Вицин Сергей Ефимович

Вицин Сергей Ефимович (26 октябрь 1929 йыл — ғинуар 2017 йыл) — юрист, криминология белгесе; юридик фәндәр докторы (1979); РСФСР-ҙың атҡаҙанған юрисы[1], СССР Эске эштәр министрлығының атҡаҙанған хеҙмәткәре һәм Рәсәй Тәбиғи фәндәр академияһының ғәмәли ағзаһы; эске хеҙмәт буйынса генерал-майор.

Вицин Сергей Ефимович
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 26 октябрь 1929({{padleft:1929|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:26|2|0}})
Тыуған урыны Воткинск[d], Урал өлкәһе, РСФСР, СССР
Вафат булған көнө ғинуар 2017 (87 йәш)
Һөнәр төрө юрист
Уҡыу йорто Ҡазан (Волга буйы) федераль университеты
Ғилми дәрәжә юридик фәндәр докторы[d]

Биографияһы

үҙгәртергә

Сергей Ефимович Вицин 1929 йылдың 26 октябрендә шул ваҡытта Удмурт АССР-ы составына ингән Воткинск ҡалаһында тыуған. 1953 йылда Ҡазан дәүләт университетын ҡыҙыл диплом менән тамамлай; 1960 йылда Удмурт дәүләт педагогия институтыныңы сит телдәр факультетын тамамлай. 1957 йылдан 1964 йылға тиклем УАССР Эске эштәр министрлығының яуап алыу һәм тикшереү хеҙмәтендә эшләй.

1967 йылда РСФСР Эске эштәр министрлығының Юғары мәктәбендә адъюнктураны тамамлағандан һуң Вицин СССР Эске эштәр министрлығының үҙәк аппаратында эшләй башлай — Мәскәүҙә бер нисә йыл эшләй. 1970 йылда ул СССР Дәүләт планы ҡарамағында эшләп килгән Юғары иҡтисади курстарҙы тамалай; шул уҡ йылда «Принудительные меры медицинского характера (понятие, основания и порядок применения)» темаһына кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлай — юридик фәндәр кандидаты була. Туғыҙ йылдан һуң «Проблемы системного подхода к организации борьбы с преступностью» темаһын уңышлы яҡлап, юридик фәндәр докторы булып китә. Вицин әҙерләгән методика буйынса 1971—1975 йылдар осорона СССР-ҙа енәйәтселектең беренсе прогнозы төҙөлә.

1981 йылда Вицин СССР Эске эштәр министрлығы академияһында профессор вазифаһын биләй; 1979 йылдан 1984 йылға тиклем был академияның начальнигы урынбаҫары була. 1984 йылдың мартында ул В.Я. Кикотя исемендәге исемендәге Рәсәй Эске эштәр министрлығының Мәскәү университетына эшкә күсә (ул йылдарҙа — Эске эштәр министрлығының юридик институты, Мәскәү): бында, 1987 йылдан алып 2000 йылға тиклем Вицин криминология һәм енәйәтте иҫкәртеү кафедраһы начальнигы, ә 2000 йылдан 2002 йылға тиклем криминология һәм енәйәт иҫкәртеү кафедраһы мөдире була. 2003 йылдан криминология кафедраһы профессоры. 2000 йылда енәйәтселек менән көрәш һәм хоҡуҡ боҫоусылар менән мөғәләмә проблемалары бкйынса БМО-ның 10-сы конференцияһында ҡатнаша; шулай уҡ милли һәм халыҡ-ара хоҡуҡ һаҡлау ойошмаларының эшмәкәрлегендә ҡатнаша.

Вицин Эске эштәр министрлығы университетында махсуслашҡан диссертация советы рәйесе булып тора; Рәсәй Эске эштәр министрлығы идаралығы академияһының диссертация советы составына инә. Бынан тыш, гуманитар фәндәр буйынса эксперт советтар секцияһында рәйес урынбаҫары булып тора. Бер нисә Рәсәй закондарының, шул иҫәптән О судебной системе Российской Федерации», «О мировых судьях», «О судебном департаменте при Верховном Суде Российской Федерации» и «О судах общей юрисдикции» закондарының авторҙашлығы була. 1991 йылда ҡабул ителгән «Суд эштәре реформаһы концепцияларының» авторҙашы булып тора. «Рәсәй Федерацияһы атҡаҙанған юрисы» маҡтаулы исеменә лайыҡ була (1992); 1994 йылдың ноябрендә президент Ельцин Борис Николаевич Вицин кандидатураһын Рәсәй Федерацияһының Конституция судының судьяһы вазифаһына тәҡдим итә.

1991 йылдан 2001 йылға тиклем эске эштәр генерал-майоры Вицин ярлыҡау мәсьәләләре буйынса президент ҡарамағындағы комиссия составына инә; 1994 йылда ул федераль судтарҙың судьяһы вазифаһына кандидатураларҙы алдан тикшереү буйынса комиссия ағзаһы була. Бер орден һәм ун дүрт миҙал менән бүләкләнгән. СССР Эске эштәр министрлығының атҡаҙанған хеҙмәткәре һәм Тәбиғи фәндәр буйынса Рәсәй академияһының ғәмәли ағзаһы Сергей Вицин 2017 йылдың ғинуарында вафат була.

Сергей Вицин енәйәт хоҡуғы һәм енәйәт процесы проблемалары буйынса йөҙҙән ашыу ғилми хеҙмәттең авторы һәм авторҙашы булып тора; ул енәйәтселекте һәм идаралыҡ теорияһын өйрәнеүҙә, шулай уҡ РФ-ла суд эштәре мәсьәләләре һәм енәйәт хоҡуғы өлкәһендә тикшеренеүҙәрҙә специалләшә. Биш тиҫтәләгән кандидатлыҡ һәм докторлыҡ диссертацияһының ғилми етәксеһе һәм консультанты булып тора. Вицин «енәйәтселек системалы ҡараш күҙлегенән — был ҡатмарлы социаль динамик система, ул билдәле параметрҙар менән етерлек адекват характерланырға һәм процесс булараҡ өйрәнелергә тейеш»,-тип иҫәпләй[2]. Енәйәтселек менән айсберг араһындағы оҡшашлыҡты килтереп, профессор Вицин «айсбергтың сифатлы составын билдәләр өсөн уның айырым өлөштәрен тикшереү етә. Дөйөм алғанда енәйәтселек тә уның өлөштәре буйынса тикшерелергә тейеш“» тип һанай[3].

  • «Моделирование в криминологии» (М., 1973);
  • «Системный подход и преступность» (М., 1980)
  • Криминология : учебно-методические материалы / Московский ун-т МВД России; [Вицин С. Е. и др.]; под ред. С. Я. Лебедева. — Москва : Щит-М, 2007. — 206 с. — ISBN 978-5-93004-247-4.
  • Криминология : учеб.-метод. материалы и альбом схем : Учеб. пособие / [С. Е. Вицин и др.]; Под ред. С. Е. Вицина и В. А. Уткина. — 2-е изд., испр. и доп. — М. : Щит-М, 2000. — 240 с. — ISBN 5-93004-084-2.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Евгения Альбац. Интервью / Создание следственного комитета России: чем нам это грозит? Эхо Москвы (9 сентябрь 2007). Дата обращения: 5 декабрь 2019.
  2. Рахманова Е. Н. Проблемы методологии криминологического прогнозирования преступности в условиях глобализации // Вестник Московского университета МВД России. — 2008. — Вып. 9. — ISSN 2073-0454.
  3. Денисенко В. В. Латентность административной деликтности и преступности в структуре оценки органами внутренних дел состояния оперативной обстановки // Общество и право. — 2014. — Вып. 4 (50). — ISSN 1727-4125.
  • Видные ученые-юристы России (Вторая половина XX века) : энцикл. словарь биографий : по состоянию на 1 авг. 2004 г. / Рос. акад. правосудия; под ред. В. М. Сырых. — Москва : Рос. акад. правосудия, 2006. — 547 с. : портр.; 30 см; ISBN 5-93916-056-5.
  • Жалинский, А. Э. Сергей Ефимович Вицин — талант, спокойствие и надежность / А. Э. Жалинский // Российский криминологический взгляд. — 2009. — № 3. — С. 21—22.
  • Профессору, генералу Вицину Сергею Ефимовичу — 80.

Һылтанмалар

үҙгәртергә
  • Сергей Ефимович Вицин (неопр.). law.edu.ru. Портал «Юридическая Россия» (28 марта 2007). Дата обращения 3 декабря 2019.
  • Вицин Сергей Ефимович (неопр.). мвд.рф. Выдающиеся ученые МВД России / МВД РФ (2019). Дата обращения 3 декабря 2019.