Волков Александр Лукич

Волков Александр Лукич (карел. Aleksandr Lukič Volkov, 25 декабрь 1928 йыл - 4 апрель 2020 йыл) - Карелия Республикаһының халыҡ яҙыусыһы, шағир һәм тәржемәсе.

Волков Александр Лукич
Рәсем
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй
 СССР
Тыуған көнө 25 декабрь 1928({{padleft:1928|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:25|2|0}})
Тыуған урыны Эссойла[d], Пряжинский район[d], Карелия, РСФСР, СССР
Вафат булған көнө 4 апрель 2020({{padleft:2020|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:4|2|0}}) (91 йәш)
Вафат булған урыны Петрозаводск, Рәсәй
Яҙма әҫәрҙәр теле карел теле[d]
Һөнәр төрө яҙыусы, шағир
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Биография

үҙгәртергә

Александр Лукич Волков 1928 йылдың 25 декабрендә Карелия АССР-ының Эссойла ауылында (хәҙерге ваҡытта − Карелия Республикаһының Пряжинск районы) күп балалы крәҫтиән ғаиләһендә тыуа. 1937 йылда атаһы репрессиялана, әсәйһе яңғыҙы алты бала үҫтерә.

Совет-фин һуғышы йылдарында (1941-1944) ғаилә Свердловскиға эвакуациялана, унда Александр хеҙмәт эшмәкәрлеген йөксө булып башлай. Карелияға ҡайтҡас, колхозда ат ҡараусы, унан урман киҫеүсе булып эшләй.

1948-1988 йылдарҙа, Петрозаводск кооператив техникумын тамамлағандан һуң, сауҙа ойошмаларында эшләй, Карелия-Фин ССР-ы профсоюздары комитеты рәйесе, Петрозаводск ҡала советы депутаты итеп һайлана. 1966 йылдан 1991 йылға тиклем «Кареллесторг»ты етәкләй.

1959 йылда Карелия дәүләт педагогия институтын тамамлай. Шул уҡ йылды уның беренсе шиғыр йыйынтығы баҫылып сыға, 1966 йылда «Oma Mua» газетаһы конкурсы һөҙөмтәләре буйынса шиғырҙары карел телендә баҫыла.

1993 йылда — урыҫ телендә «Бәләкәй Дессойла» тигән тәүге шиғыр китабы, ә 1997 йылда карел теленең левик диалектында «Pieni dessoilu» китабы сыға.

1998 йылда «Igaine tuli» («Мәңгелек ут») шиғыры журналисттар һәм әҙәбиәтселәрҙең карел һәм вепс телдәрендә иң яҡшы китап конкурсында еңеүсе була.

1990-сы йылдарҙан «Карьялайне сана» әҙәби берләшмәһен етәкләй.

2000 йылдан РФ Яҙыусылар союзы ағзаһы.

А. С. Пушкин, А.Блок, А. Ахматова, А. Твардовский һәм башҡа урыҫ шағирҙәренең карел теленә тәржемәләре авторы.

2001 йылда уның «Vellen suvain» («Энесенең йөрәге») китабы Карелия Республикаһы Йыл китабы дипломына һәм Карелия Республикаһы башлығы премияһына лайыҡ була. 1999-2001 йылдарҙа Карел халҡы берлеген етәкләй.

2013 йылда шағирҙың 85 йәшенә арналған «Как слово наше отзовётся» китабы донъя күрә.

Сампо премияһы лауреаты.

1920 йылдың 4 апрелендә Петрозаводскийҙа вафат була. Тыуған ауылы Эссойлала ерләнгән.

Сығанаҡтар

үҙгәртергә
  • Писатели Карелии: биобиблиографический словарь / Карельский научный Центр РАН, Институт языка, литературы и истории, Министерствово культуры и по связям с общественностью; [сост. Ю. И. Дюжев ]. — Петрозаводск: Острова, 2006. — С. 84.

Һылтанмалар

үҙгәртергә