Вишнёвое (Ырымбур өлкәһе)
Вишнёвое — Ырымбур өлкәһе Гай ҡала округындағы ауыл.
Ауыл | |
Вишнёвое | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Ҡала округы | |
Координаталар | |
Элекке исеме |
Аравино |
Халҡы |
339 человек (2010) |
Милли состав |
рустар |
Почта индексы |
462648 |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
- |
Код ОКАТО | |
Код ОКТМО | |
Географияһы
үҙгәртергәОкруг үҙәге Гай ҡалаһынан төньяҡҡа тапҡырҙан яҡынса 23 километр алыҫлыҡта урынлашҡан.
Климат
үҙгәртергәКлиматы ҡырҡа континенталь. Климаттың төп һыҙаттары: һыуыҡ ҡаты ҡыш, эҫе ҡоро йәй, тотороҡһоҙ һәм әҙ яуым-төшөм. Иң түбән һауа температураһы — Цельсий буйынса минус 44 градус. Йәй эҫе, максималь һауа температураһы Цельсий буйынса плюс 40 градусҡа тиклем етә. Климат үҙенсәлектәренең береһе - елдәр булған көндәр (275 тәүлеккә тиклем) күплеге һәм башлыса көньяҡ-көнбайыштан иҫкән ҡыуан елдәр булыуы. Яуым-төшөмдөң уртаса күләме 220-300 миллиметр тәшкил итә. Ҡар япмаһы ноябрь уртаһында ҡуйыла һәм апрель аҙағында юғала. Тупраҡ туңыу тәрәнлеге - 2-2,5 м[1]
Тарихы
үҙгәртергәРиүәйәт буйынса Вишнёвое ауылы ерендә фәлән Аравин фамилиялы кеше ХIХ быуат аҙағында тирмән төҙөткән. Олоҫ Аравино тип атала. 1928 йылда Аравинды кулак тип һөргөнгә ебәрәләр. 1953 йылда планлаштырылған һыу баҫыу зонаһынан (Таналыҡ, Малятино, Орловка һәм башҡалар) халыҡты күсерәләр, уларҙың күбеһе Аравино ауылында төпләнә. Бында Хрущев исемендәге колхоз булдырыла. Шул уҡ ваҡытта ауыл тирәләй сиҙәм ерҙәрен үҙләштереү башлана. Бында водителдәр ҙә, һыу ташыусылар ҙа, токарҙар ҙа, ашнаҡсылар ҙа эшләй. Бер үк ваҡытта ауыл да төҙөкләнә: мәктәп, клуб, торлаҡ йорттар. 1970-се йылдар аҙағынан заманса ике фатирлы коттедждар, яңы ике ҡатлы мәктәп, почта бүлексәһе, магазин, балалар баҡсаһы төҙөлә.[2]. 2016 йылға тиклем Гай районының Ерекле ауыл советы составына ингән, һуңынан Гай ҡалаһы составына инә.
Халыҡ
үҙгәртергәДаими халыҡ һаны 2002 йылда 518 кеше тәшкил итә (рустар — 50 %)[3], ә 2010 йылда — 339.[4].
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Генеральный план. Оренбургская область, городской округ г. Гай. Пояснительная записка. Федеральная государственная информационная система территориального планирования (2008).(недоступная ссылка)
- ↑ Вишнёвое . Культурно-историческое наследие села. 2020 йыл 16 октябрь архивланған.
- ↑ Коряков Ю.Б. База данных "Этно-языковой состав населённых пунктов России" .
- ↑ Численность и размещение населения Оренбургской области. Статистический сборник // Оренбургстат. — 2012.