Виноградова Анна Ивановна
Виноградова Анна Ивановна (19 май 1917 йыл — 4 июль 2008 йыл) — совет электрон сәнәғәте алдынғыһы, СССР Электрон сәнәғәте министрлығына ҡараған Новосибирск электровакуум заводының откатчиктар бригадиры, Социалистик Хеҙмәт Геройы (1966).
Виноградова Анна Ивановна | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Гражданлыҡ |
Рәсәй империяһы Совет Рәсәйе СССР Рәсәй |
Тыуған көнө | 15 май 1917 |
Тыуған урыны | Торонково[d], Молога өйәҙе[d], Ярославль губернаһы[d], Рәсәй империяһы |
Вафат булған көнө | 4 июль 2008 (91 йәш) |
Вафат булған урыны | Омск, Рәсәй |
Һөнәр төрө | иретеп йәбештереүсе |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Биографияһы
үҙгәртергәАнна Ивановна Виноградова 1917 йылда Ярославль өлкәһе Торонково ауылында урыҫ крәҫтиәндәре ғаиләһендә тыуған.
Виноградова Анна Ивановна мәктәптә уҡып барлығы биш класс тамамлаған. Ул Ленинград ҡалаһының 211-се «Светлана» заводында хеҙмәт юлын башлап ебәрә. Анна Ивановна Виноградова 1941 йылда үҙе эшләгән завод менән бергә Ленинградтан Новосибирск ҡалаһына эвакуациялана[1].
Виноградова Анна Ивановна 1941 йылдан алып 1967 йылға тиклем 617-се заводта Новосибирск ҡалаһында эшләй. 1945 йылда ул откатчиктар бригадаһының бригадиры була, шулай уҡ иретеп йәбештереүсе һөнәрен дә шул арала үҙләштерә[2].
1966 йылдың 29 июлендә СССР Юғары Советы Президиумы Указына ярашлы рәүештә электрон сәнәғәтендәге етештереү уңыштары һәм айырым ҡаҙаныштары өсөн Виноградова Анна Ивановнаға Социалистик Хеҙмәт Геройы исеме бирелә һәм уға Ленин ордены менән «Ураҡ һәм Сүкеш» алтын йондоҙ миҙалы тапшырыла.
1967 йылдан алып Анна Ивановна Виноградова хаҡлы ялда.
1990-сы йылдар уртаһынан алып Виноградова Анна Ивановна Омск ҡалаһында йәшәй. 2008 йылдың 4 июлендә вафат була. Ул Омск ҡалаһының Көньяҡ-Көнсығыш зыяратында ерләнгән.
Наградалары
үҙгәртергәХеҙмәт уңыштары өсөн лайыҡ булған:
- «Ураҡ һәм Сүкеш» алтын йондоҙ миҙалы (29.07.1966)
- Ленин ордены (29.07.1966)
- башҡа миҙалдар.
Иҫкәрмә
үҙгәртергә- ↑ Виноградова Анна Ивановна . Сайт электронных коллекций elibrary. Дата обращения: 17 март 2020.
- ↑ ВИНОГРАДОВА АННА ИВАНОВНА | Новосибирская Книга Памяти . www.sibmemorial.ru. Дата обращения: 17 март 2020.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Виноградова Анна Ивановна . «Герои страны» сайты.