Венте йылғаһындағы шарлауыҡ

Вента йылғаһындағы шарлауыҡ (латыш. Ventas rumba) — Европалағы иң яҫы шарлауыҡ[1], ул Латвиялағы Кулдигала урынлашҡан. Шарлауыҡтың яҫылығы ундағы һыу күләменә бәйле һәм уртаса 100—110 метр тәшкил итә, әммә һыу ташҡанда 279 метрға ла етергә мөмкин. Бейеклеге1,6 — 2,2 метр тирәһендә тирбәлә. Шарлауыҡ тупһалары үҙенсәлекле кәкерсәк һыҙыҡтар яһай. Вента йылғаһындағы шарлауыҡ тәбиғәт ҡомартҡыһы иҫәпләнә һәм Вента туғайлығының тәбиғәт заказниктарына индерелгән[2].

Венте йылғаһындағы шарлауыҡ
латыш. Ventas rumba
Координаты: пропущена долгота
Ил
РегионКулдига
ЙылғаВента 
Бейеклеге2,2 м
Киңлеге100-110 м
Латвия
Точка
Венте йылғаһындағы шарлауыҡ
 Венте йылғаһындағы шарлауыҡ Викимилектә

Балыҡ тотоу

үҙгәртергә

Шарлауыҡ тупһаларында махсус балыҡ тотоу ҡоролмалары күпләп урын алған. Яҡынса 1640 йылда курлянд герцогы Якоб һыу өҫтөндә балыҡ тотоу өсөн ҡулайлама уйлап тапҡан: ағымға ҡаршы йөҙөүсе һөмбаш һәм йоҡа ҡорман балыҡтары туранан-тура әҙер кәрзиндәргә һикергән. Әлеге көндә Вентала бикре балыҡтары юҡ, ләкин һөмбаш һәм йоҡа ҡормандар һаман да бар.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Ventas rumba 2010 йыл 11 август архивланған., latviatourism.lv
  2. dabasretumi.lv 2009 йыл 12 август архивланған.