Волгодонск сәнғәт музейы
Волгодонск һынлы сәнғәт музейы — Музей фондында Волгодонск ҡалаһы «Атоммаш» заводын төҙөүселәрҙең замандаштары, Волгодонск ҡалаһы рәссамдары әҫәрҙәре, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларҙың һәм тыл ветерандарының портреттары тора. Күп әҫәрҙәр заманса материалдар һәм техника менән башҡарылған. Рәссамдар араһында халыҡ һәм атҡаҙанған рәссамдар бар. Билдәһеҙ йәш рәссамдарҙың картиналары коллекцияһы ла хәҙерге заман сәнғәтен сағылдыра. Музейҙа Волгодонск дөйөм белем биреү мәктәбе уҡыусыларының эштәре лә күргәҙмәгә ҡуйылып тора. Музейҙың төп фондында һаҡланған коллекцияларының һаны 5000-дән артыҡ, тағы ла 8000 экспонат запаста һаҡлана. Һынлы сәнғәттән башҡа музейҙа XX һәм ХIХ быуат әйберҙәре — графика, скульптура, биҙәү-ҡулланма сәнғәте әйберҙәре, фалеристика коллекциялары бар. Коллекцияларҙың күп өлөшө музейҙың даими экспозицияларын һәм күргәҙмәләрен тәшкил итә. Экспозиция-күргәҙмә залы майҙаны 534 квадрат метр[2].
Волгодонск сәнғәт музейы | |
---|---|
Асылған ваҡыты | 1995 |
Урынлашыуы | Ленин урамы (Волгодонск) |
Күрергә килеүселәр | 36 000[1] |
Директор | Головко, Пётр Андреевич |
Сайт | Волгодонский художественный музей на www.rosculture.ru |
Тарих
үҙгәртергәМузей тарихы 1995 йылда башлана, ул Волгодонскиҙә «Ҡала күргәҙмә залы» муниципаль мәҙәниәт учреждениеһы барлыҡҡа килеү менән бәйле. Был ваҡиға Еңеү көнө байрамына тура килтерелә. 2000 йылда күргәҙмә залы «Ҡала картиналар галереяһы» (хәҙерге заман сәнғәт музейы) муниципаль учреждениеһы тип үҙгәртелә. 2000 − 2003 йылдарҙа төп фондҡа 317 экспонат туплана. Был нигеҙҙә ҡала рәссамдарының, ҡулланма сәнғәт оҫталарының — Василий Остапук, Юрий Падалка, Георгий Лиховид, Валерий Окарский, Егор Дердиященко һәм башҡа авторҙарҙың — музейға бушлай бирелгән бүләктәре була.
2003 йылдың апрелендә Ростов өлкәһе губернаторы ҡарары менән Ростов өлкә картина галереяһы «Волгодонск сәнғәт музейы»[3] тип үҙгәртелә. 2003 йылдан алып музей Ростов өлкәһе дәүләт милкенә тапшырылғас, музей фондтарын комплектлау ғилми нигеҙҙә ҡорола, смета буйынса һәм шулай уҡ «Дон мәҙәниәте» өлкә прораммаһы буйынса ла музейға әйберҙәр һатып алыу өсөн аҡса бүленә. Ошо ваҡыттан башлап музей фонды предметтар менән күберәк тулыландырыла. 2003 йылдан 2008 йылға тиклемге осорҙа музейҙың төп фондына 2782 музей экспонаты индерелә, музей коллекцияһы 3189 берәмеккә етә. Ярҙамсы фондта — 3150 һаҡлау берәмеге тора. Рәсәй рәссамдары союзы Ростов бүлексәһе һәм эксперт фонд-һатып алыу комиссияһы хеҙмәттәшлеге нигеҙендә 2004 йылда музейға юғары сифатлы сәнғәт әйберҙәре тулыландырыла[4].
Волгодонск һынлы сәнғә музей Дон музей учреждениелары араһындағы иң йәш музей, шул уҡ ваҡытта Ростов өлкәһенең Таганрог, шулай уҡ Ростов һәм Сальск музейҙарынан һуң сәнғәт өлкәһендәге дүртенсе музейы[5].
Экспозиция
үҙгәртергәКартиналар коллекцияһына 548 төҫлө һүрәт, 335 график эштәре (заказ ҡабул итеү өсөн махсус күрһәтеү өсөн эшләнгән паспарту рамдары, быяла, график биттәр), акварелдәр, ҡатырғала төшөрөлгән нәфис эштәр, ағас-сүсле плита, быяла һәм рамаҫтына ҡуйылған, 82 әйбер альбом биттәрендә һаҡлана. Был предметтар бөтәһе лә XX, ХIХ быуат менән даталана, йәғни хәҙерге заман сәнғәте әйберҙәрен, музей йүнәлеш тематикаһына тура килгән хәҙерге заман сәнғәте музейы икәнлеге тураһында һөйләй. Предметтар коллекцияһының авторҙары — башҡа төбәктәр һәм Ростов өлкәһе Волгодонск ҡалаһы хәҙерге заман рәссамдары, нигеҙҙә Рәсәй рәссамдар союзы ағзалары (Георгий Лиховид, Василий Остапук, Юрий Падалка Алексей Хижкин) . Коллекцияларҙа хәҙерге заман һынлы сәнғәтенең бөтә жанрҙары һәм йүнәлештәре бар.
Музейҙа Василий Поляков һәм Егор Дердиященко скульптуралары коллекциялары ҡуйылған, шулай уҡ күп авторҙарҙың ҡала урамдарын биҙәп торған скульптура композициялары ла бар. Ҡулланма сәнғәт предметтарынан музейҙа батик, сигеү, гобелен, түшкә таға торған билдәләр бар. Ул билдәләр коллекциялары нигеҙҙә сериялар һәм ваҡиғалар буйынса ҡуйылған. 1980 йылдағы олимпия уйындары серияһы айырыуса тарихи һәм сәнғәт әһәмиәтенә эйә[6].
Адресы
үҙгәртергә- 347370, Ростов өлкәһе, Волгодонск ҡалаһы, Ленин урамы, 104.
- Телефон: 8-8639-275520.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Волгодонск сәнғәт музейы . Ростов өлкәһе мәҙәниәт министрлығы. Дата обращения: 30 ғинуар 2017. 2016 йыл 30 октябрь архивланған.
- ↑ Ҡалып:Cite video
- ↑ О музее . Волгодонский художественный музей. Дата обращения: 30 ғинуар 2017.(урыҫ.) 2017 йылдың 30 ғинуарында тикшерелгән.
- ↑ История комплектования фондов . Волгодонский художественный музей. Дата обращения: 30 ғинуар 2017.(урыҫ.) Волгодонский художественный музей.30 ғинуар 2017 тикшерелгән.
- ↑ Волгодонский художественный музей . Официальный портал Правительства Ростовской области. Дата обращения: 30 ғинуар 2017.(урыҫ.) Официальный портал Правительства Ростовской области.30 ғинуар 2017 тикшерелгән.
- ↑ Характеристика основного фонда Волгодонского художественного музея . Министерство культуры Ростовской области. Дата обращения: 30 ғинуар 2017. 2013 йыл 1 октябрь архивланған.(урыҫ.). Министерство культуры Ростовской области. 30 ғинуар 2017 тикшерелгән.
Һылтанмалар
үҙгәртергәСығанағы
үҙгәртергә- Н Мирзабеков. Музей күп булмай // Мәҙәниәт. — 2003. — 26 июнь.
- Лащ Н. Ижад йәшәгән музей // правда Дон. — 2004. — 5 авг.