Виллевальде Богдан Павлович

1812 йылғы һуғышта башҡорт яугирҙарын һүрәтләгән рәссам

Богда́н (Го́тфрид) Па́влович Виллева́льде (нем. Gottfried Willewalde; 31 декабрь 1818 [12 ғинуар 1819], Павловск (Санкт-Петербург)|, Царскосельский өйәҙе, Санкт-Петербург губернаһы, Рәсәй империяһы — 11 (24) март 1903, Дрезден, Германия) — Рәсәй империяһы рәссамы, академик, баталиялар жанрында атҡаҙанған профессор, Император Рәсем сәнғәте академияһы Советы ағзаһы

Виллевальде Богдан Павлович
нем. Gottfried Willewalde
Рәсем
Зат ир-ат[1]
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
Тыуған көнө 31 декабрь 1818 (12 ғинуар 1819)
Тыуған урыны Павловск (Санкт-Петербург), Царскосельский уезд[d], Петербург губернаһы[d], Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 11 (24) март 1903 (84 йәш)
Вафат булған урыны Дрезден, Германский рейх[d][1]
Балалары Александр Богданович (Готфридович) Виллевальде[d]
Һөнәр төрө рәссам, battle painter, портретист, жанрист
Эш урыны Император художество академияһы
Уҡыу йорто Император художество академияһы
Уҡыусылар Шильдер, Николай Густавович[d], Николай Семёнович Самокиш[d], Павел Осипович Ковалевский[d], Пётр Николаевич Грузинский[d], Николай Александрович Зауервейд[d], Шарлемань, Адольф Иосифович[d], Константин Николаевич Филиппов[d], Штернберг, Василий Иванович[d] һәм Вячеслав Григорьевич Шварц[d]
Кемдә уҡыған Карл Павлович Брюллов[d] һәм Зауервейд, Александр Иванович[d]
Әүҙемлек урыны Санкт-Петербург[2]
Әүҙемлек осороноң тамамланыуы 1903[2]
Сәнғәт йүнәлеше академизм[d]
Жанр батальный жанр[d]
Йоғонто яһаусы Петер фон Гесс[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
орден Святого Станислава 2-й степени орден Святого Владимира 3-й степени орден Святого Станислава 1-й степени орден Святого Владимира 2-й степени орден Святой Анны 1-й степени Большая золотая медаль Императорской Академии художеств
Хеҙмәттәре тупланмаһы Эрмитаж Дәүләт Музейы[d], Екатеринбургский музей изобразительных искусств[d] һәм Иркутский областной художественный музей[d]
Авторлыҡ хоҡуҡтары статусы авторлыҡ хоҡуҡтарының ғәмәлдә булыу ваҡыты үткән[d]
Авторҙың Викимилектәге ҡалыбы Bogdan Pavlovich Willewalde
 Виллевальде Богдан Павлович Викимилектә

Биографияһы

үҙгәртергә
 
Башҡорттар Францияла. 1814 йыл
 
1885. Казактар Баутценда. Уңда өҫкө мөйөштә башҡорт яугирҙары ла күренә

Бавариянан сыҡҡан бай кеше улы, Готфрид Виллевальде Павловскиҙа (Санкт-Петербург) 1818 йылда тыуған.

1838—1842 Император Рәсем сәнғәте академияһында күренекле рәссамдарҙа уҡый.

1848 йылда баталиялар һынлы сәнғәте буйынса 2-се дәрәжә профессор исеменә өлгәшә. 1894 йылға тиклем Император Рәсем сәнғәте академияһында уҡыта. 1859 йылда 1-се дәрәжә профессор , ә 1888 йылда — атҡаҙанған профессор исеме бирелә. Виллевальде академияның баталиялар рәсем сәнғәте класында 1890-сы йылдарға тиклем эшләй.

[1870 йылдың 17 апреленән - действительный статский советник. Орден 1-се дәрәжә Изге Анна (1879),1-се дәрәжә Изге Станислав (1876),3-сө дәрәжә Изге Владимир (1873) ордендары менән бүләкләнгән[3].

Виллевальденың әҫәрҙәре Парижда (1867), Венала (1873), Антверпенда (1885), Берлинда (1886) күргәҙмәләрҙә күрһәтелгән.

Ул төрлө һуғыштарға бағышланған бик ҙур майҙанлы картиналар ижад иткән.

Ижадының һуңғы осоронда ул йәнә Наполеон һуғышы күренештәренә әйләнеп ҡайта. Күберәк хәрби көнкүрешкәиғтибарын йүнәлтә һәм әҫәрҙәрендә мәрәкәләү ҙә булыуы хеҙмәттәренә бәҫ өҫтәп ебәрә.

Шул эштәре араһында "Башҡорттар Францияла" тигән картинаһы ла бар. Башҡорттар уның бер нисә әҫәрендә йылы тойғо менән һүрәтләнә. Мәҫәлән, немец ҡатынына хәйер биргән башҡорт тураһындағы рәсеме шундайҙарҙан[4] .

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. 1,0 1,1 https://rkd.nl/explore/artists/352217
  2. 2,0 2,1 RKDartists (нидерл.)
  3. Виллевальде Готфрид Павлович // Список гражданским чинам IV класса. Исправлен по 20 января 1881 года. — С. 246.
  4. "Эпизод из войны 1813 года" Виллевальде Б.П. Башкир подаёт милостыню немке.[1]

Һылтанмалар

үҙгәртергә