Васильева Анастасия Назаровна

совет ауыл хужалығы производствоһы алдынғыһы. Социалистик Хеҙмәт Геройы

Васильева Анастасия Назаровна (10 апрель 1913 йыл20 май 1988 йыл) — СССР-ҙың ауыл хужалығы хеҙмәткәре. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1948).

Васильева Анастасия Назаровна
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  СССР
Тыуған көнө 10 апрель 1913({{padleft:1913|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:10|2|0}})
Тыуған урыны Новопестерёво[d], Гурьевский муниципальный округ[d], Кемерово өлкәһе, РСФСР
Вафат булған көнө 20 май 1988({{padleft:1988|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:20|2|0}}) (75 йәш)
Вафат булған урыны Кулебакино[d], Гурьевский район[d], Кемерово өлкәһе, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө ауыл хужалығы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Социалистик Хеҙмәт Геройы Ленин ордены

Биографияһы үҙгәртергә

Анастасия Назаровна Васильева 1913 йылдың 10 апрелендә Томск губернаһы Кузнецкий өйәҙе Новопестерёво ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуған.

А. Н. Васильеваның атаһы Беренсе донъя һуғышында һәләк булған. 1920 йылда ете йәшлек А. Н. Васильеваны әсәһе хәлле крәҫтиән ғаиләһенә бала ҡараусы итеп бирә. Ә 1925 йылда ҡыҙ күрше Кулебакино ауылына бай мещанға хеҙмәтсе булып яллана.

1930-сы йылдарҙа коллективлаштырыу осоронда А. Н. Васильева колхозға инә. Бөйөк ватан һуғышы йылдарында колхозда ат ҡараусы конюх була һәм баҫыу бригадында эшләй. 1944 һәм 1945 йылда А. Н. Васильеваны уңыш йыйыу осоронда иң яҡыш көлтә бәйләүсе, тип маҡтайҙар.

1946 йылда А. Н. Васильева махсус ойошторолған юғары уңыш баҫыу звеноһын етәкләй. Звеноға һуңғараҡ бөтә өлкәлә үҫтереләсәк «Элита» сортлы орлоҡ бойҙайын үҫтереүҙе ышанып тапшыралар. 1946 йылда А. Н. Васильева звеноһы участкаһынан юғары бойҙай уңышы ала: 25 га ерҙән гектарынан 26 центнер. 1947 йылда—11,7 гектар майҙандан гектарынан 30,26 центнер ала.

СССР Юғары Советы Президиумының 1947 йылғы указы менән «алдынғы хеҙмәте өсөн» А. Н. Васильеваны Ленин ордены менән бүләкләй.

СССР Юғары Советы Президиумының 1948 йылдың 6 март Указы менән «бойҙайҙан юғары уңышы алған өсөн», Ленин ордены һәм «Ураҡ һәм Сүкеш» миҙалы менән «Социалистик Хеҙмәт Геройы» исеменә лайыҡ була.

Колхозда баҫыу эштәрен башҡара һәм мал ҡарай. Хужалыҡ үҙгәртеп ҡоролдғандан һуң «Рассвет» совхозында эшләй. Сусҡа ҡарай, һауынсы була, быҙау тәрбиәләй.

А. Н. Васильева колхоз идараһы ағзаһы, халыҡ депутаттарының район һәм өлкә советтарына депутат итеп һайлана.

Кулебакино ауылында йәшәй. 1988 йылдың 20 майында вафат була.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре үҙгәртергә

  • Социалистик Хеҙмәт Геройы (1948)
  • «Ураҡ һәм Сүкеш» миҙалы (6.03.1948)
  • Ленин ордены (1947, 6.03.1948)

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә