Васильев Иван Афанасьевич (яҙыусы)

Васильев Иван Афанасьевич (1924—1994) — рус совет яҙыусыһы. Ленин премияһы лауреаты, (1986). 1942 йылдан ВКП(б) ағзаһы.

Васильев Иван Афанасьевич (яҙыусы)
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
Тыуған көнө 21 июль 1924({{padleft:1924|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:21|2|0}}) или 1924[1]
Тыуған урыны Бежаницкий район[d], Великолукский округ[d], СССР
Вафат булған көнө 31 декабрь 1994({{padleft:1994|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:31|2|0}}) или 1994[1]
Ерләнгән урыны Бөйөк Луки
Ҡәбере һүрәте
Туған тел урыҫ теле
Яҙма әҫәрҙәр теле урыҫ теле
Һөнәр төрө яҙыусы
Эшмәкәрлек төрө творческое и профессиональное письмо[d][2]
Сәйәси фирҡә ағзаһы Советтар Союзы Коммунистар партияһы
Ойошма ағзаһы СССР Яҙыусылар союзы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ленин премияһы Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены
 Васильев Иван Афанасьевич (яҙыусы) Викимилектә
Верховининола Иван Васильев һәйкәле.

Биографияһы үҙгәртергә

И. А. Васильев 1924 йылда 21 июлендә Верховинино ауылында (хәҙерге Псков өлкәһе, Бежаницкий районы) крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Публицистик очерктар һәм хикәйәләр, шул иҫәптән ауыл тормошоноң үткер проблемаларына арналған әҫәрҙәр авторы. Бөйөк Луки өлкәһе, Борки ауылында Бөйөк Ватан һуғышы тарихы әҙәби-сәнғәт музейын ойошторған һәм уны төҙөгән. 1989 йылда 1989 йылдан СССР Халыҡ депутаты. 1972 йыл йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы

Ете йыллыҡ мәктәпте тамамлағас, ул Ленинград Йылға флотының навигаторҙары мәктәбенә уҡырға инә. Инеү имтихандарын яҡшы билдәләргә тапшырһа ла, низағ килеп сығыу арҡаһында, комиссия уны ҡабул итмәй.

Буласаҡ яҙыусы 16 йәшендә Калинин өлкәһе, Дашевский районының Шилов урта мәктәбендә математика һәм тарих уҡытыусыһы булып эшләй башлай (хәҙерге Псков өлкәһе, Бенитцкий өлкәһе). Шул йылдарҙа ул Невельск педагогия училищеһына ситтән тороп уҡырға инә.

Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында Иван Афанасьевич алғы һыҙыҡта, Калинин фронтында һуғыша, контузия ала. 1944 йылдан госпиталдә ятып сыҡҡандан һуң ул 1946 йылдың июленә тиклем Кавказ аръяғы Хәрби округында хеҙмәт итеүен дауам итә.

Демобилизациянан һуң ул тыуған Бежаницкий районында — Горск ете йыллыҡ мәктәбе директоры, 1949 йылдан Себеж районы Глембочино ауылдағы балалар йорто директоры итеп тәғәйенләнә. Шул уҡ ваҡытта ул Бөйөк Луки уҡытыусылар институтын тамамлай. Бында, Себежда, буласаҡ яҙыусының беренсе баҫмалары донъя күрә.

1955 йылдан Иван Афанасьевич Себеж районының «Призыв» гәзитендә мөхәррир урынбаҫары булып эшләй, унан Ленинград Юғары партия мәктәбенә уҡырға ебәрелә, уны тамамлағас, Новгород өлкәһе, Валдай район газетаһы мөхәррире итеп билдәләнә, һуңғараҡ район-ара гәзиткә етәкселек итә. 1963 йылдан ул Режевский һәм Зубцовский райондарында «Калининская Правда» газетаһының үҙ хәбәрсеһе була[3]

Вафаты үҙгәртергә

И. А. Васильев 1994 йылдың 31 декабрендә вафат булған. Ерләнгән урыны — Бөйөк Луки, Псков өлкәһе.

Әҫәрҙәре үҙгәртергә

    • «В краю истоков» (1981);
    • «Алые пилотки» (1983);
    • «Допуск на инициативу» (1983);
    • «Возвращение к земле» (1984);
    • «Земляки» (1985);
    • «Депутатский запрос» (1985);
    • «Нематериальная потребность» (1985);
    • «Только и всего (О времени и о себе» (1985);
    • «Крестьянский сын» (1987);
    • «Очищение» (1988)
    • «Алые пилотки» (2-е издание,1989);

Награда һәм премиялары үҙгәртергә

Хәтер үҙгәртергә

Борки ауылында Бөйөк Ватан һуғышы тарихы музейы бинаһында мемориаль таҡтаташ ҡуйылған (21.07.1996)[4]

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

Һылтанмалар үҙгәртергә

 дня));