Википедия:Навигация ҡалыптары
Ҡыҫҡаса: Навигация ҡалыптары — «Ҡалыптар:» мөхитендәге уртаҡ тематикалы биттәр; уларға мәҡәләләргә һылтанмалар урынлаштырыла. Навигация ҡалыптары, категориялар һәм эске исемлектәр менән бергә, мәҡәләләрҙе төркөмләү һәм системаға һалыу буйынса бер-береһен тулыландырған өс ысулдың береһе булып тора. Был өсәүҙең һәр береһенең үҙ өҫтөнлөктәре һәм етешһеҙлектәре бар. Мәҡәләләрҙең бәйләнешен ойоштороу өсөн ҡалыптар механизмын ҡулланыуҙа ҡайһы бер сикләүҙәр бар. |
Навигационные шаблоны — «Ҡалып:» мөхитендәге биттәр; уларҙа был ҡалыптар ҡуйылған мәҡәләләргә һылтанмалар туплана һәм шул юл менән билдәле бер темалағы мәҡәләләр бер-береһенә бәйләнә. Навигация ҡалыптары тәү сиратта уҡыусыға темаға бәйле өҫтәмә мәғлүмәт табыу юлын күрһәтә. Навигация ҡалыптары бер өлкә эсендәге мәҡәләләрҙе табыуҙы еңеләйтә.
Навигация ҡалыптары энциклопедик контенттың бер өлөшө булып тора һәм ҡағыҙ баҫмаларҙа ҡулланыла торған рубрика хеҙмәтен үтәй.
Навигация ҡалыптары, категориялар кеүек үк, мәҡәләләрҙе төркөмләү һәм системаға һалыу ысулы булып тора. Уларҙың мәҡәлә эсендәге һылтанмалар исемлегенә лә оҡшашлығы бар. Навигацияның был өс ысулы бер-береһе менән ҡаршылыҡҡа инмәй, киреһенсә, бер-береһен тулыландыра. Шул уҡ ваҡытта уларҙың ҡайһы береһенең ҡулай булмауы бар, һәм быны консенсус билдәләй. Мәҫәлән, категориялаштырыу ҡағиҙәһе категория ҡулланылмай торған ситуацияларҙы һүрәтләй.
Навигация ҡалыптарының айырмалы һыҙаттары
үҙгәртергәНавигация ҡалыптарының үҙенсәлектәре һәм уларҙы ҡулланыуға сикләүҙәр бар.
Навигация ҡалыптары мәҡәләләр араһындағы йөрөү өсөн хеҙмәт итә
үҙгәртергә- Навигация ҡалыптарының маҡсаты дөйөм темаға бәйле мөмкин тиклем күберәк һылтанмаларҙы бер урынға йыйыу түгел.
- Ҡалыптар күләм йәһәтенән айыҡ аҡылға буйһоноп, сикләнгән булырға тейеш. Ҡалыптың күләмен бер-береһенә дөйөм тема менән бәйләнгән ун рубрика менән сикләргә тәҡдим ителә, уларҙың һәр береһендә 25-30 һылтанма була ала. Ҡалыптың һәр рубрикаһы горизонталь йә вертикаль һылтанмалар исемлегенән тора, һәр исемлеккә баш ҡуйыла. Рубрикалар айырым ҡалып итеп яһала ала һәм артабан {{Навигация блогы}} ҡалыбы ярҙамында берләштерелергә мөмкин. Мәҡәләгә индерелгән үҙ-ара бәйләнмәгән айырым навигация ҡалыптарының һаны 5-тән артмаһын, уларҙың һәр береһенең тематикаһы мәҡәлә тексында сағылдырылыуы шарт. Мәҡәләгә ҡуйылған навигация ҡалыптарының дөйөм һаны 300-ҙән артмаҫҡа тейеш. Был сиктән ашып киткән осраҡта түбәндәге һорауҙарҙы ҡарағыҙ:
- Ҡалыптарҙы бер нисә вағыраҡ ҡалыпҡа бүлеп булмаймы? Тарыраҡ тематикалы ҡалып бармы? Тарыраҡ тематикалы ҡалып ҡулланыу яҡшыраҡ тип һанала. Ләкин навигация ҡалыптарын яһалма билдәләр буйынса бүлгеләү ҙә хупланмай, мәҫәлән, «Союзмультфильм студияһы мультфильмдары „А − Б“ хәрефтәренә» йәки «1991−1995 йылдарҙағы туплы хоккей ярыштары». Был осраҡтарҙа навигацияның башҡа ысулдарын ҡарарға кәрәк, мәҫәлән, «Шулай уҡ ҡарағыҙ» блогына һылтанма ҡуйып, исемлек төҙөү юлы яҡшыраҡ.
- Мәҡәләләге һылтанмалар ҡалыптағы һылтанмаларҙы ҡабатламаймы? Бәлки, һылтанмаларҙың күбеһе эске исемлек рәүешендә мәҡәлә эсендә ултыралыр йә был тематика буйынса исемлекле айырым мәҡәлә барҙыр.
- Ҡалыптар үтә ваҡ булмаһын. Изоляцияланған мәҡәләләргә илткән һылтанмаларҙы башҡа мәҡәләләрҙең текстарына туранан-тура ҡуйыу ҙа һәйбәт ысул булып тора. Әҙ һылтанмалы ҡалыптар «Шулай уҡ ҡарағыҙ» бүлегендәге исемлеккә еңел алмаштырыла ала.
- Навигация ҡалыптарында сит сайттарға тышҡы һылтанмалар булырға тейеш түгел.
Навигация ҡалыптары бар мәҡәләләр араһында йөрөү өсөн тәғәйенләнә
үҙгәртергә- Навигация ҡалыбы ҡл һылтанған бөтә мәҡәләләргә лә индерелеүҙе талап итмәй, әммә күҙҙә тота. Ҡалыпта һылтанмаһы булмаған мәҡәләләргә ҡалыпты ҡуйырға ярамай. Навигация ҡалыптарын подстановка менән файҙаланыу тыйыла
- Навигация ҡалыптарында яҙылмаясаҡ йә әһәмиәтһеҙ темаларға ҡыҙыл һылтанмалар булмаҫҡа тейеш. Тар тематикалы навигация ҡалыптарында ҡыҙыл һылтанмалар теманы киңәрәк асыу өсөн мотлаҡ кәрәк булған мәҡәләләрҙең баштарына йүнәлтһә генә рөхсәт ителә. Ҡыҙыл һылтанмаларҙың күплеге ҡалыптағы рубрикаларҙың үтә ныҡ ваҡланыуы күрһәткесе булып тора. Бынан ҡотолор өсөн ҡалып темаһын тарайтығыҙ йә рубрикаларҙы эреләтегеҙ, ҡыҙыл һылманмаларҙы яҙылған дөйөм тематикалы мәҡәләләргә һылтанмалар менән алмаштырығыҙ.
- Һылтанма булып тормаған текстан ҡасығыҙ. Ҡалып юлының һул яғындағы ғәҙәттә баш хеҙмәтен үтәгән аннотациянан тыш, исемлектә мәҡәләгә һылтанма булмаған текст булмаҫҡа тейеш.
- Тышҡы һылтанмалар, башҡа тел бүлектәрендәге мәҡәләләргә һылтанмалар ({{Тәржемә ителмәгән}} ҡалыптар ғаиләһе ярҙамында биҙәлгәндәренән башҡа) мәҡәләлә була алһа ла, навигация ҡалыбында булырға тейеш түгел.
Навигация ҡалыптары үҙ-ара бәйләнгән мәҡәләләр араһында йөрөү өсөн тәғәйенләнә
үҙгәртергә- Ҡалыпта мәҡәләләргә һылтанмаларҙы дөйөм тема берләштерергә тейеш. Ул тема мәҡәләләрҙең береһендә ентекле асылған булһын йә был ҡалып һүрәтләгән төшөнсәләр күмәклегенә ҡалыптың элементтарын алып барған тикшерелеүсән абруйлы сығанаҡтар булырға тейеш. Ҡалыптың бөтә элементтарын һанаған бер абруйлы сығанаҡ булыуы мотлаҡ шарт түгел. Навигация ҡалыптары ундай сығанаҡ булмаған осраҡта ла, консенсус булһа, яһала ала. Шул уҡ ваҡытта бер генә сығанаҡ нигеҙендә лә ҡалыптар яһарға тәҡдим ителмәй, сөнки ВП:НҠ талаптарын боҙоуға килтереүе бар — төшөнсәләрҙең оҡшашлығы тураһында консенсусҡа киленһә, документацияла һүрәтләнгән принциптар сиктәрендә бер нисә абруйлы сығанаҡ ҡулланырға кәрәк.
- Фән, техника, тарих һ.б. ҡатмарлытемалар өсөн навигация блогы темаға күп яҡлы инеш тәьмин итергә мөмкин (мәҫәлән: {{Ҡылдар теорияһы}}). Ҡалып тема буйынса ярҙамсы мәҡәләләр араһында йөрөүҙең ябай ысулын тәьмин итә.
- Бер-береһенә бәйләнгән бер ниссә тематиканы бер навигация ҡалыбының бүлектәре рәүешендә берләштереү рөхсәт ителә. Берләштерелгән ҡалыптарҙың һәр рубрикаһы {{Блоклы навигация таблицаһы}} ҡалыбы ярҙамында айырым юл итеп, һулдан рубриканың башын ҡуйып, төрөлөүсе горизонталь блоктар рәүешендә йә исемлекле вертикаль бағаналар рәүешендә яһала ала.
Навигация ҡалыптары — мәҡәләгә биҙәүес түгел
үҙгәртергә- Навигация ҡалыбының атамаһы мәҡәлә мөхәррирҙәре өсөн аңлайышлы, асыҡ һәм мөмкин тиклем ҡыҫҡа булырға тейеш.
- Навигация ҡалыптарының һәм уларҙы урынлаштырыуҙың ике төп форматы бар:
- Вертикаль — биттең уң яғында өҫтә тора. {{Боковая навигационная таблица}} ҡалыбына нигеҙләнә. Вертикаль навигация ҡалыптарының ике етешһеҙлеге бар: улар, берҙән, биттең файҙалы майҙанын кәметә, икенсе яҡтан, теманың ҡатмарлылығы хаҡында хәбәр итеп, махсус белеме булмаған уҡыусыларҙы өркөтөргә мөмкин. Ҡатмарлы терминдарҙы вертикаль ҡалыптарға урынлаштырыр алдынан бының ни тиклем урынлы булыуы хаҡында һәм был урынға текст йә һүрәт ҡуйыу файҙалыраҡ булыу ихтималлығы тураһында уйларға кәрәк.
- Горизонталь — биттең аҫҡыф өлөшөндә уртала тора. {{Навигационная таблица}} ҡалыбына нигеҙләнә.
- Биҙәлештә тайпылыуҙар, һүрәттәрҙе, стандарт булмаған төҫтәрҙе һәм стилдәрҙе файҙаланыу үҙен аҡларлыҡ булһын.
- Навигация ҡалыптарындағы график рәсемдәрн һәм символика тәү сиратта танытыу функцияһын башҡарырға тейеш. Навигация ҡалыптарында ирекһеҙ һүрәттәрҙе ҡулланыу тыйыла. Протест тыуҙырырҙай һүрәттәрҙе ҡулланыу (мәҫәлән, нацизм символикаһын) тар тематика менән ныҡлы сикләнергә тейеш. Бәхәсле осраҡтарҙа һүрәттәр юйҙырылырға тейеш, сөнки уларҙың функцияһы икенсел.
- Һәр һылтанма уҡыусы таный алырлыҡ булһын. Не Аңлайышһыҙ ҡыҫҡартмалар һәм тамғалар менән яһалған һылтанмалар тыйыла. Һылтанмаларҙың төҫө дөйөм ҡабул ителгәнсә булһын. Һылтанмалар зәңгәр төҫтә була, башҡа төҫтәрҙәге әүҙем һылтанмалар ҡулланыу бик яҡшы нигеҙләнгән һәм ҡатнашыусыларҙың консенсусы менән раҫланған булырға тейеш. Булмаған мәҡәләләргә һылтанмалар ҡыҙыл төҫтә була һәм һылтанма булмаған зәңгәр төҫтәге текстар булмаҫҡа тейеш.
Мәҡәләләрҙе төркөмләү ысулын һайлауға талаптар
үҙгәртергәБөтә өс ысул да (категориялар, исемлектәр һәм навигация ҡалыптары) мәҡәләләрҙе дөйөм тематикаға төркөмләй. Төркөмләү ысулын һайлағанда уның үҙенсәлектәрен һәм сикләүҙәрен иҫәптә тоторға кәрәк.
Категориялар мәҡәләләрҙе иерархия принцибы буйынса төркөмләй. Категорияла мәҡәләләр бер төргә лә, төрлө төргә лә ҡарарға мөмкин. Мәҡәләләр алфавит тәртибендә теҙелә. Категорияның күләме сикләнмәй. Һәр мәҡәлә бер генә булһа ла категорияға индерелергә тейеш.
Исемлектәр объекттарҙы ирекле тәртиптә теҙә һәм ғәҙәттә бер төргә ингән объекттар тураһындағы мәҡәләләрҙе солғай, мәҫәлән, Башҡортостан йылғалары исемлеге. Исемлектең күләме сикле була.
Навигация ҡалыптары бер төргә ҡарамаған мәҡәләләрҙе берләштерә. Навигация ҡалыптарының элементтары булып рубрикалар хеҙмәт итә, улар теманы, китаптағы бүлектәр һымаҡ, йөкмәткеләре бер-береһен ҡабатламаған мәҡәләләргә бүлә. Ҡалып ҡуйылған һәр мәҡәлә уның башында бирелгән тема буйынса белемде киңәйтә. Навигация ҡалыбындағы һылтанмалары ҡуйылған бөтә мәҡәләләрҙе уҡып сыҡҡас, уҡыусы тема буйынса тулы күҙаллау алырға тейеш.
Навигация ҡалыбы унан бер нәмәне лә алып ташламаҫлыҡ һәм өҫтәмәҫлек итеп төҙөлөргә тейеш. Дөрөҫ итеп төҙөлгән навигация ҡалыбынан бер генә элементты алып ташлау ҙа теманың тарайыуына килтерергә мөмкин. Ул ҡалыптың башын үҙгәртеүҙә сағылдырылырға тейеш. Дөрөҫ төҙөлгән навигация ҡалыбына мәҡәлә өҫтәү ҡалыптағы дөйөм мәҡәләләрҙә һүрәтләнгән тарыраҡ тематикалы мәҡәләне индертә. Шунлыҡтан навигация ҡалыптарында ҡыҙыл һылтанмалар рөхсәт ителә. Әлеге мәлгә унда ул мәҡәлә булмаһа ла, теманы тулы асыу өсөн уны яҙыу мотлаҡ.
Шулай итеп, өс ысулдың береһен һайлауға төп талаптар түбәнләгеләр:
- Категорияларға индерелгән мәҡәләләр өсөн, транзитивлыҡ принцибына ярашлы, категория тематикаһы сигенән сығып китмәү етә. Бер кимәл категориялары үҙ-ара киҫешмәй, уларҙы берләштереп, дЛәкин мәҡәләләр үҙҙәре йөкмәткеһе менән киҫелешә ала. Категорияның күләме сикләнмәй.
- Исемлектәргә ингән мәҡәләләр өсөн исемлек элементтарының төрҙәш булыу шартын үтәү кәрәк. Исемлектә дөйөм тематикалы төрҙәш объекттар атамалары һанала. Исемлектәге мәҡәләләр йөкмәткеһе буйынса бер-береһе менән киҫешмәй. Һәр береһе исемлектәге бер элементты тасуирлай. Исемлектең күләме сикле.
- Навигация ҡалыптарына индерелгән мәҡәләләр өсөн бер-береһен тулыландырыу шарты үтәлергә тейеш. Навигация ҡалыптары тематика буйынса бер-береһе менән киҫелешә ала, ләкин ҡалыптағы мәҡәләләр бер-береһе менән киҫешмәй, ә бер-береһен тулыландыра. Бөтә булған мәҡәләләр ҡалып тематикаһын аса. Навигация ҡалыбының күләме сикләнгән.
Йөкмәткегә төп талаптар
үҙгәртергәНавигация ҡалыптары түбәндәге талаптарға яуап бирергә тейеш:
- Ҡалыптағы мәҡәләләргә һылтанмаларҙың бөтәһе лә дөйөм тема менән берләшә.
- Һәр һылтанма айырым алғанда күп уҡыусылар эҙләгән предмет булып тора.
- Ҡалыптың башында бирелгән тема һәр мәҡәлә тесында сағылыш таба.
- Мәҡәләләраныҡ билдәләнгән сиктәрҙә объектив рәүештә бер-береһенә һылтанма.
- Ҡалыптың темаһына арналған мәҡәлә бар йә әлегә яҙылмаған.
- Мәҡәләләрҙе «Шулай уҡ ҡарағыҙ» бүлегендә һанап китеү урынлы.
Был талаптарға яуап бирмәгән ҡалыптар навигация маҡсатында ҡулланыла алмай. Был осраҡта мәҡәләләрҙе төркөмләүҙең башҡа юлын (исемлектәр, категориялар) ҡарарға кәрәк.
Эстәлеккә талаптар ҡалып-индекстарға (мәҫәлән, {{Советтар Союзы Геройҙары}}) ҡағылмай, улар алфавит буйынса теҙелгән ҙур исемлектәр эсендә йөрөү өсөн ҡулланыла.
Ҡалыптың эстәлеген үҙгәртеү мәҡәләне үҙгәртеү ҡағиҙәләре буйынса бьашҡарыла — ВП:Ҡыйыу булығыҙ, ВП:Консенсус һ.б. Ҡалыптарҙа төҙәтеүҙәр һуғышына юл ҡуйылырға тейеш түгел, улар ВП:Төҙәтеүҙәр һуғышы ҡағиҙәһенә буйһона.
Күп мәҡәләләргә ингән навигация ҡалыптарын төҙәтеү ВП:Ҡыйыу булығыҙ ҡағиҙәһенән сығармаға буйһона һәм улар буйынса алдан фекер алышыу үткәрелә[1].
Категориялаштырыу
үҙгәртергәНавигация ҡалыптары, башҡа ҡалыптар кеүек үк, ҡалыптар мөхитендәге категорияла категориялаштырыла. Категория өсөн «Навигация ҡалыптары» префиксын ҡулланырға тәҡдим ителә. Уларҙы төп мөхит категорияларына индермәйҙәр.
Навигация ҡалыптарын тематика буйынса категориялаштырыуҙы Википедия мәҡәләләрен категориялаштырыу менән унификацияларға ынтылырға кәрәк.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергәШулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергә- Википедия:Ҡалыптар
- Википедия:Ҡалып-карточкалар
- Википедия:Юзербокс