Драп (франц. drap «буҫтау») — ауыр, шыма буялған, беше йөн йәки ярым йөн туҡыма, уң яғы шыма һәм тиҫкәре яғы йөнтәҫ, ҡатмарлы буҫтау үрелешле туҡыма.

Драп
В. И. Ульянова-Лениндың драп пальтоһы

Этимологияһы үҙгәртергә

Туҡыманың «драп» атамаһы Рәсәйҙә XIX быуатта, бынан алдағы быуаттың еңел туҡымаларына алмашҡа беше буҫтау килгәс, иҫке русса «буҫтау» һүҙе урынына ҡулланыла башлай.

Тарихы үҙгәртергә

XIX быуатта драп сорттары — драп-зефир, король, алтын, көмөш тип аталғандары популяр була[1].

Драп, ғәҙәттә, ике ҡатламдан тора, шуның арҡаһында бик йылы. Туҡыманың уң яғы, тиҫкәре яғына ҡарағанда, йыш ҡына юғарыраҡ сифатлы йөндән эшләнә. Драптың ҡайһы бер сорттары кизе-мамыҡ арҡауҙан эшләп сығарыла [1]. Драп үрелешенең структураһына һәм күренешенә ҡарап өбөрөлө һәм өбөрөләнеп бөтмәгән, бер һәм күп төҫлө, шыма өҫлөклө һәм биҙәкле аҫтарлы булыуы мөмкин.

Ҡулланылышы үҙгәртергә

Драптан ир-егет һәм ҡатын-ҡыҙҙарҙың өҫкө кейемен: ҡышҡы һәм миҙгелһеҙ пальтолар тегәләр. Драп ҡалын булғанлыҡтан, унан ҡатмарлы деталһеҙ моделдәр тегәләр[1].

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

Әҙәбиәт үҙгәртергә

  • Андреева Р. П. Драп // Энциклопедия моды. — СПб.: Издательство «Литера», 1997. — С. 158. — ISBN 5-86617-030-2.
  • Драп // Товарный словарь / И. А. Пугачёв (главный редактор). — М.: Государственное издательство торговой литературы, 1957. — Т. II. — Стб. 628—636. — 567 с.
  • Кирсанова Р. М. Драп // Костюм в русской художественной культуре 18 — первой половины 20 вв.: Опыт энциклопедии / под ред. Т. Г. Морозовой, В. Д. Синюкова. — М.: Большая Российская энциклопедия, 1995. — С. 93. — 383 с.: ил. с. — 50 000 экз. — ISBN 5-85270-144-0.
  • Кирсанова Р. М. Драп // Розовая ксандрейка и драдедамовый платок: Костюм — вещь и образ в русской литературе XIX в. / под ред. Э. Б. Кузьминой. — М.: Книга, 1989. — С. 80—81. — 286 с. — 55 000 экз. — ISBN 5-212-00130-7.

Һылтанмалар үҙгәртергә