Виктюк Роман Григорьевич

Роман Григорьевич Виктюк (укр. Роман Григорович Виктюк; тыуған 28 октябрь, 1936, Львов, Польша) — совет, Россия һәм украин театр режиссёры, Россия Федерацияһының Атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (2003)[1], Украинаның Халыҡ артисы (2006)[2], Россия Федерацияһының Халыҡ артисы[3], Роман Виктюк театрының художество етәксеһе.

БиографияһыҮҙгәртергә

1956 йылда ГИТИС-тың актёрлыҡ факультетын тамамлағас, Львов, Киев, Калинин һәм Вильнюс театрҙарында эшләгән.

19701974 йылдарҙа Литва ССР-ның Рус драма театрында баш режиссёр булып эшләгән.

П. Шефферҙың "Черная комната"пьесаһын (премьераһы 29 ғинуар,1971), Юлиус Словацкийҙың (Борис Пастернак тәржемәһендә) «Мария Стюарт», М. Рощиндың «Валентин һәм Валентина» (1971), А. Толстойҙың «Любовь — золотая книга», А. Чхаидзеның «Дело передается в суд», Г. Волчек һәм М. Микаэляндың «Принцесса и дровосек» (1972),А. Володиндың"С любимыми не расставайтесь", А. Вампиловтың «Встречи и расставания», Р. Нэштың «Продавец дождя»(1973) пьесаларын ҡуйған. Һуңыраҡ Вильнюстың Рус драма театрында Л. С. Петрушевскаяның «Уроки музыки» (премьераһы 31 ғинуар,1988) һәм «Мастер һәм Маргарита» буйынса М. А. Булгаковтың «Мастер и Маргарита» романы буйынса (премьераһы 20 октябрь, 1988) спектаклдәрен ҡуйған.

1970-се йылдарҙың урталарында баш ҡала Мәскәүҙең театрҙарында спектаклдәр ҡуйған, шул иҫәптән, Моссоветта «Царская охота», МХАТ-та «Муж и жена снимут комнату», «Татуированная роза», А. Вампиловтың «Утиная охота» һәм МДУ Студенттар театрында Л. Петрушевскаяның « Уроки музыки» (тыйылған) спектаклдәрен ҡуйған.

1988 йылда "Сатирикон"театры сәхнәһендә Ж.Жененең «Служанки» пьесаһы буйынса үҙенең иң күренекле спектаклен ҡуйған. Хеҙмәттәштәре : үҙенсәлекле актёр пластикаһын эшләгән Валентин Гнеушов, хореограф Алла Сигалова, музыкаль әҫәрҙәрҙе һайлаусы Асфад Фараджев, костюмдар әҙерләүсе Алла Кожевникова, грим һалыусы Лев Новиков менән бергәләшеп актёрҙар Константин Райкин(Соланж),Николай Добрынин(Клер), Александр Зуев(Мадам), Сергей Зарубин(Мсье)- ярҙамында Виктюк бер кем дә ҡабатлай алмаҫлыҡ матур спектакль ҡуйған. Был спектакль бик күп сит ил театрҙарында күрһәтелгән, киң матбуғат сараларының иң яҡшы баһаламаларына лайыҡ булған, ә режиссёры иң таныҡлы театр эшмәкәре булып әүерелгән..

«М. Баттерфляй» (1990) спектакле менән Виктюктың театры асылған. Виктюктың театрындағы спектаклдәрҙә төрлө театрҙарҙа эшләгән, уның менән фекерҙәш актёрҙар уйнағандар. Роман Виктюк Игорь Подольчак һәм Игорь Дюрич менән берлектә Мазох фондына (1991, Львов) нигеҙ һалған. Ул Театр эстрадаһы шоуының жюри ағзаһы. Рус, украин һәм поляк телен яҡшы белә.

ҠараштарыҮҙгәртергә

Роман Виктюк 2006 йылда Би-би-си-гә биргән интервьюһында үҙенең бер ваҡытта ла, хатта тоталитаризм осоронда ла, «системаны хеҙмәтләндермәгәнен» белдерҙе. Ул шулай уҡ Оранжевая революцияны яҡшы баһаланы һәм уны «рухи тоҡаныу» тип атаны. Урамдарға сыҡҡан кешеләрҙең яҡты аураһына иҫе киткәнлеген билдәләп үтте[4]. 2012 йылда режиссёр «Pussy Riot»[5][6] ҡыҙҙарын иреккә сығарыуҙы талап итеп яҙылған асыҡ хатҡа үҙенең ҡулын ҡуйҙы, хатта улар өсөн яуаплылыҡты үҙ өҫтөнә алырға риза икәнлеген белдерҙе[7]. 2014 йылда Донбасста барған һуғыш конфликты ваҡытында ул халыҡҡа телевизорҙарын һүндереп, бер кем де лә тыңламайынса, бары тик тыныс ерҙә генә был хәлде аңларға тырышырға, ә Украина граждандары булмаған кешеләрҙе ил эсендәге сәйәсәткә битарафлыҡ ҡылырға саҡырҙы.[8]. Аҙаҡтан Виктюк бер нисә тапҡыр үҙ һүҙҙәренән, редакция тарафынан дөрөҫ аңланмағанмын тип, баш тартты. Хәҙерге заманда хайуандарҙы ҡаты мөғәләмә итеүҙән яҡлау тураһындағы законды ҡабул итергә кәрәклекте белдерҙе. Ул Россияның һәм Украинаның бик күп ТВ шоуҙарында ҡатнашыусы һәм алып барыусы.[9]

Театр эштәреҮҙгәртергә

Актёрлыҡ эшеҮҙгәртергә

  1. 1964 — «Сомбреро» С. Михалкова (Львовский ТЮЗ им. М.Горького) — Шура Тычинкин

Режиссерлыҡ эштәреҮҙгәртергә

ФильмографияҮҙгәртергә

  • 1976 — Вечерний свет, — режиссёр телефильма по одноимённой пьесе А.Арбузова
  • 1978 — Игроки, — режиссёр телефильма по пьесе Н. В. Гоголя. В ролях: Александр Калягин (Ихарев), Валентин Гафт (Утешительный), Леонид Марков (Швохнев), Александр Лазарев (Кругель), Владимир Кашпур (Алексей), Борис Иванов (Глов-старший), Вячеслав Захаров (Глов-младший), Борис Дьяченко (Гаврюшка), Николай Пастухов (Замухрышкин), Маргарита Терехова (Аделаида Ивановна)
  • 1980 — Мне от любви покоя не найти — режиссёр телевизионной композиции по мотивам произведений У. Шекспира «Укрощение строптивой», «Ричард III», «Антоний и Клеопатра», «Отелло», «Гамлет». В ролях: Маргарита Терехова и Эммануил Виторган.
  • 1980 — История кавалера де Гриё и Манон Леско — режиссёр телевизионного фильма-спектакля по мотивам романа аббата Прево. В ролях: Игорь Костолевский, Маргарита Терехова, Александр Збруев, Валентин Гафт, Эммануил Виторган, Юрий Яковлев, Клара Белова, Борис Иванов, Андрей Степанов, Пётр Смидович, Олег Чайка, Юрий Горин, Ефим Шифрин
  • 1982 — Девочка, где ты живёшь?, — режиссёр телефильма по пьесе М.Рощина «Радуга зимой»
  • 1985 — Долгая память, — режиссёр фильма о пионере-герое Володе Дубинине, по мотивам повести Л.Кассиля и М.Поляновского
  • 1989 — Татуированная роза, — телеверсия спектакля МХАТ им. Чехова, по одноимённой пьесе Теннесси Уильямса (Гл. ред. лит.-драм. программ ЦТ)
  • 1993 — Баттерфляй, — документальный фильм («киношоу, эротическое шоу или экзистенциональное шоу») о режиссёре[10] Алексее Учителе (I приз за лучший полнометражный фильм IV Открытого фестиваля неигрового кино «Россия»), по сценарию Д.Смирновой и А.Учителя
  • 2000 — Ростов-папа, — Нотариус, — роль в телесериале Кирилла Серебренникова (новелла «Сынок», заключительная)
  • 2001 — Конец века, — Хенрик Станковский, врач-психотерапевт, стирающий память, — центральная роль в фильме Константина Лопушанского[11]
  • 2008 — Роман Карцев: Бенефис, — «Хорошо забытое старое»: спектакль Виктюка «Браво, сатира!», по произведениям М. Жванецкого, поставленный в Московском театре миниатюр для Карцева и Ильченко (1984)

Педагогик эшмәкәрлегеҮҙгәртергә

Профессор Р . Г. Виктюк эстрада-цирк училищеһында уҡыта (иң билдәле уҡыусылары — Геннадий Хазанов, Ефим Шифрин), РАТИ — ГИТИС-та өс курс уҡытып сығарҙы таныҡлы уҡыусылары — Андрей Шакун, Евгений Лавренчук). Россияла, Украинала һәм Италияла режиссура һәм актёр оҫталығы буйынса лекциялар уҡый һәм Мәскәүҙәге польша театрында режиссура һәм актёрлыҡ оҫталығы буйынса мастер-кластар алып бара.

БиблиографияҮҙгәртергә

Мәҡәләләр
  • Виктюк Р. Проверка на призвание [: Ирина Мирошниченко ] // Мой любимый актёр: Писатели, режиссёры, публицисты об актёрах кино [: сб.] / Сост. Л. И. Касьянова. М.: Искусство, 1988. С.75—90.
Китаптар

ӘҙәбиәтеҮҙгәртергә

Мәҡәләләр
  • Иванов В., Иванова М. Тайна целого // Театральная жизнь. 1987. № 8. С.20-21.
  • Туровская М. Нужен ли нищим КЭМП (англ.)русск.? О Театре Романа Виктюка // Московский наблюдатель. 1992. № 1. С.1-9.
  • Театральная жизнь. 2009. № 2 Театр Романа Виктюка / Сост. и редактор А.Смольяков. — ISSN 0131-6915
Китаптар

Танып белеү һәм бүләктәрҮҙгәртергә

  • 19911992
    • Лауреат премии «Киевская пектораль» в категории «Лучший спектакль драматического театра» (спектакль «Дама без камелий»)
    • Номинант премии «Киевская пектораль» в категории «Лучшая режиссёрская работа» (спектакль «Дама без камелий»)

ФакттарҮҙгәртергә

  • 2011 йылда Беренсе каналдың «Призрак Оперы» телепроектында жюри ағзаһы сифатында ҡатнашты
  • 2011 йылдың көҙөндә украина каналы Интер шоу "Майҙан’s"та жюри ағзаһы булараҡ ҡатнашты[12]
  • 2013 йылда Беренсе каналдың «Минута славы. Дорога на олимп!» шоуында жюри ағзаһы сифатында ҡатнашты
  • Виктюктың ҡайһы бер эштәре ныҡ тәнҡит уты аҫтына эләкте[13].

ИҫкәрмәләрҮҙгәртергә

  1. Указ Президента РФ от 5.06.2003 № 621 «О награждении государственными наградами Российской Федерации» 2013 йылдың 1 август көнөндә архивланған.
  2. Почётное звание присвоено указом президента Украины № 1009/2006
  3. Почётное звание присвоено указом президента России № 1333 от 23 ноября 2009 года
  4. Висенс, Анна Роман Виктюк: я пережил всех вождей тоталитаризма. Би-би-си (4 декабря 2006 года).
  5. Интеллигенция призывает освободить Pussy Riot. Эхо Москвы (27 июня 2012 года).
  6. Сто с лишним деятелей культуры подписали письмо в защиту Pussy Riot: от Бондарчука до Хаматовой. NEWSru.com (27 июня 2012 года).
  7. Иванова, Виктория За Pussy Riot готовы заплатить Серебренников, Виктюк и Арабов. Известия (27 июня 2012 года).
  8. Виктюк – жителям Донбасса: Если вы не считаете себя гражданами Украины, то оставьте Украину в покое. Гордон (17 июня 2014 года).
  9. Защитники прав животных не намерены прощаться с законом по защите животных от жестокости. За права человека (10 апреля 2008 года). 2016 йылдың 24 апрель көнөндә архивланған.
  10. Закончились съёмки фильма о Виктюке // КоммерсантЪ. 1993. 26 февраля.
  11. Трофименков М. Константин Лопушанский стряхнул с себя век-волкодав // КоммерсантЪ-СПБ. 2001. 18 апреля.
  12. Майдан’s Официальный сайт (укр. Майдан’s Офіційний сайтМайдан’s Офіційний сайт)
  13. Аналитические материалы об опасности оккультизма