Википедия:Ҡалып-карточкалар

 

Фонд Викимедиа
Тип

некоммерческая организация

Нигеҙләнгән

20 июня 2003

Нигеҙләүсе

Джимми Уэйлс

Уранлашыуы

Сан-Франциско, США

Хеҙмәткәрҙәр һаны

208 (июль 2014)

Сайт

https://wikimediafoundation.org/


Ҡалып-карточка ҡулланған

карточка миҫалы

{{Компания}}

 

Ҡалып-карточка ҡулланған

карточка миҫалы {{Персона}}

Карточкалар, йәки инфобокстар (ингл. infobox)  — мәҡәләләрҙең өҫкө уң мөйөшөндә преамбула эргәһендә урынлашып, һүрәтләнгән объекттың төп параметрҙарын күрһәткән мәғлүмәт блоктары. Карточкалар Википедия ҡалыптары ярҙамында яһала, улар ҡалып-карточка тип йөрөтөлә.

Улар мәҡәләнең вики-кодына әҙерләмәне күсереп ултыртыу йә күҙләгес мөхәррир аша ҡуйыла. Ҡалып-карточкалар ҡалып бирелмәләре параметрҙарынан да, Викибирелмәләрҙән дә мәғлүмәт файҙалана. Карточка булдырыу өсөн ҡалып-карточканы Ҡалып-карточкалар категорияһының яраҡлы аҫкатегорияһынан табырға була.

Карточкаларҙың маҡсаты үҙгәртергә

Карточкаларҙың маҡсаты — мәҡәләнең төп тексынан төп факттарҙы биреү, ә уны алмаштырыу түгел. Карточканы йәшергән осраҡта ла мәҡәлә тулылығын юғалтырға тейеш түгел. Төп факттар асыҡ күренеп торһон өсөн ундағы яландар күп булмаҫҡа һәм ҡыҫҡа, аныҡ итеп тултырылырға тейеш.

Айырым осраҡтарҙа махсуслаштырылған мәғлүмәтте мәҡәлә тексына ҡушыу еңел түгел, ә карточкала ул бик уңайлы урынлаша. Мәҫәлән, {{Таксон}} ҡалыбында рангылар, {{Граф}} ҡалыбында төп математик тасуирламалар бирелеүе уңайлы. Карточкала, төп текстан айырмалы, үҙенән-үҙе яңырып торған мәғлүмәт тә була.

Карточкаларға күп һанлы техник бирелмәләр, мәҡәләнең бүлектәренә һылтанмалар ҡуйыу урынлы түгел. Йәшерелә торған блоктар кәрәк булыуы карточканың үтә ҙурайып киткәнен күрһәтә.

Йәнә шуныһы: һәр мәҡәләгә карточка ҡуыу мотлаҡ түгел. Абстракт йә типажһыҙ төшөнсәләр тураһындағы мәҡәләлә карточкаға сығарырлыҡ мәғлүмәт булмауы ихтимал .

Ҡалып-карточка ҡулланыу үҙгәртергә

Ҡалып-карточкалар категорияһының аҫкатегорияларында мәҡәләгә яраҡлы ҡалып-карточка табырға мөмкин.

Мәҡәләгә берәүҙән артыҡ карточка ҡуйырға тәҡдим ителмәй. Шулай ҙа өҫтәмә карточка ҡуйыу кәрәк булһа, бүлектәрендә категориялар күрһәтеүҙе һүндереү өсөн |nocat=1 ҡулланырға, Викибирелмәләрҙән кәрәкле мәғлүмәт алыр өсөн |from=Qномер элемента ҡулланырға була[1]. Ләкин |from= параметры бик һирәк карточкаларға яраҡлы.

Вики-текст режимы үҙгәртергә

Вики-тексты мөхәррирләү режимында ҡалып ҡуйыу өсөн мәҡәлә башына, ләкин стандарт ҡалыплы билдәләрҙән һуң, әҙерләмә кодын ултыртырға һәм тигеҙлек билдәһенән һуң уның параметрҙарын тултырырға кәрәк. Күсереп ултыртыу өсөн әҙерләмә кодына миҫал:

{{Берәй нәмә
| исеме = 
| исеменең төп нөсхәһе = {{lang-XX|}}
| ил = 
| барлыҡҡа килеү датаһы  = кк.аа.йййй
}}

Ҡайһы бер параметрҙарҙың алдан тултырыла башлаған булыуы мөмкин, уларҙы тултырып бөтөргә йә әҙерләмәнән юйҙырырға кәрәк була. Ошолай килеп сыға, миҫал:

{{Берәй нәмә | исеме = Һоҡланғыс әйбер | исеменең төп нөсхәһе = {{lang-fr|Une chose étonnante}} | ил = [[Франция]] | барлыҡҡа килеү ваҡыты = }}

Буш параметрҙарҙы юйҙырыу кәрәкмәй — әгәр уға параметр өҫтәмәһәң, ул юл карточкала күренмәйәсәк; әммә әле кәрәкмәһә, киләсәктә кәрәге тейеүе ихтимал. Шулай уҡ подстановка ҡулланмағыҙ. Тултырылған карточкаларҙағы параметрҙарҙы мөхәррирләргә мөмкин. Ләкин ҡалып-карточкаларҙың параметрҙары нығытылған — мәҫәлән, унда оҙонлоҡ, киңлек һәм бейеклек параметрҙары бар, ә тәрәнлек тигән параметр юҡ икән, кодҡа

| глубина = 10 м

тигәнде өҫтәүҙән бер нәмә лә үгәрмәйәсәк. Шулай уҡ режиссер тигәнде режиссерҙар, нигеҙ һалыусы тигәнде нигеҙләүсе йәки мәсет тигәнде Мәсет тип үҙгәртеүҙән дә фәтеүә булмаҫ, ул битте боҙор ғына.

Күҙләгес мөхәррир үҙгәртергә

 
Карточка ҡалыбын күҙләгес мөхәррирҙә тултырыу миҫалы (рус Википедияһынан)

ҡалып-карточканы күҙләгес мөхәррир ярҙамында өҫтәү юлы ла бар. Бының өсөн ҠуйырғаҠалып тигәнде һайлап, килеп сыҡҡан тәҙрәлә параметрҙарҙы тултырырға кәрәк. Тик был ысул бөтә ҡалып-карточкаларҙа ла эшләмәй, TemplateData булыуы шарт.

Күҙләгес мөхәррир аша тултырғанда тултырыу миҫалдары, алдан бирелгән мәғәнәләр, тултырыу буйынса өйрәтмә һ.б. килеп сығырға мөмкин. Һорауҙар тыуһа, ҡалып битендәге документтарға күҙ һалығыҙ.

Викибирелмәләр үҙгәртергә

 
Основные термины, связанные с Викиданными: метка, утверждение, свойство, значение, на примере элемента Q42, к которому привязана статья Адамс, Дуглас русской Википедии

Мәҡәләләге карточкаға, тәғәйен ҡалып-карточкала Викибирелмәләрҙән мәғлүмәт алыу тоҡандырылған булһа, унан да мәғлүмәт өҫтәлеүе мөмкин[2].

Викибирелмәләрҙә тултырылған сифаттарҙы ҡарау өсөн мәҡәлә тексының һул яғындағы һылтанмалар блогында Викибирелмәләр элементына баҫырға кәрәк. Ошоға оҡшаш кәрәкле бит асылыр.

Викибирелмәләрҙә башҡорт телен тоҡандырыр өсөн PreferencesUser profile → Internationalisation һайларға. Каточкаларҙың яландары эргәһендә   кеүек һылтанмалы тамғаларҙы күрһәтә торған гаджетты тоҡандырырға мөмкин. Уларҙың эстәлеге Викибирелмәләрҙән алына, унда ошолай барыла: Көйләүҙәр → Гаджеттар → Карточкаларҙа Викибирелмәләрҙән яландарҙың билдәләрен күрһәтергә. Шунда уҡ Викибирелмәләрҙән башҡа гаджеттар ҙа бар.

Викибирелмәләрҙең үҙенсәлектәрен интерактив курста өйрәнергә мөмкин, йыш бирелгән һорауҙар битендә лә файҙалы мәғлүмәт күп.

Викибирелмәләр үҙенсәлеген бер нәмә лә өҫтәмәйенсә һүндерер өсөн , мәҡәләлә - тамғаһын ҡулланығыҙ. Мәҫәлән,

| награды = -

дефис карточкала наградаларҙы йәшерә. Мәғлүмәттәрҙе йәшереү бик һирәк ҡулланыла. Үҙгәртеү өсөн Викибирелмәләр форумында һорау бирегеҙ.

Параметрҙар үҙгәртергә

Параметрҙарҙың типик төрҙәре карточка ҡалыптарында ғәҙәттә стандарт ысул менән тултырыла. Иҫкергән ҡалып-карточкалар уны эшләтмәүе ихтимал. Ҡалыпты яңыртыу үтенесен Википедия:Техник үтенестәр битенә яҙырға кәрәк.

Хатта стандарт параметрҙарҙың да атамалары төрлө-төрлө булырға мөмкин  — һүрәт йәки фотография, һүрәттең тасуирламаһы йәки аҫъяҙма, булдырылыу датаһы йәки булдырылған.

Атаманың йә исемдең оригиналы

Оригиналь атамалар һәм исемдәр өсөн яландар {{lang-en}} серияһы ҡалыптары менән тултырыла.

| исеме = Николай Коперник
| исеменең оригиналы = {{lang-la|Nicolaus Copernicus}}

Һүрәт һүрәт яланы вики-разметкаһыҙ тултырыла, ә уның тасуирламаһы айырым сығарыла:

| һүрәт = Joe Dassin 1970.jpg
| аҫъяҙма = Джо Дассен 1970 йылда

әммә түбәндәгесә түгел:

| һүрәт= [[Файл:Joe Dassin 1970.jpg|Джо Дассен 1970 йылда]]

Һүрәттең тасуирламаһы һүрәт торған ерҙә булырға тейеш. Һүрәт Викибирелмәләрҙән ҡуйылһа, тасуирламаһы ла шунан бирелергә тейеш. Бының өсөн медианы тасуирлау сифатын (P2096) квалификатор итеп ҡулланалар — йәғни һүрәт аҫтына урынлаштырырға, ә айырым түгел. Әгәр тасуирламаны мәҡәләгә ҡуйһаң, Викибирелмәләрҙәге һүрәт алмашынған осраҡта тасуирлама тап килмәүе бар. Күп осраҡта һүрәттең киңлеген күрһәтеү кәрәкмәй, ул үҙенән-үҙе фотоларҙа стационар версия киңлегендә, мобиль версияла тарыраҡ итеп ҡуйыла, логотиптар өсөн бәләкәйерәк була. Бик кәрәк булһа, былай эшләнә:

| ширина = 200px

Киңлекте пикселдәрҙә күрһәтергә.

Даталарҙы күрһәтеү

Тыуыу һәм үлеү датаһын тултырыу форматы кк.аа.йййй.:

Тыуған көнө

22 апрель 1724({{padleft:1724|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:22|2|0}})

Вафат булған көнө

12 февраль 1804({{padleft:1804|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:12|2|0}}) (79 йәш)

| тыуған көнө = 22.04.1724
| вафат булған көнө  = 12.02.1804

Ошо форматта тултырғанда ағымдағы йәше йә вафат булғандағы йәше автоматик һанала бара [3].

Ҡайһы бер башҡа даталар ошондай форматта ла, икенсе төрлө — [[айҙың кк]] [[йййй]] форматында ла күрһәтелергә мөмкин

Маркировкаланған исемлектә һанау

Айырым яландар өтөр аша түгел, ә бағана итеп тултырыла, мәҫәлән, төп ролдәр {{Фильм}} ҡалыбында. Исемлекте маркировкалап тултырырға була, маркерҙары күренмәйәсәк[4].

| Төп ролдәрҙә = 
* [[Дэниел Рэдклифф]]
* [[Эмма Уотсон]]
* [[Руперт Гринт]]

Юлдан юлға күсереү өсөн <br> тегын ҡулланыу — иҫкергән ысул, шуға уны ҡулланырға кәрәкмәй.

Миҙалдар йә наградалар

миҙалдар йәки наградалар яланын {{ряд-л}} ҡалыбы ярҙамында тултыралар. Мәҫәлән:

{{{!}}, {{!-}} һәм {{!}}} булған иҫке синтаксисты ҡулланыу тәҡдим ителмәй.

Сайт

сайт тигән яланға гиперһылтанма ғына ҡуйыла, әммә унда инеү мөмкинлеге протоколының префиксы ла булырға тейеш:

| сайт = https://wikimediafoundation.org/

{{URL}} ҡалыбы кәрәкмәй.

Викиһаҡлағыстағы категория

Викиһаҡлағыста категория яланын туранан-тура мәҡәләлә тултырырға кәрәкмәй, уны Викибирелмәләрҙә, Викиһаҡлағыста категория (P373) яланында эшләргә кәрәк.

Ҡалып-карточкаларҙы мөхәррирләү үҙгәртергә

Ҡалып-карточкаларҙы яһау һәм мөхәррирләү техник һәм метапедик оҫталыҡтарҙы талап итә һәм тәжрибәле ҡатнашыусыларға ғына тәҡдим ителә.

Ҡалып-карточка миҫалдары — {{Персона}}[5], {{Рәссам}}, {{Компания}}, {{Тел}}, {{Үлсәү берәмеге}}, {{Бирелмәләр структураһы}}.

Ҡалыптарҙы яһау үҙгәртергә

Күпселек ҡалып-карточкалар электән яһалған. Шулай ҙа үҙегеҙгә кәрәклене таба алмаһағыҙ, һорауҙар форумына мөрәжәғәт итергә була. Бәлки, кәрәкле ҡалып барҙыр йә уны икенсе бер ҡалыпты тулыландырып яһарға мөмкиндер.

Әммә Википедияның тәжрибәле ҡатнашыусыһы булһағыҙ, ниндәй ҙә булһа ҡалып-карточка мотлаҡ кәрәк тип тапһағыҙ, уны {{Карточка}} метаҡалыбын ҡулланып яһарға мөмкин. Техник ҡулланма уның битендә бирелгән.

Википедияның башҡа тел бүлектәренә интервики буйынса күсеп, уларҙағы ҡалып параметрҙарын өлгө итеп алырға мөмкин. Тик кодын һәм биҙәлешен күсерергә ярамай.

Булған ҡалыптарҙан әҙ генә айырылып торғанды яһарға ярамай.

Функционал үҙгәртергә

Параметрҙары

Параметрҙар һаны үтә күбәйеп китмәһен, карточканы техник тасуирламалар һәм әһәмиәтһеҙ деталдәр таблицаһына әйләндермәһен;

  • Шул уҡ ваҡытта дөйөм параметрҙар етерлек булһын һәм карточка ҡалыбын киң даирә мәҡәләләрендә ҡулланырлыҡ булһын;
  • йәшерелә торған блоктар параметрҙарҙың үтә күплеген дәлилләй, етмәһә, улар мобиль версияла эшләмәй.

Кодты ҡатмарлаштыра торған һәм күренерлек файҙа бирмәгән техник трюктар ҡулланыу кәрәкмәй.

Үлсәү берәмектәрен параметрҙарға индерергә тәҡдим ителмәй.

Программа версияһының һаны, сайт рейтингы йәки ҡарауҙар һаны кеүек даими үҙгәреп торған белешмәләрҙе Викибирелмәләрҙә һаҡлау яҡшы, улар унда башҡа бүлектәрҙең дә ҡатнашыусылары тарафынан даими үҙгәртелеп тора, шуға яңыраҡ була.

Ҡулланыуҙа деталдәр үҙгәртергә

Викибирелмәләр үҙгәртергә

Викибирелмәләрҙең кәрәкле үҙенсәлектәрен тоҡандырығыҙ. Википедия Викибирелмәләр менән бәйләнгән, шуға карточкаларҙа кәрәкле байтаҡ сифаттар шунан күсә, тик ҡайһы бер сифаттар техник йә башҡа сәбәптәр арҡаһында ҡулланылмай .

{{Wikidata}} ҡалыбында Викибирелмәләрҙән белешмәләрҙе файҙаланыуҙың техник яҡтары тураһында уҡып белергә була. Кәрәкле белешмәне эҙләү өсөн Викибирелмәләр эҙләгесендә название свойства prefix:p: үҙенсәлектең атамаһын яҙып эҙләргә мөмкин.

{{Wikidata}} ҡалыбы аша урынлашҡан тулы синтаксистан тыш, ябайлаштырылғаны бар — {{Карточка}} ҡалыбының викибирелмәләрN ҡалыбы аша[6]:

| билдә1   = Билдә
| текст1   = {{wikidata|P123|{{{параметр|}}}}}

| билдә1 = Билдә | текст1 = {{{параметр|}}} | викибирелмәләр1 = P123

Тулы синтаксис өҫтәмә параметрҙар күрһәтергә кәрәк булғанда ҡулланыла. Мәҫәлән, Викибирелмәләрҙән раҫламалар өтөр йә "һәм" аша түгел, ә юлдан юлға күсерелә барһын өсөн ошондай код ҡулланырға була:

| билдә1 = Билдә | текст1 = {{wikidata|P123|{{{параметр|}}}|separator=<br>|conjunction=<br>}}

Ғәҙәттә бындай көйләүҙәр карточкаларҙағы бөтә сифаттарҙы индереү өсөн бер төрлө, шуға уларҙы Модуль:Wikidata/config битендәге көйләүҙәргә индереп ҡуйыу уңайлы. Әгәр карточканы мәҡәләлә бер нисә тапҡыр ҡулланырға тура килһә, Викибирелмәләрҙәге кәрәк элементтан бирелмәләр алыуҙы from параметры аша көйләп була, бының өсөн уны {{Wikidata}} шаблонына ырғытырға кәрәк, ә викиданныеN параметрҙарына ул автоматик тапшырыла:

{{Карточка
| from    = {{{from|}}}
| һүрәт = {{wikidata|P18|{{{һүрәт|}}}|caption={{{һүрәттең тасуирламаһы|}}}|from={{{from|}}}}}
| билдә1   = Билдә
| текст1   = {{{параметр|}}}
| викибирелмәләр1 = P123
}}

Ҡайһы берҙә Викибирелмәләрҙәге ике сифатты бер яланда биреп була. Түбәндәге конструкция ярҙам итә:

| билдә1 = Билдә | текст1 = {{#ifeq: {{{параметр|}}} | - | - | {{wikidata|P123|{{{параметр|}}}}} }} | викибирелмәләр1 = P234

Иң беренсе сиратта мәғлүмәт P123 сифатынан алына, унан һуң — P234 сифатынан[7][8]. Википедиянан Викибирелмәләргә махсус гаджет аша мәғлүмәтте тиҙ күсерергә мөмкинлек биргән ярҙамсы тегтар ҙа өҫтәргә ярай, ҡарағыҙ: Көйләүҙәр→ Гаджеттар → Мәғлүмәтте карточкаларҙан Викибирелмәләргә тиҙ өҫтәү, тик Викибирелмәләрҙәге мәғлүмәтте мәҡәләләрҙә күрһәтеүҙе тоҡандырмайынса. Бының өсөн ошоно яҙырға:

| билдә1   = Билдә
| текст1   = {{{параметр|}}}
| викибирелмәләр1 = {{#if: {{{параметр|}}} | P123 }}
Һүрәттәр үҙгәртергә

Һүрәтте карточка ҡалыбына өҫтәүҙең стандарт ысулы — {{wikidata}} ҡалыбы ярҙамында Викибирелмәләрҙәге яраҡлы сифатын күрһәтеп:

| һүрәт = {{wikidata|P18|{{{һүрәт|}}}|caption={{{һүрәттең тасуирламаһы|}}}|size={{{киңлеге|}}}}}

йәки ҡатмарлыраҡ миҫалда:

| һүрәт = {{wikidata|P154|{{{логотип|}}}|size={{{логотиптың киңлеге|}}}}} | һүрәт2 = {{wikidata|P18[1]|{{{һүрәт1|}}}|caption={{{һүрәттең тасуирламаһы1|}}}|size={{{киңлек1|}}}}} | һүрәт3 = {{wikidata|P18[2]|{{{һүрәт2|}}}|caption={{{һүрәттең тасуирламаһы2|}}}|size={{{киңлек2|}}}}}

Ғәҙәттә карточка ҡалыбында Wikidata модуленән һүрәттең стандарт үлсәмдәрен ҡабатлап билдәләүҙең кәрәге юҡ, ҡарағыҙ: үрҙәге #Параметрҙар. Стандарт әҙерләмәгә һүрәттең үлсәмдәрен индереү кәрәк түгел.

(P18) һүрәт һәм (P154) логотип сифаттарынан тыш Викибирелмәләрҙең башҡа медиа-сифаттары ла бар. Булмаһа инде, {{Карточка/изображение}} ҡалыбын ҡулланалар.

Йәнә шуныһы: {{Wikidata}} ҡалыбын ҡулланғанда #if парсер функцияһы эсендә һылтанмалар яңылыш ҡабатлана. Төҙәтеү өсөн |plain=true йә {{If-wikidata}}) ҡалыбы ҡулланыла:

{{#if: {{wikidata|P123|{{{параметр|}}}|plain=true}} | булһа | булмаһа }}

{{if-wikidata|P123|{{{параметр|}}}|булһа|булмаһа}}

Шуның менән бергә plain-режим квалификаторҙарҙы ҡабул итмәй, шуға күрә уларҙы ҡулланғанда |references=false менән эшләргә кәрәк:

{{#if: {{wikidata|P123[P234:Q345]|{{{параметр|}}}|references=false}} |булһа | булмаһа }}

Категориялар үҙгәртергә

Карточкалар ярҙамында мәҡәлә категориялары ла, махсус категориялар ҙа ҡуйыла ала. Ғәҙәттә улар йә алфавит буйынса категориялар (Категория:Алфавит буйынса шәхестәр), йә киң таралған хаталарҙы күҙәтеү өсөн хеҙмәт иткән күҙәтелеүсе категориялар (Категория:Графиклы мәҡәләләр).

Ҡалып ярҙамында өҫтәлгән категориялар ғәҙәттә карточканың кодынан һуң ҡуйыла; улар төп исемдәр мөхитенән ситтә тормаһын һәм категорияны nocat параметры менән ҡулдан һүндереп булһын өсөн уларҙы әйләндереп ҡуйырға кәрәк — мәҫәлән, карточка мәҡәләнең аҫбүлегендә күрһәтелһә, уны түбәндәге код менән эшләп була:

|аҫта = {{карточка/Викиһаҡлағыс}}
}}<!--
-->{{#if: {{NAMESPACE}}{{{nocat|}}} || <!--
-->[[Категория:Алфавит буйынса бесәйҙәр]]<!--
-->{{#if: {{{клубтар|}}}{{{футбол эшмәкәрлеге|}}}{{{тренер клубтары|}}} || [[Категория:Футбол:Карьераһыҙ карточкалар менән мәҡәләләр]] }}<!--
--> }}<noinclude>{{doc}}</noinclude>

Комментарийҙар <!-- --> буш юлдар өҫтәлмәһен өсөн кәрәк, сөнки карточканан һуңғы ике буш юлы преамбула алдынан буш абзац яһата.


Күҙәтелеүсе категорияларҙы йәшерен итеп ҡуйырға кәрәк, уҡыусыларға күренмәһен.

Документлаштырыу үҙгәртергә

Карточкалар өсөн документлаштырыу яһарға кәрәк, тик {{doc-inline}} аша түгел, ә {{doc}} аша айырым биткә сығарып.

TemplateData тултырыу ҙа ҡамасауламаҫ — ул карточканы күҙләгес мөхәрриррҙә мөхәррирләү мөмкинлеген бирә һәм {{Ҡалып әҙерләмәһе}} һәм {{Ҡалып миҫалы}} ҡалыптарын файҙаланып документлаштырыуҙы ла еңеләйтә.

Ҡалыпҡа Ҡалып-карточкалар категорияһының яраҡлы аҫкатегорияларын — Ҡалып-карточкалар:Математика һәм Ҡалып-карточкалар:Спорт кеүек тематик, Ҡалып-карточкалар:Ойошмалар һәм Ҡалып-карточкалар:Ваҡиғалар кеүек типажлыларына ла өҫтәргә кәрәк.

Күҙәтелеүсе категорияларҙы «Күҙәтелеүсе категориялар» тигән айырым бүлектә {{Категория с размером}} ҡалыбын ҡулланып теркәргә кәрәк.

Әгәр ҡалып-карточка Lua модулен ҡулланһа, {{onLua}} тип ҡуйырға кәрәк.

Биҙәлеше үҙгәртергә

Параметрҙар башҡортса, исемдең оригиналы форматында ҡуйыла (Исемдең оригиналы, исем_оригиналы, ИсемОриг һ.б. түгел);

  • ҡалып-карточкаларҙың күбеһе «карточка» һүҙенән башҡа ла ҡулланыла, был башҡа бүлектәргә, айырыуса «infobox» һүҙе өҫтәлгәндәргә ҡағылмай.

Карточкаларҙа шрифт үлсәме мәҡәлә шрифтына ҡарағанда бәләкәйерәк була, шуға уны тағы ла бәләкәйләтергә кәрәкмәй.

  • дөрөҫ разметкала шрифтарҙы ҡулдан кәйләүҙең кәрәге юҡ — өҫтәге яланда автоматик рәүештә 125 % үлсәме күренеп тора.

Объект тибын баш аҫтында, өҫтә0 яланында күрһәтергә була, ләкин күп карточкаларҙа кәрәге юҡ.

Ҡулдан эшләнгән биҙәлештәрҙең һәр осрағын стандартһыҙ скиндарҙа — MinervaNeue (мобиль версияныҡы), MonoBook-та тикшереү зарур.

Төҫтәр  

Алдан бирелгән көйләүҙәр буйынса, карточкаларҙа баштар һәм бүтән блоктар үтә күренмәле, ләкин ҡалып-карточкаларҙың күбеһендә уларҙы төҫтәргә буяйҙар. Төҫлө биҙәлештең ике стандарт схемаһы бар, әммә башҡаларҙы ла ҡулланырға мөмкин, тик контраслыҡ талаптарына яуап бирһен.

Вверху
ингл. In the header
Первый заголовок
Первая метка

первый текст

Вторая метка

второй текст

Третья метка

третий текст

  Ҡалып-карточкалар Викимилектә

Зәңгәр схема — карточкаларҙы навигация таблицаларының стандарт биҙәлешенә нигеҙләп биҙәү. Ҡулланылған палитраның стиле Викимедиа фонды ҡулланмаһындағы акцент төҫтәргә яҡын.


Һоро схема — бер төҫ ҡулланып биҙәү, #eaecf0 йәки Base80 төҫө ҡулланыла, Викимедиа фондының стиль буйынса ҡулланмаһынан. Был иҫкергән, әммә һаман да популяр биҙәү схемаһы.

Башҡа стилдәр

Әгәр «аҫҡы» яланда Категория:Википедия:Карточка ҡалыбының ярҙамсы биттәре ҡалыптарының береһе, сайтҡа һылтанма йә иҫкәрмә булһа, ул төҫлө ерлекле була; әгәр карта булһа, ерлеге, ғәҙәттә, үтә күренмәле ителә.

Билдәләр өсөн төҫ ҡулланыу тәҡдим ителмәй. Ҡулланыла ҡалһа инде, ул төҫтәр баштың төҫөнән аҡһылыраҡ булһын, паддингтарын да бер аҙ ҙурайтырға кәрәк:

| билдәләр_стиле = background:{{Төҫ|Accent90}}; padding-left:0.4em; padding-right:0.4em;

Йәшерелә торған блоктарҙы ҡулланыу бигүк тәҡдим ителмәһә лә, ҡайһы берҙә кәрәк булалар — мәҫәлән, һирәк ҡулланылыусан символдар асылһын өсөн уларҙы ҡалыптағы кеүек ҡабатлап биреү {{Звук}}. Был осраҡта йәшерелгән блокты уның башы карточкала баш аҫты булып күренерлек итеп төҙөйҙәр. Был {{Йәшерен блоктың башы}} ҡалыбы ярҙамында эшләнә, параметрҙары ошондай:

| текст1 = {{Йәшерен блоктың башы

| баш      = Баш
| тексты_тигеҙләү = center
| кәүҙәһенең_стиле    = padding:0; font-size:100%;
| баштың_стиле   = padding:0; background:{{Цвет|Accent80}};
| рам        = none

}} Йәшерелгән эстәлек {{Йәшерен блоктың ахыры}} | текст_стиле1 = padding:0;

Маркировкаланған аҫпараметрҙарҙы {{Карточка/маркерлы блок}} ярҙамында биҙәп була. Тик уларҙы күпләп ҡулланырға ярамай — баштар ҡулланыу һәйбәтерәк була.

Карточканың стандарт киңлеген ҡулланырға кәрәк  — 23em (күрһәтеп ҡуйыу талап ителмәй), ихтыяж булһа, 27em йә 19em ҡулланырға мөмкин.

Башҡа стилдәрҙе файҙаланырға кәңәш ителмәй.

Шулай уҡ ҡарағыҙ үҙгәртергә

Белешмә биттәре

Тәғәйен карточкалар

  • Категория:Ҡалып-карточкалар
  • Проект:Ваҡ эш/Бөтә ҡалып-карточкалар (категория)
  • Проект:Ваҡ эш/Ҡалып-карточкалар индерелмәләр һаны буйынса
  • Проект:Ваҡэш/Карточкаға тәржемә итеү өсөн ҡалыптар (категория)
  • Проект:Ваҡ эш/Ҡалыптар — берләштереүгә ихтимал кандидаттар

Башҡа файҙалы биттәр

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. Что-то вроде |from=- для отключения взятия информации с Викиданных не работает.
  2. Существует карточка, которая вообще не имеет параметров и всё берёт из Викиданных, {{универсальная карточка}}, однако её следует использовать только тогда, когда нет более подходящей карточки, см. подробности в её документации.
  3. При условии, что параметры используют шаблоны {{wikidata/p569}} и {{wikidata/p570}}.
  4. Хотя шаблон может быть настроен так, чтобы маркеры отображались — заданием |классN=noplainlist
  5. Шаблон-карточка {{Персона}} по многим параметрам является де-факто стандартом для шаблонов-карточек.
  6. Кроме случая, когда в {{Карточка}} задан параметр from, см. чуть ниже
  7. Использование #ifeq необходимо для того, чтобы работало отключение взятия информации через минус, а иначе внутренний шаблон {{Wikidata}} оборачивает минус в служебные тэги, а внешний перестаёт воспринимать его как минус.
  8. Возможно, следует внедрить поддержку перечисления свойств через точку с запятой в параметрах викиданныеN шаблона {{Карточка}}