Велюр
Велюр (франц. velours «бәрхәт», лат. villosus «йөнтәҫ, өбөрөлө») — өбөрөлө йомшаҡ бәрхәт өҫлөклө ҡайһы бер туҡымаларҙың исеме[3]
Велюр | |
Етештереү ысулы | туҡыусылыҡ[1] һәм Бәйләм бәйләү[2] |
---|---|
Велюр Викимилектә |
Етештереү ысулдары
үҙгәртергәВелюр — бәрхәткә ҡарағанда бер аҙ оҙонораҡ өбөрөлө, саф йөндән һуғылған буҫтау үрелешле туҡыма. Етештереү ысулы буйынса был киҫелгәнн велюр тип атала. Иң ҡиммәтле велюр туҡымаларҙың береһе — драп-велюр, уны әҙерләү өсөн меринос йөнөнең иң яҡшы сорттары файҙаланыла.
Элмәкле велюр — киҫелгәненән айырмалы рәүештә, кейем тегеүгә яраҡлы һығылмалы трикотаж туҡыма.
Ҡатмарлы формалы йомшаҡ мебелде тышлау өсөн тәғәйенләнгән велюр — тәбиғи кизе-мамыҡ һәм йөн, шулай уҡ химик сүстәрҙе берләштергән төрлө өбөрөлө туҡымалар йәки трикотаж полотно; шыма буялған һәм ҡыҫып биҙәкләнгән төрҙәре була.
Синоним булараҡ
үҙгәртергәВелюр тип шулай уҡ ҡайһы бер бәрхәт, хәтфә туҡыма (плюш) сорттарын атайҙар.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергәИҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Tortora P. G., Merkel R. S. velour (1) // Fairchild's Dictionary of Textiles (ингл.) — Fairchild Fashion Media, 1996. — P. 608.
- ↑ Tortora P. G., Merkel R. S. velour (2), (3) // Fairchild's Dictionary of Textiles (ингл.) — Fairchild Fashion Media, 1996. — P. 608.
- ↑ Велюр — что за ткань