Википедия:Ҡағиҙәләр тураһында фекерләшеү
|
Википедия:Ҡағиҙә һәм күрһәтмәләр сәхифәһе һәм уның фекер алышыу бите лә бар.
Мәҡәләләр һаны
үҙгәртергә- -Рөстәм Нурыев, Айсар, ZUFAr! Мин мәҡәлә яҙа башлар алдынан Баш биттә булған мәҡәләләр һанын ҡараным - 46 925 тора ине. Мәҡәләмде (Теш (мәғәнәләр)) яҙып бөтөп, урыҫ мәҡәләһенә бәйләнем, әммә дөйөм һан үҙгәрмәне. Иҫәп дөрөҫ барамы икән ул? Әллә минең мәҡәләләр иҫәпкә алынмаймы?--Guram52 (әңгәмә) 09:17, 2 март 2019 (UTC)
- Миндә 46 927 күренә. Ҡайһы саҡта викидата һуңлап күрһәтә.--ZUFAr (әңгәмә) 13:06, 2 март 2019 (UTC)
- Әле миңә лә шулай күренә. Күпме ваҡыт үткәс кенә--Guram52 (әңгәмә) 13:35, 2 март 2019 (UTC)
- Викидата түгел, компьютерҙағы КЭШ тиҙ генә яңырмай, шуға шулай. Минең дә башта 925 күренә ине, хәҙер 927. --Рөстәм Нурыев (әңгәмә) 13:38, 2 март 2019 (UTC)
- Ә викидатаға бәйләнмәһә, мәҡәлә иҫәпкә алынмаймы?--Guram52 (әңгәмә) 15:33, 2 март 2019 (UTC)
- Викидатаһыҙ ҙа иҫәпкә алына. Мәҡәләлә эске һылтанмалар бөтөнләй булмаһа ғына мәҡәлә булып иҫәпләнмәй. --Рөстәм Нурыев (әңгәмә) 15:40, 2 март 2019 (UTC)
- рәхмәт--Guram52 (әңгәмә) 16:54, 2 март 2019 (UTC)
«РСФСР халыҡ мәғарифы отличнигы» түш билдәһе менән бүләкләнгәндәр
үҙгәртергә
«РСФСР халыҡ мәғарифы отличнигы» түш билдәһе менән бүләкләнгәндәр тураһында, әгәр был награданан юғарыраҡтары булмаған осраҡта, БашВикила мәҡәлә яҙабыҙмы? Фекерҙәрегеҙ нисек? --Рөстәм Нурыев (әңгәмә) 15:36, 23 февраль 2019 (UTC)
- Башта уның дөрөҫ статусын (атамаһын-?) билдәләргә кәрәктер! «РСФСР халыҡ мәғарифы отличнигы» ғына булмаймы ни? Атҡаҙанған һәм халыҡ артистарына, мәҫәлән, шулай уҡ күкрәккә тағыла торған билдә бирелә бит, уларҙы бер ҙә "...билдәһе менән бүләкләнгән" тип әйтмәйбеҙ ҙә инде. --Айсар (әңгәмә) 16:30, 23 февраль 2019 (UTC)
- Совет заманындағы бүләктәр исемлеге буйынса был оло баһа бит, уны алыу өсөн башта РСФСР-ҙағы автономиялы республика, өлкә һәм край кимәлендә нимәгәлер лайыҡ булыу шарты торғандыр. Ошо исемгә лайыҡ булыусылар РСФСР кимәлендә бүләк алыусы була һәм мәҡәлә яҙылыуға хоҡуҡлы тип уйлайым. Тик бының өсөн ниндәйҙер конкурс йә марафон ойоштороу кәрәкмәҫ ул. --Айсар (әңгәмә) 16:47, 23 февраль 2019 (UTC)
- РСФСР кимәлендә маҡтаулы билдә алыусы республиканан тәҡдим ителә торған булған. Шуға күрә мәҡәләгә лайыҡтыр ул. [1]--Guram52 (әңгәмә) 17:33, 23 февраль 2019 (UTC)
- «РСФСР халыҡ мәғарифы отличнигы» маҡтаулы билдәһе әлеге ваҡытта ла актуаль, «Хеҙмәт ветераны» исеме алыуға хоҡуҡ бирә. Әлбиттә, был билдәне алыу өсөн республика кимәлендәге награда булырға, эш һөҙөмтәһе юғары булырға тейештер инде ул. Айсар абзый менән Гүзәл апай фекере менән мин дә килешәм. Ҡайҙалыр Әһәмиәтлеләр исемлеген төҙөй башлағайныҡ шай, шунда яҙып ҡуйыу зарур булырҙыр, әгәр ҡаршылар булмаһа. --Рөстәм Нурыев (әңгәмә) 18:30, 23 февраль 2019 (UTC)
ауыл Советы мәҡәләләре тураһында
үҙгәртергәТутыйғош, Аҡҡашҡа, Таңһылыу, Хаят Йосопова1, Юлдашева Луиза, Айсар ауыл Советтары мәҡәләләрендә {{ИСЕМ районы муниципаль берәмектәре}} ҡалыбын ҡуйып барығыҙ, һәм ниндәй ауыл Советтары мәнән сиктәщ булыуын яҙығыҙ. Ауыл Советы рәйестәре/башлыҡтары исемлеге ҡуйығыҙ, ҡайһы бер район энциклопедияларында ундай исемлектәр бар. Өлгө өсөн Абдулла ауыл Советы (Мәсетле районы) мәҡәләһен ҡарағыҙ. Башҡортостандың барлыҡ ауыл Советтары мәҡәләләрен яҙып ҡуйырға кәрәк. Уңыштар. --Рөстәм Нурыев (әңгәмә) 15:53, 26 сентябрь 2018 (UTC)
- Тағы бер мәсьәлә. Беҙгә РусВикинан бөтә нәмәне калька итеп күсереп ултырыу кәрәкме икән? Был ауылдарҙың билдәле шәхестәренә ҡағыла. Уларҙы РусВики шулай яҙған тип, ауыл Советтары битенә ҡуйыуҙы кәрәкмәгән эш тип һанайым. Сөнки: 1) ул билдәле шәхестәрҙең тыуған ауылы бар һәм уларҙың исем-шәрифе нәҡ шунда яҙылырға тейеш; 2) улар шулай уҡ ҡыҫҡараҡ форматта район битендә лә булһын; 3) ауыл Советы битендә һәр шәхес «юғалыуға» дусар була. Быға тиклем бер кем тураһында ла бер ҡайҙа ла «ул шул ауыл Советында тыуған» тип яҙылманы ла, һөйләнмәне лә, шуға бының хәҙер ҙә, киләсәктә лә кәрәге юҡ. 4) Ауыл Советтары биләмәләре сирек быуатҡа бер булһа ла үҙгәреп тора, бер ауылды индерәләр, икенсеһен күсерәләр һ. б. Был билдәле шәхестәрҙең биографияһы мәғлүмәттәренә буталсыҡ өҫтәй. Минең тәҡдим: ауыл Советы биттәренә бер ниндәй ҙә билдәле шәхестәрҙе теркәмәҫкә, быға тиклем ҡуйылғандарын «үҙ ауылдарына ҡайтарырға». Әгәр ҙә кемдер конкурс өсөн мәҡәлә күләмен ҡайғырта икән, башҡа файҙалы мәғлүмәт эҙләһен. --Айсар (әңгәмә) 17:02, 26 сентябрь 2018 (UTC)
- Шәхестәрҙе ауылдарға яҙырға кәрәк. Райондарға айырым исемлектәр төҙөү урынлы булырҙыр. Ауыл Советтары буйынса ундай исемлектәр төҙөү урынһыҙ эш. Әммә, тыйып та булмай. Кәңәш кенә итә алабыҙ. ШӘХЕСТӘРҘЕ АУЫЛ СОВЕТЫ МӘҠӘЛӘЛӘРЕНӘ ЯҘМАҪҠА ТӘҠДИМ ИТӘБЕҘ! - тип. --Рөстәм Нурыев (әңгәмә) 17:28, 26 сентябрь 2018 (UTC)
- Етәкселәрен табып яҙыуға ҡарата ыңғай ҡараштамын. Билдәле шәхестәр тураһындағы фекер менән дә килешәм. Ысынлар та, ауыл то бер ауыл Советы, то икенсеһенә күсерелә... Ә ҡалыпты һәр береһенә ҡуйырға тырышам.--Хаят Йосопова1 (әңгәмә) 18:50, 26 сентябрь 2018 (UTC)
- Хаят Йосопова1, Ишембай энциклопедияһын ҡарағыҙ, ауыл Советтары тарихы, рәйестәр исемлеге бар. --Рөстәм Нурыев (әңгәмә) 15:04, 27 сентябрь 2018 (UTC)
- Рөстәм Нурыев, Ауыл советы етәкселәрен күрһәтеү кәрәкме икән? Улар йыш алмашына, ә алмашынғанын кем күҙәтеп барырға тейеш? Улар күп бит. Совет рәйесен күрһәтеү нимә бирә?--Guram52 (әңгәмә) 17:39, 23 февраль 2019 (UTC)
- Guram52, билдәле булған осраҡта яҙып ҡуйыу урынлы булыр, ә дөйөм алғанда мотлаҡ түгелдер. --Рөстәм Нурыев (әңгәмә) 18:06, 23 февраль 2019 (UTC)
- Рөстәм Нурыев, Ауыл советы етәкселәрен күрһәтеү кәрәкме икән? Улар йыш алмашына, ә алмашынғанын кем күҙәтеп барырға тейеш? Улар күп бит. Совет рәйесен күрһәтеү нимә бирә?--Guram52 (әңгәмә) 17:39, 23 февраль 2019 (UTC)
- Был бары тик вазифа, маҡтаулы бер бүләк түгел, етмәһә, кеме нисек эшләй, шуға кәрәкмәйҙер тип уйлайым. Ә бына эштәре өсөн бүләкләнһәләр, үҙҙәре тураһында айырым мәҡәлә биреү бик урынлы булыр ине. Ғәмәлдә, улар һайлауҙан һайлауға тиклем генә вәкәләтле, яңынан һайлауҙары ла, һайламауҙары ла мөмкин.--Guram52 (әңгәмә) 18:31, 23 февраль 2019 (UTC)
- Район энциклопедияларын төҙөгәндә ауыл советтары рәйестәре, башлыҡтары тураһында мәғлүмәт бирелә. «Башҡорт Энциклопедияһы» ғилми нәшриәте кәңәше менән ошолай эшләйҙәр. Булған мәғлүмәтте БашВикиға ла яҙыу урынлы булыр. Ваҡыт һәм яҙыусыһы кәрәк, әлбиттә. Бөгөн яҙылмаһа, киләсәктә яҙыусылары булыр ул. --Рөстәм Нурыев (әңгәмә) 18:40, 23 февраль 2019 (UTC)
- Рөстәм Нурыев Район китап итеп сығарғас, рәйестәрҙе күрһәтеү урынлы - был тарихтың бер киҫеме.Йылдары күренеп тора, район өсөн әһәмитәле. Ә Википедия яңыртылып торорға тейешле ресурс, бынан 15-20 йыл элекке рәйес фамилияһы мәҡәләгә кире тәьҫир итер тип уйлайым. Минеңсә, ҡайта-ҡайта яңыртып тороп булмай торған мәғлүмәттәрҙе ҡуймау яҡшыраҡ --Guram52 (әңгәмә) 20:39, 23 февраль 2019 (UTC)
- Ҡалып-ҡарточкалағыһын әйтәһәгеҙ шикелле, ивет. Эйе, уныһы менән килешергә була. Ҡалып-карточкала йыш алышынған мәғлүмәтте күрһәтмәү урынлы. --Рөстәм Нурыев (әңгәмә) 04:22, 24 февраль 2019 (UTC)
- Шундай йылдарҙа фәлән-фәләнов ауыл Советы рәйесе булды тип мәҡәлә эсендә яҙыу ҡуйыу насар түгелдер ул. --Айсар (әңгәмә) 05:01, 24 февраль 2019 (UTC)
Википедия мәҡәләләренә шиғыр ҡуйыу тураһында фекер алышыу
үҙгәртергә- Аңлатма
- Был тема ВК-лағы чатта Википедия мәҡәләһенә шиғыр ҡуйыу буйынса админдарҙан рөхсәт һорау сәбәпле асыла. Сөнки админдарҙың Википедия мәҡәләһенә нимә яҙыу буйынса рөхсәт биреү йәки бирмәү вәкәләте юҡ (админдар нимә эшләргә тейеш икәнен уҡығыҙ). БашВики мәҡәләләрендә шиғыр ҡуйыу буйынса ғәмәли өлгөләр булғанлыҡтан (әйтәйек, мин шиғыр ҡуйған мәҡәлә) был мәсьәлә буйынса фекер алышырға тәҡдим итәм. Үҙемдең фекер төйнәлә башланы, һуңғараҡ әйтермен. Әле башҡа бүлектәрҙәге тәжрибәне эҙләйем. --Рөстәм Нурыев (әңгәмә) 09:46, 6 июнь 2018 (UTC)
- Әгәр был мәҡәлә шиғыр йәки уға бәйле булған мәҡәлә (мәҫәлән, гимн/йыр йәки һәйкәл) тураһында булһа, авторлыҡ хоҡуғы шарттарын үтәп шиғырҙың өҙөгөн өҫтәргә мөмкин, шулай уҡ яҙыусыларҙың ижадын тасуирлағанда шиғырҙың бер бәләкәй өҙөгөн күрһәтергә була (авторлыҡ хоҡуғы шарттарына тура килһә ҡалғанын Викикитапханаға өҫтәргә). Башҡа осраҡтарҙа шиғыр энциклопедик мәғлүмәткә тура килмәй тигән фекерҙәмен. --Ryanag (әңгәмә) 02:05, 23 март 2019 (UTC)
Шәхес инициалдары менән мәҡәлә атамалары
үҙгәртергәБәлки ошондай шәхес инициалдары менән башланған мәҡәлә атамаларында шәхес исемдәрен тулыһынса яҙыр кәрәк, мәҫәлән: П. И. Чайковскийҙың дәүләт йорт-музейы→Пётр Чайковскийҙың йорт-музейы, А. С. Пушкин һәйкәле (Мәскәү, Пушкин майҙаны)→Александр Пушкин һәйкәле (Мәскәү, Пушкин майҙаны), И. А. Бунин һәйкәле (Мәскәү)→Иван Бунин һәйкәле (Мәскәү) һ.б. Быға миҫалдар бар — Лев Толстой һәйкәле (Мәскәү, Пречистенка), Михаил Фрунзе һәйкәле (Мәскәү) һ.б. Был ваҡытта уларҙы эҙләп табыу еңеләйә, шулай уҡ берҙәм күп мәғәнәләлек бите төҙөү уңайлы була (Лев Толстой һәйкәле, Александр Пушкин һәйкәле һ.б.). --Ryanag (әңгәмә) 02:05, 23 март 2019 (UTC)
- Йәки тәү сиратта фамилияны ҡуйырға. --Ryanag (әңгәмә) 18:40, 8 декабрь 2020 (UTC)
- Беренсе тәҡдим — бар яҡтан да отошлораҡ. Билдәле шәхестәрҙе исеме һәм фамилияһы менән йөрөтөү телдә нығынған күренеш бит. --Айсар (әңгәмә) 17:09, 21 декабрь 2020 (UTC)