Лев Толстой һәйкәле (Мәскәү, Пречистенка)

Лев Толстой һәйкәле Мәскәүҙең Лев Толстой исемендәге Дәүләт музейы ишеге алдында (Пречистенка урамы, 11-се йорт) урынлашҡан. Гранит скульптура 1913 йылда скульптор С. Д. Меркуров тарафынан эшләнгән. Хәҙерге урынында 1972 йылдан[2] алып тора.

Лев Толстой һәйкәле
Нигеҙләү датаһы 1926
Рәсем
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Хамовники[d]
Входит в состав списка памятников культурного наследия Культурное наследие России/Москва/Центральный округ/От Пречистенской наб. до Пречистенки[d]
Мираҫ статусы объект культурного наследия России федерального значения[d][1]
Указания, как добраться улица Пречистенка, 11/8
Карта
 Пречистенка) Лев Толстой һәйкәле (Мәскәү, Пречистенка) Викимилектә

Тарих үҙгәртергә

 
С. Д. Меркуров Л. Н. Толстой һынын эшләүҙе тамамлай. 1913 й.

Скульптор С. Д. Меркуров төшөрөп 1910 йылдың ноябрендә Лев Николаевич Толстой үлгәс уның йөҙөнән битлеген ала. Бынан һуң ул яҙыусының һәйкәлен яһай башлай. Һәйкәлде эшләүгә заказды мәскәү меценаты Н. А. Шахов бирә. 1913 йылда финляндия гранитынан уйып эшләнгән скульптура әҙер була. Башланғыс ниәт буйынса, һәйкәлде Миусс майҙанындағы А. Л. Шанявскийҙың шәхси университеты бинаһы ҡаршыһына ҡуйыу планлаштырыла. Әммә черносотенныйҙарҙың «Союз русского народа» ойошмаһы сиркәүҙән ҡыуылған динһеҙ яҙыусының һәйкәлен шартлатыу менән янай, сөнки ул төҙөлөп ятҡан Александро-Невский соборына күренеп торорға тейеш була. Һөҙөмтәлә Мәскәү ҡала думаһы һәйкәлде ҡуйырға рөхсәт бирмәй, шунлыҡтан скульптура Меркуров оҫтаханаһында тороп ҡала[2].

Совет власы йылдарында скульптура тураһында иҫкә алына, һәм 1928 йылда уны Девичье Поле скверында Лениндың монументаль пропаганда планы сиктәренә ярашлы ҡуялар. 1972 йылда уны яңы, монументаль һәйкәл менән алмаштыралар (скульпторы -М. Портянко) , ә С. Д. Меркуров скульптураһын хәҙер торған урынға — Л. Н. Толстой музейы алдына күсерәләр[2].

Был ике һәйкәлдән тыш, Мәскәүҙә Л. Н. Толстойҙың өсөнсө һәйкәле бар — ул Повар урамындағы «Ростовтар йорто» алдына ҡуйылған.

Тасуирлама үҙгәртергә

Һәйкәл Меркуровтың революцияға тиклемге бар эштәре кеүек үк формалары дөйөмләштереп яһалған. Яҙыусының һыны эре бөртөклө ҡыҙыл гранит киҫәгенән үҫеп сыҡҡан кеүек формала[3]. Ул башын еңелсә эйгән. Яҙыусы киң блузалар кейгән, ҡулдары билбауы аҫтында тора[2].

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. Постановление Совета Министров РСФСР № 1327 от 30.08.1960
  2. 2,0 2,1 2,2 2,3 Кожевников Р. Ф. Памятники Л. Н. Толстому // Скульптурные памятники Москвы. — М.: Московский рабочий, 1983.
  3. Соболевский Н. Д. Скульптурные памятники и монументы в Москве. — М.: Московский рабочий, 1947. — С. 48.