья не видать («Песняры» эпизодик ролдә, Р. Бёрнстың «Старая дружба» йыры башҡарыла)
  • 1974 — Ясь и Янина («Песняры» төп ролдәрҙә, күп йырҙары индерелгән)
  • 1976 — Воскресная ночь — «Песняры»ҙың В. Мулявин башҡарыуындағы «В минуты музыки печальной» йыры
  • 1982 — Раскиданное гнездо — В. Г. Мулявин башҡарыуындағы йырҙар яңғырай.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Программа «Во весь голос» — виртуальный музей ансамбля Песняры
  2. «Песняры» в квадрате
  3. БелГазета: Римас Стаумпе «Я ни о чём не жалею» (№ 4 (371) 03 февраля 2003 г.
  4. Официальный сайт Леонида Борткевича 2016 йыл 10 октябрь архивланған.
  5. Официальный сайт ВИА Песняры: альбом «Песняры»
  6. Discogs.com: ВИА Песняры — «Песняры» (LP, 1971)
  7. Sopot Festival '71. 2015 йыл 2 апрель архивланған.
  8. Леонид Борткевич. 2011 йыл 20 ғинуар архивланған.
  9. Звание заслуженного артиста БССР Владимир Мулявин получил в Чувашии 2017 йыл 4 июль архивланған.
  10. Алексей Вайткун, «Песняры»: от рассвета до заката? 2010 йыл 12 декабрь архивланған.
  11. Из первого состава «Песняров» в живых остались двое музыкантов(недоступная ссылка) — Комсомольская правда
  12. Белорусские песняры 2011 йыл 20 ғинуар архивланған.
  13. «Песняры»: и вновь продолжается бой… за бренд 2018 йыл 3 апрель архивланған.
  14. ВЯЧЕСЛАВ ШАРАПОВ: «В ЭТОМ ГОДУ МЫ ОТКРЫЛИ СОБСТВЕННУЮ СТРАНИЦУ В ЖИЗНИ КОЛЛЕКТИВА» 2017 йыл 7 август архивланған.
  15. Жданович, Анна Опыт и молодость "Песняров". Белорусы и рынок (белор.)баш. (17 март 2014). Дата обращения: 9 апрель 2020. Архивировано 9 апрель 2020 года.
  16. Шарапаў: Цяжка сказаць, колькі на сёння існуе «Песняроў»
  17. Песняры — директор Игорь Свечкин 2010 йыл 2 май архивланған.
  18. Музыканты ВИА «Песняры»
  19. «Песняр» с еврейским профилем 2013 йыл 14 октябрь архивланған.
  • Глеб Скороходов. Звёзды советской эстрады: Очерки об эстрадных певцах, исполнителях советской лирической песни. — М.: Советский композитор, 1982. — 126 с.
  • Валерий Яшкин. На полпути от эстрады к театру. — М.: Госконцерт, 1995. — 144 с.
  • Леонид Борткевич. Песняры и Ольга. — М.: Вагриус, 2003. — 288 с. — 5000 экз. — ISBN 5-9560-0144-5.
  • Владимир Мулявин. Нота судьбы. Воспоминания, интервью, исследования / Людмила Крушинская. — Минск: Мастацка лiтаратура, 2004. — 446 с.
  • Сергей Фролов и Валерий Щёлкин. Легенды ВИА. — М.: Грифон, 2007. — 494 с. — 3000 экз. — ISBN 978-5-98862-034-1.

Һылтанмалар

үҙгәртергә