Википедия:Бикләүҙәр
Бикләү — Википедия хакимдарының айырым ҡатнашыусыларға һәм IP-адрестарға Википедияның төп принциптарын боҙоуға йә проектҡа зыян килтереүгә юл ҡуймау маҡсатында Википедияла ҡатнашыуҙы тулыһынса йә өлөшләтә тыйыуы.
Бикләү ҡағиҙә боҙған өсөн ҡоһор ҡайтарыу булмаһын. Уны ҡулланғанға тиклем, тәртип нормаларын боҙған ҡатнашыусыны аңына килтерерлек башҡа саралар күрергә кәрәк.
Бикләү иҫәп яҙмаһының түгел, ә ҡатнашыусының статусы булып тора. Бикләү Википедия биттәрен ниндәй ҙә булһа иҫәп яҙмаһынан йә аноним рәүештә мөхәррирләүе тыя.
Һәр ҡатнашыусы ВП:Хакимдарға һорауҙар битендә йә ошо маҡсатта асылған бүтән биттәрҙә, башҡа ҡатнашыусының тәртибен нигеҙле баһалап, хакимдарға белдереү ебәрә ала. Сара һайлау яуаплылығы хакимға төшә. Ул сетерекле хәлде ентекле өйрәнергә, бикләү һалған осраҡта уның кәрәклеген һәм мөҙҙәтен нигеҙләргә тейеш.
Боттарҙы бикләү башлыса боттарҙы ҡулланыу ҡағиҙәләренә ярашлы башҡарыла.
Бикләү өсөн нигеҙләмәләр
үҙгәртергәБикләүҙең төп маҡсаты — бикләү һалынған ҡатнашыусының ғәмәлдәренән проектҡа килтерелеүе мөмкин булған зыянды иҫкәртеү. Бикләү түбәндәге осраҡтарҙа ҡулланыла ала (етдилек дәрәжәһе буйынса):
- Проекттың, Викимедиа фондының, ҡатнашыусыларҙың һәм өсөнсө яҡтарҙың хоҡуҡтарына, милкенә һәм хәүефһеҙлегенә зыян килтерелеүен булдырмау өсөн. Бында проектҡа, Фондҡа һәм ҡатнашыусыларға (шул иҫәптән тышҡы ресурстарҙа) янау осраҡтарында бикләү инә; проектҡа, Фондҡа һәм ҡатнашыусыларға туранан-тура хәүеф янағанда (мәҫәлән, суд эҙәрләүҙәре менән); шәхси мәғлүмәтте таратырға тырышҡанда (Википедия ҡағиҙәләрен боҙоуҙы асыҡлауға бәйһеҙ) һәм замандаштарҙың биографиялары тураһындағы ҡағиҙәләрҙе йәки авторлыҡ хоҡуҡтарын яуыз ниәттә боҙғанда.
- Википедияның эшмәкәрлегенә, йөкмәткеһенә йә мөхитенә йәки башҡа ҡатнашыусыларына зыян килтергән ҡатнашыусыға ҡарата. Бикләү ҡатнашыусының аңлатыуҙар һәм иҫкәртеүҙәрҙән һуң да ҡағиҙәләргә һәм берләшмәләге консенсусҡа ҡаршы килгән ғәмәлдәрен ныҡышмалы дауам итһә ҡулланыла ала. «Вандализм», спам, «оригиналь тикшеренеүҙәр», «төҙәтеүҙәр һуғышы», ҡурсаҡтар ҡулланыу, шәхсән һөжүмдәр һәм кәмһетеүҙәр, ҡатнашыусыларҙы эҙәрлекләү, этикаға һыймаған һәм емерткес тәртип, юл ҡуйылғыһыҙ иҫәп яҙмаһы исеме («Википедия нимә түгел» ҡағиҙәһенә ҡаршы килгән йә башҡа ҡатнашыусының исеменә оҡшаған исем), абсурдҡа еткереү һәм ҡағиҙәләр менән уйнауға бәйле ҡағиҙәләрҙе яуыз ниәттән һәм ныҡшымалы боҙоу осраҡтарында бикләү быға миҫал була ала.
- Һалынған бикләүҙәрҙе урап үтеүҙе иҫкәртеү һәм туҡтатыу өсөн. Бикләүҙе урап үтеү өсөн булдырылған өҫтәмә иҫәп яҙмалары мөҙҙәтһеҙ бикләнә. Ә бикләүҙе урап үтергә маташҡан ҡатнашыусыны бикләү мөҙҙәте иҫәбе өр-яңынан башлана. Анонимлыҡ тәьмин иткән прокси-серверҙар аша ғына эш иткән иҫәп яҙмалары ла бикләнә ала.
- "Уртаҡ иҫәп яҙмалары"на ҡарата, йәғни бер юлы бер нисә кеше тарафынан ҡулланылған иҫәп яҙмаларына ҡарата. Иҫәп яҙмаһын ватҡандарына шик төшкәндә лә ашығыс сара булараҡ бикләү ҡулланыла ала.
- Иҫәп яҙмаһын алмаштырғанда бикләүҙәр журналынан мәғлүмәттәрҙе күсереү өсөн.
- Элгәрге бикләү дөрөҫ булмағанын билдәләү өсөн (бындай осраҡта бикләү бикләнгән ҡатнашыусының асыҡтан-асыҡ ризалығы менән генә эшләнә).
Бикләү тураһында үтенестәр
үҙгәртергәБерәй ҡатнашыусының Википедияға һәм уның проекттарына зыян килтергән төҙәтеүҙәр индереүе асыҡланһа, уның фекер алышыу битенә иҫкәртеү элергә тәҡдим ителә. Зарарлы төҙәтеү яһауҙар туҡтатылмаһа, ВП:ХҺ битендә хакимдарға үтенес ҡалдырырға мөмкин. Төҙәтеүҙәр күрәләтә яуыз ниәтле булһа, ВП:Вандализм һәм спам тураһында белдереүҙәр битендә бикләүгә үтенес ҡалдырырға мөмкин.
Бикләү мөҙҙәте
үҙгәртергәБикләү — иң һөҙөмтәле сара, ул ҡатнашыусының проекттағы бөтә эшенә, зыянлыһына ла, файҙалыһына ла, тыйыу һала. Бикләү мөҙҙәтен билдәләгәндә быны күҙҙән ысҡындырмаҫҡа кәрәк.
Бер тапҡыр боҙғанда бикләү бер сәғәттән бер тәүлеккә тиклем мөҙҙәткә ҡуйыла. Был осраҡҡа бәйле йә шуға оҡшаш боҙоу ҡабатланған, һайын бикләү мөҙҙәте арттырыла бара. Әммә беренсе тапҡыр бикләгәндән һуң оҙаҡ ваҡыт етди боҙоуҙарға юл ҡуймаған ҡатнашыусыларға бикләү мөҙҙәтен улай оҙайтыу кәрәкмәй. Бикләү мөҙҙәтен һәм боҙоуҙарға юл ҡуймау оҙайлығын билдәләгәндә боҙоуҙарҙың даимилығын, системалылығын һәм яуыз ниәттән эшләнгәнен иғтибарға алырға кәрәк.
Статик IP-адрестарға ҡарата бикләү мөҙҙәте дөйөм осраҡтарҙа бер айҙан артырға тейеш түгел. Динамик адрестарҙы бикләү был адресты алмаштырғанға тиклем генә мәғәнәгә эйә (ғәҙәттә бер тәүлек тирәһе). IP-адрестар диапазонын, шулай уҡ статик IP-адрестарҙы, уларҙы бер юлы күп файҙаланыусылар ҡулланғаны билдәле булһа (мәктәптәр, университеттар, компаниялар), боҙоу осраҡтарында бер айҙан артыҡ мөҙҙәткә бикләргә ярамай. Анонимлыҡ тәьмин итеүсе прокси-серверҙар кәм тигәндә бер йылға бикләнә.
Әгәр күптән түгел теркәлгән ҡатнашыусы күрәләтә емерткес ғәмәлдәр (вандализм, троллинг, провокацион исем менән теркәлеү) ҡылһа, ул баштан уҡ мөҙҙәтһеҙ бикләнә ала.
Бикләүҙе урап үткән осраҡта уға тиклем һалынған бикләү мөҙҙәте ҡабатлап һалына, ә урап үтеү өсөн ҡулланылған иҫәп яҙмаһы мөҙҙәтһеҙ бикләнә. Уртаҡ һәм абруйын төшөргән иҫәп яҙмалары мөҙҙәтһеҙ бикләнә.
Элекке иҫәп яҙмаларын бикләү журналынан мәғлүмәттәрҙе күсереү йә бикләүҙең дөрөҫ ҡуйылмағанлығы тураһында белдереү биреү менән бәйле техник бикләүҙәр бер секунд мөҙҙәткә ҡуйыла.
Ҡасан бикләргә ярамай?
үҙгәртергәБикләү һалырҙан алды хаким ҡатнашыусының үҙ ғәмәлдәре проект ҡағиҙәләренә һәм йолаларына ҡаршы килгәнен аңлаймы икәнен асыҡларға тейеш. Ҡатнашыусы аңламаған-белмәгән булһа, хаталарын күрһәтеп иҫкәртергә, хилаф ғәмәлдәрен туҡтатырға тәҡдим итергә һәм ҡағиҙәләргә һылтанма бирергә кәрәк. Айырым-асыҡ осраҡтарҙа иһә (мәҫәлән, күпләп эшләнгән вандализм, туранан-тура янауҙар һәм кәмһетеүҙәр, бикләүҙе күрә тора урап үтеү) йә ашығыс хәлдәрҙә хаким алдан иҫкәртмәйенсә, емерткес эшмәкәрлекте туҡтатыуҙы һорап, бикләү һалырға хоҡуҡлы.
Изге ниәттәр менән эш итеү тураһындағы ҡағиҙәләрҙән сығып эш итегеҙ. Шик тыуһа, йомшағыраҡ саралар ҡулланығыҙ йә башҡа ҡатнашыусылар менән кәңәшләшегеҙ.
Бүтән саралар (мәҫәлән, иҫкәртеү) ҡулланылған булһа һәм ҡатнашыусы башҡаса зарарлы ғәмәлдәр ҡылмаясағын аңғартһа йә ундай ҡылыҡтан һуң күп ваҡыт үткән булһа, бикләү ҡулланыу тәҡдим ителмәй.
Әгәр хаким ҡатнашыусы менән низағлы хәлдә булһа йә янауҙар, кәмһетеүҙәр һәм башҡа емерткес ғәмәлдәр аҫтында ҡалһа, уға бикләү ҡулланыуҙан тотҡарланырға һәм хакимдарға үтенес бирергә кәрәк. Был раҫлама ҡатнашыусының күрәләтә емерткес ғәмәлдәр ҡылыуының бәхәсһеҙлеге (вандализм, замандаштарҙың биографиялары тураһындағы ҡағиҙәне боҙоу һәм өс тапҡыр сигендереү ҡағиҙәһенән сығармала һүрәтләнгән ғәмәлдәр), шулай уҡ ҡатнашыусының төрлө хакимдар менән низағлашыуы осраҡтарына ҡағылмай.
Әгәр «Бикләү нигеҙләмәләре» бүлегендә һаналған объектив нигеҙләмәләр булмаһа, ҡатнашыусыларҙы уларҙың үҙ үтенесе буйынса бикләргә ярамай, үҙ-үҙеңде бикләү ҙә рөхсәт ителмәй. «Ҡатнашыусы файҙаланған IP-адрестарҙы автоматик бикләргә» опцияһы булған үҙ-үҙеңде бикләүҙәр, был IP-адресты башҡа ҡатнашыусылар ҙа файҙаланһа, шулай уҡ тыйыла.
Хаким ҡатнашыусыны оҡшаш боҙоуҙар өсөн бер нисә тапҡыр бикләгән булһа, уға, күрәләтә вандализмдан башҡа осраҡтарҙа, ҡабатлап бикләүҙән тыйылып торорға кәрәк. Хаким аралашсылыҡ йә кәңәшсе-тәрбиәселек бурыстарын башҡарғанда бикләү ҡулланһа, был тәҡдим эшләмәй.
Бикләү процедураһы
үҙгәртергәБик һалғанда хаким бикләүҙең ошо һәм башҡа ҡағиҙәләргә ярашлылығын, проблемаларҙы кәметеү ихтималлығын анализларға һәм иҫкәртеү йә башҡа саралар менән хәл итеү мөмкинлеген ҡарарға тейеш.
Хаким, бик һалғас, уның нигеҙләмәләрен бикләнгән ҡатнашыусының фекер алышыу битендә күрһәтергә тейеш. Был нигеҙләмәләр асыҡ һәм аңлайышлы булырға тейеш. Шулай уҡ боҙоу осраҡтарына һылтанмалар бирелергә йәки ҡатнашыусының юл ҡуйылғыһыҙ булған ғәмәлдәре тасуирланырға тейеш. Ҡатнашыусының ғәмәлдәре ниндәй ҡағиҙәгә тап килмәүе күрһәтелһен йә ҡатнашыусының ғәмәлдәре проекттың йолаларына ҡаршы килеүен иҫбәтлаған һылтанмалар бирелһен. Асыҡлама киләсәктә ҡатнашыусы нисек итеп бындай боҙоуҙарҙы эшләмәҫкә икәнен аңларлыҡ булһын. Шулай уҡ ҡатнашыусыға мөҙҙәтенән алда биктән сығарылыу шарттары ла аңлатылһын. Әгәр бикләү баҫтырырға ярамаған мәғлүмәттәрҙе баҫтырған өсөн ҡулланылһа (мәҫәлән, шәхси хатты баҫҡан өсөн бикләү), хаким был мәғлүмәтте, әгәр конфиденциаллеккә бәйле ҡағиҙәләргә ҡаршы килмәһә, башҡа хакимдарға йә Юғары шураға уларҙың үтенесе буйынса бирергә әҙер булырға тейеш.
Хаким бикләү кәрәклеге һәм мөҙҙәте буйынса коллегалары менән кәңәшләшергә хоҡуҡлы. Фекер алышыу ысулдарына һәм һөҙөмтәләренә бәйһеҙ рәүештә, ул үҙе һалған бик өсөн тулы яуаплылыҡ тота.
Кисектергеһеҙ кәрәклектән яһалмаған ашығыс бикләүҙәр (ғәҙәттә ҙур стажлы ҡатнашыусыларҙы оҙайлы мөҙҙәткә йә мөҙҙәтһеҙ бикләү) буйынса тәүҙә хакимдар форумында фекер алышыу үтергә тейеш; нигеҙле ҡаршы фекерҙәр булһа, бикләү ҡулланылмай. Бәхәсле ашығыс бикләүҙәр буйынса, уларҙы һалғас та, кисекмәҫтән фекер алышыу үткәрелергә тейеш; нигеҙле ҡаршы фекерҙәр булһа, ашығыс бикләүҙе асырға кәрәк.
Бикләү параметрҙары
үҙгәртергәБикләү һалғанда хакимға түбәндәге яландарҙы тултырырға һәм опцияларҙы һайларға кәрәк була:
- Тулы. Башҡорт Википедияһы сиктәрендә бер ниндәй төҙәтеү ҙә эшләргә рөхсәт ителмәй.
- Өлөшләтә. Билдәле бер биттәрҙә йә билдәле бер исемдәр даирәһендә төҙәтеүҙәр тыйыла.
- Ҡыҫҡаса тасуирлама. Был яланда бикләү сәбәбе ҡыҫҡаса тасуирлана (мәҫәлән, ҡатнашыусы боҙған ҡағиҙәгә һылтанма йә Юғары шураның ҡарары).
- «Яңы иҫәп яҙмалары булдырыуҙы тыйыу». Был опцияны ҡатнашыусы яраҡһыҙ исемле иҫәп яҙмаһын осраҡлы рәүештә булдырған хәлдән башҡа осраҡтарҙа тоҡандыралар.
- «Ҡатнашыусыға электрон почта аша хаттар ебәреүҙе тыйыу». Ҡатнашыусы вики-почта менән яуыз ниәттә файҙаланыр тигән нигеҙ булһа йә ул быны эшләгән булһа тоҡандыралар.
- «Был ҡатнашыусыға үҙенең фекер алышыу битен мөхәррирләүҙе тыйыу». Әгәр ҡатнашыусы үҙенең фекер апышыу битен яуыз ниәттә файҙаланһа тоҡандырыла.
Теркәлгән ҡатнашыусыны бикләгәндә ҡулланыла:
- «Ҡатнашыусы ҡулланған IP-адрестарҙы автоматик рәүештә бикләү». Бикләү ботҡа йәки намыҫлы ҡатнашыусының икенсе бер өҫтәмә иҫәп яҙмаһына ҡарата һалынған осраҡтарҙан башҡа осраҡтарҙа тоҡандыралар (сөнки ул бот хужаһының йә бөтә Wikimedia Labs боттарының инеүен ауырлаштырырға мөмкин). Ентекләберәк: ВП:Автоматик бикләү.
Тик IP-ны ғына бикләгәндә:
- «Үҙен танытҡан ҡатнашыусыларға был IP-адрестан мөхәррирләүҙе тыйыу». IP-адрес иҫәп яҙмаларынан емерткес төҙәтеүҙәр яһау өсөн ҡулланылғанда йә асыҡ прокси булһа тоҡандырырға.
Бикте асыу
үҙгәртергәБикләүҙең мөҙҙәтен үҙгәртеү йә тулыһынса асыу ҡатнашыусы емерткес эштәрен туҡтатырға вәғәҙә бирһә, әһәмиәтле шарттар үҙгәреп китһә йә бикләү яңылыш һалынған тип танылһа эшләнә ала.
Бикләү өҫтөнән ялыу биреү өсөн ҡатнашыусы тәүҙә уны бикләгән хакимғә мөрәжәғәт итергә һәм хәлдәрҙең үҙгәреп китеүен аңлатырға тейеш. Әгәр хаким бикте асырға ризалашмаһа йә ниндәйҙер сәбәптәрҙән яуап бирмәһә, ҡатнашыусы үҙенең фекер алышыу битендә хакимдарҙың иғтибарын тартыу өсөн, үҙен бикләгән хакимға мөрәжәғәтенең һөҙөмтәһен күрһәтеп, {{unblock}} ҡалыбын ҡуйырға хоҡуҡлы. Бойондороҡһоҙ хаким, бикләү һалған хаким ҡаршы булмаһа йә һалынған бикте хата тип иҫәпләһә генә, бикте үҙаллы аса ала. Ҡалған осраҡтарҙа хаким, бикте асыу тураһындағы мәсьәләне бикләгән хаким менән тикшергәндән һуң, хакимдар форумына сығара ала. Әгәр хакимдар форумында бикте асыу тураһында консенсусҡа өлгәшелмәһә (йәки ундай консенсус булһа ла, бикләгән хаким бикте асыуға ҡаршы булһа), ҡатнашыусы Юғары шураға мөрәжәғәт итә ала.
Айырым осраҡтарҙа бикләгән хаким менән һөйләшеп тормайынса бикте асырға була:
- әгәр автобикләү башҡа ҡатнашыусыға ҡағылһа;
- әгәр IP-адресты (йә диапазонды) бикләү һөҙөмтәһендә башҡа күп ҡатнашыусылар ҙа бикләнһә (хәйер, был осраҡта IP-ҙы бикләүҙән сығарырға мөмкин; бикте былай асҡанда ҡатнашыусыларҙы тикшереү талап ителә);
- әгәр бикләнгән IP-адрес асыҡ прокси булыуҙан туҡтаһа;
- әгәр бикләгән хакимдың бик һалыуға аңлатмаһында уны асыуға рөхсәт биргәне күренеп торһа;
- дөрөҫ эшләмәгән боттың етешһеҙлектәрҙе бөтөргәс, бикте асырға мөмкин.
Тикшереү һөҙөмтәләренә ҡарап, тикшереүселәр тарафынан һалынған биктәр тикшереүселәр менән һөйләшкәс кенә асылырға мөмкин.
Ҡағиҙәләрҙе ҡат-ҡат боҙған өсөн бикләнгән ҡатнашыусыларҙың биге Юғары шура тарафынан асыла ала, был кәңәшсе-тәрбиәсе билдәләү аша йә бикте асыу өсөн етди нигеҙләмәләр булғанда мөмкин.
Топик-бан
үҙгәртергәТопик-бан — ҡатнашыусыға ниндәй ҙә булһа мәҡәләләрҙе, тематика буйынса йә башҡа билдәләр буйынса мәҡәләләр төркөмдәрен, исемдәр даирәһен төҙәтеүҙе, ниндәй ҙә булһа ғәмәлдәр эшләүҙе тыйыу. Улар хаким, ҡатнашыусының кәңәшсе-тәрбиәсеһе, аралашсы йә Юғары шура тарафынан һалына.
Топик-бан тураһында белдереү хакимдар форумының ярҙамсы битендә ҡуйылырға тейеш.
Ҡатнашыусы үҙенә һалынған топик-банды боҙһа, теләгән бер хаким уны топик-бан тамамланғансыға тиклем бикләй ала. Өҫтәмә иҫәп яҙмалары ярҙамында топик-банды урап үтеү ҡурсаҡтар тураһындағы ҡағиҙәне боҙоу тип ҡаралырға һәм ошо ҡағиҙәгә ярашлы бөтөрөлөргә тейеш.
Бикләүҙе топик-бан менән алмаштырыу
үҙгәртергәБикләгән хаким (йәки уның ризалығынан икенсе хаким) бикләнгән ҡатнашыусының ризалығы менән һалынған бикте топик-бан менән алмаштырырға хоҡуҡлы. Топик-бан мөҙҙәтен хаким билдәләй, әммә уның мөҙҙәте тәүге бик мөҙҙәтенән бер ярым тапҡырҙан артыҡ булмай.
Топик-банды ғәмәлдән сығарыу йә мөҙҙәтен ҡыҫҡартыу тәртибе бикләүҙе ғәмәлдән сығарыу йә мөҙҙәтен ҡыҫҡартыу тәртибенеке кеүек (ҡарағыҙ: «Бикте асыу»). Топик-бан мөҙҙәтен ҡыҫҡартыу йә уны тулыһынса асыу (асыҡтан-асыҡ хата яһалыу осрағында асыуҙан башҡа), шулай уҡ топик-банды боҙған өсөн бикләүҙе ғәмәлдән сығарыу йә мөҙҙәтен ҡыҫҡартыу өсөн топик-бан һалған хакимдың ризалығы кәрәк.
Дөйөм осраҡтарҙа бикте топик-бан менән алмаштырыуҙы бик һалған хаким хәл итә, әммә ҡатнашыусы элгәре топик-банды боҙғаны булһа, артабанғы санкцияларҙы һалғанда топик-бан менән алмаштырмайынса бик һалырғә тәҡдим ителә.
Хакимдар форумындағы консенсусҡа ярашлы топик-бан һалыу
үҙгәртергәҠатнашыусыға хакимдар форумында фекер алышыу һөҙөмтәһендә топик-бан һалынырға мөмкин; был тәртипкә топик-бандар ғәҙәттә оҙайлы мөҙҙәткә йә мөҙҙәтһеҙ һалына.
Фекер алышыуҙы башлау
үҙгәртергәХакимдар форумында фекер алышыуҙы ҡатнашыусының эшлекһеҙ ғәмәлдәрен туҡтатыу өсөн түбәндәге осраҡтар ҡаралғандан һуң топик-бан ҡулланыу етә тип иҫәпләгән һәр ҡатнашыусы башлай ала, әгәр:
- Википедия:Конфликттарҙы хәл итеү ысулдары ярҙам итмәһә;
- ҡатнашыусының ХФ-та фекер алышыу тамамланғансы яраҡһыҙ ғәмәлдәрҙән тыйылып торорона нигеҙ булһа;
- ҡатнашыусы бикләнгән булһа, ләкин уны алмаштырыу өсөн ҡулланыласаҡ топик-бандың максималь мөҙҙәте эшлекһеҙ ғәмәлдәргә сик ҡуйыу өсөн кәрәкленән күпкә кәм булһа.
Фекер алышыусы тейеш:
- хакимдар форумында тәҡдим ителгән сикләүҙәрҙе һәм уларҙың мөҙҙәтен күрһәтергә, шулай уҡ бындай тәҡдимдең сәбәптәрен дәлилле һүрәтләргә;
- топик-бан һалырға тәҡдим ителгән ҡатнашыусы буйынса хакимдар форумында фекер алышыу башланасағы тураһында уның фекер алышыу битендә хәбәр итергә.
Фекер алышыуға йомғаҡ яһау
үҙгәртергәҠағиҙә булараҡ, фекер алышыу кәм тигәндә 7 көн бара. Топик-бан ҡуйыу мәсьәләһе көнүҙәклеген юғалтһа йә уны һалыуға ҡаршы консенсусҡа киленһә, фекер алышыу был мөҙҙәттән алдараҡ туҡтатылырға мөмкин.
Теләгән бер хаким фекер алышыуға йомғаҡ яһай ала; былай итеп йомғаҡ яһау хакимлыҡ ғәмәленә тиңләштерелә. Әгәр йомғаҡ топик-бан һалыуҙы күҙҙә тотһа, йомғаҡ яһаған хаким йәнә түбәндәгеләрҙе эшләргә тейеш:
- топик-бан һалынған ҡатнашыусыға, сикләүҙәрҙе һәм уларҙың мөҙҙәтен күрһәтеп, белдереү ебәрергә;
- мәғлүмәтте ХФ-тың тейешле битенә ҡуйырға.
Топик-банды үҙгәртеү һәм сисеү
үҙгәртергәТопик-банды ҡатырыу хакимдар форумында топик-бан һалыу тәртибендәгесә ҡаралырға тейеш.
Топик-бан һалыу буйынса йомғаҡ яһаған хаким (йә уның ризалығы менән башҡа хаким) уны йомшартырға ла хоҡуҡлы (мәҫәлән, ярҙамсы исемдәр даирәһенә топик-бан һалынған булһа ла, теге йәки был фекер алышыуҙа ҡатнашырға рөхсәт); бындай ҡарарҙар хакимлыҡ ғәмәлдәренә ҡарай.
Топик-банды һиҙелерлек йомшартыу йә тулыһынса сисеү мәсьәләһен хакимдар форумында теләгән бер хаким күтәрергә хоҡуҡлы; был фекер алышыуға йомғаҡ яһыу топик-бан һалыу буйынса фекер алышыу тәртибендәге кеүек үткәрелә.
Бикләүҙәр журналынан яҙмаларҙы юйҙырыу
үҙгәртергәЮғары шураның ғариза буйынса ҡарарына ярашлы ЮШ:850 (4.3-сө пункт): Бикте юйҙырыу техник йәһәттән бөтә хакимдар ҡуллана алған RevisionDelete (төҙәтеүҙе юйҙырыу) ҡоралы менән эшләнә.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергә- Юғары шура: Юғары шура биттәрендә ҡатнашыусыларҙы бикләү тураһындағы ҡағиҙәләрҙе аңлатыу