Ве́нерн (швед. Vänern) — Швециялағы күл. Майҙаны буйынса Европала (Ладога һәм Онега күлдәренән ҡала килә) өсөнсө урынды биләй.

Озеро
Венерн
швед. Vänern
Морфометрия
Абсолют бейеклеге44 м
Үлсәме150 × 81 км
Майҙаны5650 км²
Күләме153 км³
Иң тәрән урыны106 м
Уртаса тәрәнләк27 м
Бассейн
Площадь бассейна47 000 км²
Впадающая рекаКларэльвен
Урынлашыуы
58°55′ с. ш. 13°30′ в. д.HGЯO
Ил
 Венерн Викимилектә

География

үҙгәртергә

Скандинавия ярымутрауында, Швецияның көньяҡ өлөшөндә, Вестра-Гёталанд һәм Вермланд лендары (провинциялары) араһында урынлашҡан.

Майҙаны — 5650 км², күләме — 153 км³, оҙонлоғо — яҡынса 140 км, максималь киңлеге — яҡынса 80 км, уртаса тәрәнлеге — 27 м, иң ҙур тәрәнлеге — 106 м, диңгеҙ кимәленән бейеклеге — 44 м. Һыу йыйыу бассейны майҙаны — яҡынса 46,8 мең км². Венерн күлендә декабрҙән апрелгә тиклем тотороҡһоҙ боҙ менән ҡаплана[1].

Венерн һуңғы боҙланыу осоронда (яҡынса 10 мең йыл элек) барлыҡҡа килгән грабенды биләй. Яр буйҙары башлыса уйһыулы, яр һыҙығы сағыштырмаса бик ныҡ йырғыланған. Һыу кимәленең тирбәлеүе ҙур түгел.

Күлдәге иң ҙур утрауҙар — Турсё (62 км²), Колландсё (57 км²) һәм Хаммарё (47 км²). Шулай уҡ күлдә бихисап бәләкәй утрауҙар урынлашҡан. Күлдең үҙәк өлөшөндәге Юрё архипелагы эргә-тирәләге акватория менән бергә милли парк булып тора.

Күлгә 30-ҙан ашыу йылға ҡоя, улар араһында иң ҙурыһы — Кларэльвен. Венерн күленән Гёта-Эльв йылғаһы сыға, ул Каттегат боғаҙына ҡоя. Күл аша Гёта каналы үтә, был һыу юлы Балтик диңгеҙен Төньяҡ диңгеҙ менән тоташтыра. Күл буйындағы иң ҙур порттар — Карлстад, Кристинехамн, Мариестад, Лидчёпинг һәм Венерсборг.

Күлдә балыҡ тотоу үҫешкән. Күл буйҙарында аҡсарлаҡтарҙы, сарлаҡтарҙы һәм гагараларҙы осратырға мөмкин

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Данные из БСЭ

Һылтанмалар

үҙгәртергә