Васильевка (Ҡыуандыҡ ҡала округы)
Васильевка — Рәсәй Федерацияһы Ырымбур өлкәһенең Ҡыуандыҡ ҡала округындағы ауыл.
Деревня | |
Васильевка | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Ҡала округы | |
Координаталар | |
Бейеклеге |
192 м |
Халҡы | |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
- |
Код ОКАТО | |
Код ОКТМО | |
Географияһы
үҙгәртергәАуыл Ырымбур өлкәһенең үҙәк өлөшөнөң көнсығыш тарафында, Һаҡмар йылғаһының уң яҡ ярында, райондың административ үҙәге Ҡыуандыҡ ҡалаһынан төньяҡ-көнбайышҡа табан туранан яҡынса 11 саҡрым алыҫлыҡта урынлашҡан. Элек ауыл советы үҙәге булған Ҡыҙыл Һаҡмар ауылынан алыҫлығы — 10 км. Абсолют бейеклеге — диңгеҙ кимәленән 192 метр өҫтәрәк[3].
- Климаты
Васильевка климаты Ҡыуандыҡ районына хас — уртаса-континенталь. Йыл миҙгелдәре аныҡ айырылып тора. Район буйынса уртаса температура +4,0оС -тән +4,8оС-ҡа тиклем үҙгәрә. Йылдың иң һалҡын айы — ғинуар, уртаса айлыҡ температураһы яҡынса −20,5оС — 35 оС. Атмосфера яуым-төшөмө бер йыл эсендә 300-ҙән алып 450—550 миллиметрға етә, шуның менән бергә күпселек өлөшө яҙғы-йәйге осорға (70 процент самаһы) тура килә. Ҡар япмаһы тотороҡло, уның дауамлылығы уртаса 150 көн тәшкил итә[4].
- Сәғәт бүлкәте
Краснощёково ҡасабаһы, бөтә Ырымбур өлкәһе кеүек үк, МСК+2 (Өфө ваҡыты) сәғәт бүлкәтендә урынлашҡан. UTC ваҡытына ҡарата айырмаһы — +5:00 сәғәт[5]. |
[6].
Тарихы
үҙгәртергәЫрымбур өлкәһенең 2015 йылдың 6 мартындағы 3029 / 834-V һанлы Законына ярашлы Ҡыуандыҡ районы муниципаль берәмеген, шулай уҡ уға ингән барлыҡ ауыл һәм ҡала биләмәләре Ҡыуандыҡ ҡала округы муниципаль берәмегенә берләштереү юлы менән үҙгәртелә[7][8].
2015 йылдың 1 майына тиклем Ҡыуандыҡ районының Ҡыҙыл Һаҡмар ауыл советына ингән, муниципаль берәмектәрҙе үҙгәртеп ҡороуҙан һуң Ҡыуандыҡ ҡала округы составында раҫланған.
Этимологияһы
үҙгәртергәАуылдың халыҡ телендәге атмаһы — Васильевск, һирәкләп — Васильевский. 1911 йылда ауыл урынында 1 генә землянка торған, унда Волынцев тигән кеше ғаиләһе менән йәшәгән, тип яҙа Ырымбурҙың төбәкте өйрәнеүсе яҙыусыһы, журналист, Ҡыуандыҡ ҡала округының әҙәби тормошон ойоштороусы Сергей Михайлович Стрельников үҙенең «Географические названия Кувандыкского района» тигән китабында. Күрәһең, ауыл шул кеше исеме менән атала башлағандыр. Икенсе ғаилә булып Парфеновтар күсенгән. Өсөнсөһө иһә ер эҙләп Сембер губернияһы яғынан күсеп килгәнлеге билдәле[9]..
Халҡы
үҙгәртергә- Гендер составы
2010 йылғы Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса, ауыл халҡының гендер структураһында ир-егеттәр 44,9 %, ҡатын-ҡыҙҙар 55,1 % процент тәшкил иткән.
- Милли составы
2002 йылдағы халыҡ иҫәбен алыу һөҙөмтәләренә ярашлы, 163 кешенән торған халыҡтың милли структураһын 53 % урыҫтар тәшкил иткән,башҡорттар — 33 %[10]
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Васильевка (Ҡыуандыҡ ҡала округы) > Данные не обнаружены. Возможно, страница переименовывалась. Проверьте справочник
- ↑ Васильевка (Ҡыуандыҡ ҡала округы) > Данные не обнаружены. Возможно, страница переименовывалась. Проверьте справочник
- ↑ Vasil’yevka (ингл.). GeoNames.
- ↑ Схема территориального планирования муниципального образования Кувандыкский район. Материалы по обоснованию (2011).(недоступная ссылка)
- ↑ Федеральный закон от 03.06.2011 № 107-ФЗ «Об исчислении времени», статья 5 (3 июнь 2011).
- ↑ Федеральный закон от 03.06.2011 № 107-ФЗ «Об исчислении времени», статья 5 (3 июня 2011).
- ↑ Закон Оренбургской области от 06 марта 2015 года N 3029/834-V-ОЗ «О ПРЕОБРАЗОВАНИИ МУНИЦИПАЛЬНЫХ ОБРАЗОВАНИЙ, РАСПОЛОЖЕННЫХ НА ТЕРРИТОРИИ КУВАНДЫКСКОГО РАЙОНА ОРЕНБУРГСКОЙ ОБЛАСТИ»
- ↑ Закон «Об утверждении перечня муниципальных образований Оренбургской области и населённых пунктов, входящих в их состав»
- ↑ Народное название — Васильевск, реже — Васильевский. В 1911 г. на месте деревни стояла одна землянка, в которой, по рассказам, жил Волынцев с семьей. По-видимому, название было дано по имени первопоселенца. Вторыми здесь обосновались Парфёновы. Известно, что третья семья переселилась сюда из-за малоземелья из Симбирской губернииСтрельников С.М. Кувандыкский край в географических названиях. — Златоуст: Издательство С. М . Стрельникова, 1994.
- ↑ Коряков Ю. Б. База данных «Этно-языковой состав населённых пунктов России» .
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Стрельников С.М. Кувандыкский край в географических названиях. — Златоуст: Издательство С. М . Стрельникова, 1994.