Власова Татьяна Владимировна
Власова Татьяна Владимировна (1915 йыл—2008 йыл) — совет физигы-географы, география фәндәре кандидаты, доцент, география фәндәре докторы (1970), Мәскәү педагогия дәүләт ниверситетының физик география һәм геоэкология кафедраһы профессоры (1970)[1][2].
Власова Татьяна Владимировна | |
рус. Власова Татьяна Владимировна | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Гражданлыҡ |
Рәсәй империяһы Совет Рәсәйе СССР Рәсәй |
Тыуған көнө | 1915 |
Тыуған урыны | Мәскәү, Рәсәй империяһы |
Вафат булған көнө | 2008 |
Вафат булған урыны | Мәскәү, Рәсәй |
Һөнәр төрө | географ |
Эшмәкәрлек төрө | педагогика һәм география |
Эш урыны | Мәскәү дәүләт педагогия университеты |
Уҡыу йорто |
М. В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университеты Q13206016? |
Ғилми исеме | профессор[d] |
Ғилми дәрәжә | география фәндәре докторы[d] |
Ҡыҙыҡһыныу өлкәһе | физик география[d] |
Биографияһы
үҙгәртергәВласова Татьяна Владимировна 1905 йылда Мәскәү ҡалаһында тыуған. Мәктәпте тамамлап, артабан чертеж һыҙыусы булып эшләй. 1934 йылда Татьяна Власова Мәскәү дәүләт университетының география факультетын уҡырға инә уны тамамлағандан һуң, Мәскәү дәүләт университетында аспирантурала уҡыуын дауам итә, әммә тамамлай алмай, Бөйөк Ватан һуғышы башлана[1]. Власова Иркутск ҡалаһында эвакуацияла була, унда Иркутск дәүләт педагогия институтының тәбиғәт-география факультетында уҡыта[1]. Һуңынан туға Мәскәү ҡалаһына ҡайта, 1946 йылда М.В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университетының аспирантураһын тамамлай[1].
1947 йылда «Региональные особенности природы Европы» темаһы буйынса яҡланған кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлай, һуңынан В.П. Птемкин исемендәге Мәскәү ҡала педагогия институтында география факультетының физик илде өйрәнеү кафедраһында доцент булып эшләй. «Материктарҙың физик географияһы» дәреслеге буйынса 1970 йылда Татьяна Владимировна докторлыҡ диссертацияһын яҡлай һәм ошо йылдан Мәскәү педагогия дәүләт университетының физик география һәм геоэкология кафедраһында профессор булып эшләй. Татьяна Владимировна арҡаһында «Региональные аспекты взаимодействия человека и природы» махсус семинар ойошторола, ул бер нисә өҙөклөк менән 20 йылдан күберәк эшләй[1].
Фәнни эштәр менән шөғөлләнә, карта менән ҡоро Ерҙе комплекслы физик-географик районлаштырыу буйынса үҙенсәлекле системаһын төҙөй[1].
Власова Татьяна Владимировна СССР Мәғарифы министрлығы ҡарамағындағы ғилми-методик советтың физик географияһы буйынса комиссияның рәйесе булып тора, МДПИ -ның география факультетында ғилми дәрәжәләр биреү буйынса Ғилми советтың рәйесе була, МДУ-ла география фәндәре докторлығы дәрәжәһен биреү буйынса совет ағзаһы булып тора[1].
Татьяна Владимировна түбәндәге китаптар авторы булып тора: «Венгрия» (1948), «Физико-географическое районирование Венгрии» (1954), «Физическая география частей света» (1961), «Физическая география материков. Евразия. Африка» (1981), «Физическая география материков (с прилегающими частями океанов). Северная Америка, Южная Америка, Австралия и Океания, Антарктида» (1983), «Физическая география материков и океанов» (2002) һәм башҡалар[1][2].
2008 йылда Мәскәүҙә вафат була.