Владивосток дәүләт иҡтисад һәм сервис университеты
Владивосток дәүләт иҡтисад һәм сервис университеты — Владивосток ҡалаһында урынлашҡан. Тулы исеме — федераль дәүләт бюджет юғары белем биреү учреждениеһы «Владивосток дәүләт иҡтисад һәм сервис университеты» Приморье крайында 3 филиалы бар
Владивосток дәүләт иҡтисад һәм сервис университеты | |
Нигеҙләү датаһы | 1967 |
---|---|
Дәүләт | Рәсәй |
Штаб-фатирҙың урынлашыуы | Владивосток, Рәсәй |
Рәсми сайт | vvsu.ru |
Владивосток дәүләт иҡтисад һәм сервис университеты Викимилектә |
Юғары уҡыу йортонда 29 йүнәлеш буйынса 68 бакалавриат программаһы, 10 йүнәлеш буйынса 20 магистратура программаһы, 10 йүнәлеш буйынса 22 аспирантура программаһы, 2 белгеслек программаһы тормошҡа ашырыла; квалификациялы эшселәр һәм хеҙмәткәр әҙерләүҙең 8 программаһы, урта звено белгестәрен әҙерләүҙең 26 программаһы тормошҡа ашырыла. Владивосток дәүләт иҡтисад һәм сервис университетында Ҡытай Халыҡ Республикаһының, Японияның, Корея Республикаһының һәм АҠШ-тың 13 университеты менән алмаш программалар тормошҡа ашырыла.
Вузда Рәсәйҙең һәм сит илдәрҙән 17 меңдән ашыу граждан белем ала.
Тарихы
үҙгәртергә1967 йылдың 26 авгусында РСФСР Хөкүмәте Алыҫ Көнсығыш төбәгенең сервис тармағы ихтыяждарын тәьмин итеү маҡсатында Владивостокта технология һәм инженер-иҡтисад факультеттары менән Алыҫ Көнсығыш көнкүреш хеҙмәтләндереү технология институтын асыу тураһында ҡарар ҡабул итә. Тәүҙә институтта 2 факультет, ун бер лаборатория һәм алты уҡыу кабинеты иҫәпләнә. Беренсе ректоры техник фәндәр кандидаты, доцент Савченко, Анатолий Иванович була[1], уның етәкселегендә студенттарҙы ҡабул итеү 2 тапҡыр, кафедралар һаны 14-кә тиклем, уҡытыусының иҫәбе 132 кешегә тиклем арта (шуларҙың булған 15 фән кандидаты). 1972 йылда көнкүреш хеҙмәте квалификациялы белгестәрҙең беренсе сығарылышы була.
1988 йылдан 2015 йылға тиклем профессор, иҡтисад фәндәре докторы, хәҙерге университеты президенты, Геннадий Иннокентьевич Лазарев етәкләй.
1995 йылда Алыҫ Көнсығыш дәүләт технология университеты тип үҙгәртелә, ә 1996 йылда университет статусы һәм хәҙерге исемен ала.
Рәсәй Хөкүмәтенең 2009 йылдың 28 сентябрендәге 765-се ҡарары менән Бөтә Рәсәй дәүләт иҡтисад һәм сервис университеты продукция һәм хеҙмәттәр сифаты өлкәһендә юғары һөҙөмтәләргә өлгәшкән һәм сифат менеджментының юғары һөҙөмтәле алымдарын индергән өсөн РФ Хөкүмәте премияһына лайыҡ бул[2]. Был 2009 йылғы еңеүселәр араһында берҙән-бер вуз һәм премия тарихында бишенсе вуз-лауреат
2015 йылда Ғилми Совет ҡарары менән Владисток дәүләт иҡтисад һәм сервис университетының ректоры итеп иҡтисад фәндәре докторы Т. В. Терентьева һайлана.
Ректорҙары
үҙгәртергә- 1967—1973 — Савченко Анатолий Иванович, техник фәндәр кандидаты
- 1973—1982 — Егоров Георгий Николаевич, техник фәндәр кандидаты
- 1982—1987 — Королев Анатолий Константинович, техник фәндәр кандидаты
- 1987—1988 — Таланцев Владимир Иванович, иҡтисад фәндәре кандидаты
- 1988—2015 — Лазарев Геннадий Иннокентьевич, иҡтисад фәндәре докторы
- 2015—хәҙерге ваҡытҡа тиклем — Терентьева Татьяна Валерьевна, иҡтисад фәндәре докторы
Структураһы
үҙгәртергәЮғары профессиональ белем
- Транспорт һәм логистика институты
- Информацион технологиялар институты
- Сервис, туризм һәм дизайн институты
- Сит телдәр институты
- Хоҡуҡ институты
- Юғары мәктәп телевидениеһы
- Ситтән тороп һәм дистанцион уҡытыу институты
- Дизайн һәм сервис колледжы (продукция технологияһы һәм йәмәғәт туҡланыуы ойошмалары)
- Халыҡ-ара маркетинг һәм сауҙа кафедраһы
- Иҡтисад һәм идара итеү кафедраһы
- Моделләштереү һәм математика кафедраһы
Урта профессиональ белем биреү
- Сервис һәм дизайн колледжы
- Академик колледж
Башланғыс профессиональ белем
- Профессиональ лицейы
- Дизайн һәм сервис колледжы
Урта дөйөм белем
- Һәләтле балалар өсөн Н. Н. Дубинин исемендәге мәктәп-интернат
- Академик колледж
- Профессиональ лицей
- Дизайн һәм сервис колледжы
Мәктәпкәсә белем биреү
- Европа классик прогимназия
- Көнсығыш мәктәбе
Өҫтәмә белем
- Профессиональ үҫеш академияһы
- Мәктәпкә юғары менеджмент
Белем биреү программаһы
- Аспирантура һәм докторантура
- Юғары профессиональ белем
- Ситтән тороп һәм дистанцион белем биреү
- Урта профессиональ белем биреү
- Башланғыс профессиональ белем
- Урта дөйөм белем
- Мәктәпкәсә һәм дөйөм башланғыс белем
Филиалдары
үҙгәртергәУниверситет филиалдары ҡалаларҙа:
- Находка,
- Артем,
- Уссурийск.
Кампусы
үҙгәртергәУниверситеттың кампусында 20 ғилми лаборатория, китапхана, бер нисә ятаҡ, бассейндар менән 3 спорт комплексы, автомәктәп, музей-күргәҙмә комплексы, йәштәр үҙәге, 20 кафе һәм ашхана, сауҙа комплексы, медицина үҙәге, япон баҡсасылыҡ йорто һәм торлаҡ йорттар бар.
Университет кампусы биләмәһендә Рәсәйҙә Осип Мандельштамға тәүге һәйкәл ҡуйыла. Шағирҙың тыуған көнөндә йыл һайын бында Мандельштам уҡыуҙары үтә[3]
Рейтингтары
үҙгәртергә— European Standart (ARES) 2015: «В+» категорияһы: «Уҡытыуҙың, ғилми эшмәкәрлектең ышаныслы сифаты һәм эш биреүселәрҙең сығарылыш уҡыусыларына ихтыяжы» (Good quality Performance)"[4]
— Владивосток дәүләт иҡтисад һәм сервис университеты донъяның 1000 иң яҡшы бизнес-мәктәбенә инә, был Eduniversal 2014 фонды рейтингы раҫлай: Юғары менеджмент мәктәбе — 2 пальма ботаҡтары (Good business schools with reginfluence)"[5]
— РФ Мәғариф һәм фән министрлығы: 2011 йылда университеттарҙы стратегик үҫтереү программаларына ярҙам итеү буйынса конкурс — гуманитар-педагогик һәм башҡа юғары уҡыу йорттары бүлегендә конкурс еңеүсеһе була.
— CEEMAN халыҡ-ара ассоциацияһы (Үҙәк һәм Көнсығыш Европала менеджментты үҫтереү ассоциацияһы): 2010 йылда университеты ректоры Г. И. Лазарев «Университеттың менеджмент» номинацияһында абсолют еңеүсе тип таныла[6]
Сығанаҡтар
үҙгәртергә- ↑ ВГУЭС: вспоминая юность.Владивостокский государственный университет экономики и сервиса ВГУЭС(12 февраля 2016).Дата обращения: 4 декабря 2018.
- ↑ Постановление ЦК КПСС, Совмина СССР от 26.08.1967 N 822 (26 август 1967). Дата обращения: 18 ноябрь 2017.
- ↑ Вера Калмыкова. VI Международные Мандельштамовские чтения (Варшава, 18—23 сентября 2011 г.) (недоступная ссылка).Издательство «Новое литературное обозрение».Дата обращения: 18 ноября 2017.Архивировано 1 декабря 2017 года.
- ↑ ARES-2015: Russian Federation (англ.).European Scientific-Industrial Chamber.Дата обращения: 18 ноября 2017.
- ↑ Рейтинг рейтингового агентства EDUNIVERSAL за 2014 год.Дата обращения: 18 ноября 2017.
- ↑ Champions 2010.CEEMAN.Дата обращения: 18 ноября 2017.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Сайт ВГУЭСа 2012 йыл 6 май архивланған.
- Корпоративная информационная среда ВГУЭСа 2020 йыл 28 сентябрь архивланған.
- Электронный кампус ВГУЭС 2020 йыл 25 ноябрь архивланған.