Мануэль Варела (исп. Manuel Varela; 1891 йәки 18921927) — Уругвай футболсыһы, ярымһаҡсы, футбол буйынса Уругвайҙың һәм Көньяҡ Американың ике тапҡыр чемпионы.

Футбол
Футбол
Мануэль Варела
Информация
Тыуа 1892[1][2]
Уругвай
Вафат 1927
Гражданлығы Уругвай Уругвай
Позиция ярымһаҡсы
Карьера
Йыйылма командаһы**
1915—1924 Уругвай Уругвай 18 (0)
Халыҡ-ара миҙалдары
Көньяҡ Америка чемпионаттары
Алтын Буэнос-Айрес 1916
Алтын Монтевидео 1917
Көмөш Рио-де-Жанейро 1919

** Рәсми матчтарҙа милли йыйылма команда өсөн уйындар һәм голдар иҫәбе.

Карьераһы үҙгәртергә

Клуб кимәлендә Мануэль Варела Уругвайҙың ике иң популяр һәм иң титуллы командалары — «Пеньяроль» һәм «Насьональ» өсөн сығыш яһай.

1916 йылғы Көньяҡ Америка чемпионатында — тарихтағы бындай тәүге турнирҙа ҡатнаша. Уругвай континенттың тәүге чемпионы була һәм Варела барлыҡ өс матчта ла — Чили, Бразилия һәм Аргентина менән уйнай.

1917 йылдағы Көньяҡ Америка чемпионатында Уругвай йыйылма командаһы тағы ла еңеү яулай. Варела тағы ла өс матчта — Чили, Аргентина һәм Бразилия менән уйнай. Аргентина менән уйнағанда уйын ахырына тиклем 20 минут ҡалғас, Уругвай ҡапҡасыһы Каэтано Сапорити йәрәхәт ала, Варела ҡапҡаға үҙе тора һәм бер генә гол да үткәрмәй[3].

Һуңғы тапҡыр Варела 1919 йылда Бразилияла Көньяҡ Америка чемпионатында ҡатнаша, унда Уругвай икенсе урын ала. Ул бөтә дүрт матчта ла — Аргентина, Чили һәм ике тапҡыр Бразилия йыйылма командаһы (шул иҫәптән "алтын матч"ты ла индереп) менән уйнай. Аргентинаға ҡаршы уйында Варела үҙ ҡапҡаһына гол индерә, әммә Уругвай 3:2 иҫәбе менән еңә[4].

Мануэль Варела йыйылма команда өсөн бөтәһе 18 матч уйнай[5].

Титулдары үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. National Football Teams.com (ингл.)
  2. Worldfootball.net (билдәһеҙ)
  3. Martín Tabeira. Southamerican Championship 1917 (ингл.). Rec.Sport.Soccer Statistics Foundation (10 август 2007). Дата обращения: 24 сентябрь 2017.
  4. Martín Tabeira. Southamerican Championship 1919 (ингл.). Rec.Sport.Soccer Statistics Foundation (4 ғинуар 2013). Дата обращения: 24 сентябрь 2017.
  5. Luis Fernando Passo Alpuin. Uruguay - Record International Players (ингл.). Rec.Sport.Soccer Statistics Foundation (21 сентябрь 2017). Дата обращения: 24 сентябрь 2017.

Әҙәбиәт үҙгәртергә

  • Т. Волек. Encyklopedia piłkarska FUJI. Copa America. Historia mistrzostw Ameryki Południowej 1910-1995. — Катовице: GiA, 1995. — С. 11. — ISBN 83-902751-2-0.