А. С. Пушкин һәйкәле (Мәскәү, Пушкин майҙаны)

Александр Сергеевич Пушкин һәйкәле Александр Михайлович Опекушин эше. Мәскәүҙә 1880 йылдың 6(18) июнендә ҡуйыла. Һәйкәл бронзанан ҡойолған, башта Страстной майҙанының Тверь бульварында (хәҙер Пушкин майҙаны) ҡуйылған. 1950 йылда майҙандың ҡапма-ҡаршы яғына күсерелә, һәм әлегә тиклем шунда тора.

А. С. Пушкин һәйкәле
Нигеҙләү датаһы 1880
Рәсем
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Тверской районы[d]
Урын Пушкинская площадь[d]
Булдырыусы Александр Михайлович Опекушин[d]
Һүрәтләнгән объект Пушкин Александр Сергеевич
Коллекцияләре Мәскәү һәм Пушкинская площадь[d]
Входит в состав списка памятников культурного наследия Q27603067?
Мираҫ статусы объект культурного наследия России федерального значения[d][1]
Указания, как добраться Пушкинская площадь
Карта
 Пушкин майҙаны) А. С. Пушкин һәйкәле (Мәскәү, Пушкин майҙаны) Викимилектә

Скульптор шағирҙы плащ ябынған, оҙон сюртукта аяғүрә баҫып торған килеш һүрәтләй. Башы уйсан аҫҡа эйелгән, әйтерһең, ул яңы әҫәре өҫтөндә уйлана. Уң ҡулын сюртукҡа һалған, артҡа ҡайырған һул ҡулында — эшләпә.

Төҙөлөү тарихы үҙгәртергә

 
И. Н. Шредер, П.П. Забелло һәм А.М. Опекушин проекттары, 1875 йыл

1860 йылда Батша ауылы лицейының сығарылыш уҡыусылары инициативаһы буйынса Мәскәүҙә Пушкин һәйкәле өсөн аҡса йыйыу башлана. 30 мең һум тирәһе аҡса йыйыла. 1870 йылда лицей уҡыусыһы Яков Карлович Грот инициативаһы менән яңы яҙылыу уҙғарыла һәм яҡынса 160 575 һум аҡса йыйыуға өлгәшелә

1875 йылда Пушкин һәйкәленә асыҡ конкурс һөҙөмтәләре буйынса беренсе премияны А.М. Опекушин ала. Төҙөү-монтаж эштәре өсөн Александр Михайлович Опекушин архитектор Иван Семенович Богомоловты саҡыра. Һәйкәл ҡороу буйынса махсус комиссияны П.Г. Ольденбургский етәкләй.[2][3].

 
М. М. Антокольский проекты, 1875 йыл

Артабанғы биш йыл статуя моделен эшләүгә, Петербургта бронза ҡойоу заводында ҡойоуға, ҡыҙғылт граниттан пьедестал әҙерләүгә һәм монтажлауға китә. 1879 йылдың 19 октябрендә һәйкәлде асыу планлаштырыла (Лицей йыллығына), ләкин мөйөш монолиттарының береһенең зыян күреүе арҡаһында уны ике яңыһы менә алмаштыралар, был тотҡарлыҡҡа килтерә[4].

1880 йылдың яҙына һәйкәл буйынса эш тамамлана. Һәйкәлде асыу тантанаһы 1880 йылдың 26 майында тәғәйенләнә (шағирҙың тыуған көнөндә); ләкин был дата императрица Мария Александровнаның матәме менән кисектерелә[4]. 1880 йылдың 6 июнендә Мәскәү халҡы Тверь бульвары янына һәйкәлде асыу тантанаһына йыйыла. Шул уҡ көндө Мәскәү университетында тантаналы йыйылышы үтә, унда Пушкиндың ижады һәм уның рус мәҙәниәтендәге урыны тураһында Н.С. Тихонравов һәм В.О. Ключевский телмәр менән сығыш яһай. Өс көн дауамында Дворяндар йыйылышы залында төрлө байрам саралары үтә, йыйылыусылар алдында Тургенев, Ф.М. Достоевский, И.С. Аксаков һәм башҡа мәҙәниәт эшмәкәрҙәре сығыш яһай[5].

 
Пушкин Һәйкәле. Xix быуат аҙағында открыткалар

Башта һәйкәл Тверь бульвары башында, Страстной монастырына ҡарай ҡуйыла. 1950 йылда монумент Тверь урамының (ул саҡта Горький урамы) икенсе яғына, һүтеп алынған монастырь урынына 180 градусҡа бороп ҡуйыла[6].

Пьедесталдағы яҙыуҙар үҙгәртергә

Пьедесталды Пушкиндың «Һәйкәл» шиғырындағы юлдар биҙәй. Жуковский цензура күҙлегенән сығып, шағирҙың үлгәндән һуңғы беренсе әҫәрҙәр йыйынтығында ҡайһы бер юлдарҙы үҙгәртә[7]. Был үҙгәрештәрҙең береһе пьедесталдың уң яғында ҡырҡып яҙыла:

И долго буду тем народу я любезен,
Что чувства добрые я лирой пробуждал


1936 йылда шағирҙың үлеүенә 100 йыллыҡ уңайынан шиғырҙың тексын оригиналы менән алмаштырырға ҡарар ителә. Шул уҡ ваҡытта:

  • иҫке рельефлы яҙыуҙар алып ташлана, өҫтө яңынан шымартыла.
  • баштағы шрифт һаҡлана, орфография хәҙерге заман орфографияһы менән алмаштырыла,
  • ике юллыҡ тулыһынса дүрт юллыҡ менән алмаштырыла.

Пьедесталдың артҡы яғындағы текст иҫке орфографияла үҙгәрешһеҙ ҡала: «Сооруженъ въ 1880 году».

Шулай уҡ ҡарағыҙ үҙгәртергә

  • Һәйкәл С. Пушкин
  • Үҙәктә Александр Михайлович

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

Әҙәбиәт үҙгәртергә

  • Чубуков В. В. Всенародный памятник Пушкину: (200-летию А. С. Пушкина посвящается). — М.: «Тверская, 13», 1999. — 160 с. — 8 000 экз. — ISBN 5-89328-009-1. (пер.)
  • Кони А. Ф. Открытия памятника Пушкину (1880 г.) // Москва и её жизнь. — М.: Москва для всех, 1914. — С. 98-110.

Һылтанмалар үҙгәртергә