Ваһапов Роберт Фәнил улы

Сәнәғәт һәм дәүләт эшмәкәре. Подполковник. Иҡтисад фәндәр кандидаты, Башҡортостан Республиканың атҡаҙанған машиналар эшләүсеһе, Рәсәй Фе

Ваһапов Роберт Фәнил улы (18 март 1959 йыл, БАССР-ҙың Стәрлебаш районы, Стәрлебаш ауылы) — сәнәғәт һәм дәүләт эшмәкәре. Подполковник (2010). Иҡтисад фәндәр кандидаты (2003), Башҡортостан Республиканың атҡаҙанған машиналар эшләүсеһе (2010), Рәсәй Федерацияның почетлы машина эшләүсеһе (2014)[1].

Ваһапов Роберт Фәнил улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй
 Башҡортостан Республикаhы
Тыуған көнө 18 март 1959({{padleft:1959|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:18|2|0}}) (65 йәш)
Тыуған урыны Стәрлебаш, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө сәнәғәт, дәүләт эшмәкәре
Уҡыу йорто Өфө дәүләт авиация техник университеты
Ғилми дәрәжә иҡтисад фәндәре кандидаты[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
«Почёт Билдәһе» ордены

Биографияһы

үҙгәртергә

Роберт Фәнил улы Ваһапов 1959 йылдың 18 мартында БАССР-ҙың Стәрлебаш районы Стәрлебаш ауылында тыуған.

1981 йылда Өфө авиация институтын тамамлай, инженер-механик. 2003 йылда «Бәләкәй эшҡыуарлыҡҡа муниципаль ярҙам: Башҡортостан Республикаһы өлгөһөндә» темаһына кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлай.

1981 йылда Өфө авиация институтында инженер булып эшләй.

1981-1984 йылдарҙа - ВЛКСМ-дың Башҡортостан өлкә комитеты студенттарҙың төҙөлөш отряды өлкә штабы комиссары, командир урынбаҫары.

1984-1986 йылдарҙа Совет Армияһында хеҙмәт итә.

1986-1987 йылдарҙа "Гидравлика" Өфө акционерҙар йәмғиәтендә мастер булып эшләй.

1987-1992 йылдарҙа - СССР Дәүләт именлеге комитеты хеҙмәткәре.

1992-1996 йылдарҙа - «Оргтехника» Башҡорт производство берекмәһенең «Эталон-сервис» фәнни-производство фирмаһы директоры урынбаҫары, директоры.

1996-1997 йылдарҙа - Дәүләт проект-конструкторлыҡ технологик бюроһы директоры.

1997-1998 йылдарҙа - Өфөнөң "Эталон" тәжрибә заводы директоры.

1998-2003 йылдарҙа - бүлек начальнигы; тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм сауҙа министры урынбаҫары; сәнәғәт, тышҡы бәйләнештәр һәм сауҙа министры урынбаҫары; Башҡортостан Республикаһы сәнәғәт министрының беренсе урынбаҫары.

2003-2005 йылдарҙа - «Витязь» Ишембай транспорт машиналары эшләү заводы асыҡ акционерҙар йәмғиәте директоры.

2005 йылда - Башҡортостан Республикаһының иҡтисади үҫеш һәм сәнәғәт министры урынбаҫары.

2005-2006 йылдарҙа - «Башҡортостан яғыулыҡ компанияһы» асыҡ акционерҙар йәмғиәте президенты.

2006-2007 йылдарҙа - Башҡортостан Республикаһының иҡтисади үҫеш һәм сәнәғәт министры урынбаҫары.

2007-2009 йылдарҙа - Башҡортостан Республикаһының сәнәғәт, инвестиция һәм инновация сәйәсәте министры урынбаҫары, министрҙың беренсе урынбаҫары.

2009-2010 йылдарҙа - Башҡортостан Республикаһы сәнәғәт һәм инновация сәйәсәте министрының беренсе урынбаҫары, министры.

2012 йылдан - "Компания Уралтехнострой" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең беренсе вице-президенты.

30-ҙан ашыу хеҙмәт авторы[1][2][3].

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре[4]

үҙгәртергә
  • Башҡортостан Республиканың атҡаҙанған машиналар эшләүсеһе (2010)
  • Рәсәй Федерацияның почетлы машина эшләүсеһе (2014)
  • «Почёт Билдәһе» ордены ордены (1981).
  • «СССР Ҡораллы Көстәренә 70 йыл» миҙалы.
  • «Хәрби хәрәкәттәр ветераны» миҙалы,
  • «Ышаныс һәм изгелек өсөн» миҙалы,
  • «Комсомолда әүҙем эшләгәне өсөн» билдәһе (1984),
  • ВЛКСМ Үҙәк Комитетының Почёт грамотаһы (1983),
  • Рәсәй Федерацияһы сәнәғәт һәм сауҙа министрлығының Почёт грамотаһы (2009)

Һылтанмалар

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә