Вәлиев Фәйзи Ислам улы

Партия һәм хужалыҡ эшмәкәре, шағир һәм яҙыусы
(Валиев Файзи битенән йүнәлтелде)

Вәлиев Фәйзи Ислам улы (189229 ноябрь 1941) — партия һәм хужалыҡ хеҙмәткәре, шағир һәм яҙыусы. Беренсе бөтә донъя һәм Граждандар һуғышында ҡатнашыусы.

Вәлиев Фәйзи Ислам улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
 СССР
Тыуған көнө 1892
Тыуған урыны Шәрип, Өфө өйәҙе, Өфө губернаһы, Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 29 ноябрь 1941({{padleft:1941|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:29|2|0}})
Вафат булған урыны Өфө, РСФСР, Башҡорт АССР-ы, СССР
Яҙма әҫәрҙәр теле башҡортса‎ һәм татар теле
Һөнәр төрө яҙыусы
Уҡыу йорто Ғәлиә мәҙрәсәһе
Сәйәси фирҡә ағзаһы Советтар Союзы Коммунистар партияһы

Биография

үҙгәртергә

Фәйзрахман Ислам упы Вәлиев 1892 йылда Өфө губернаһының Өфө өйәҙе Шәрип ауылында (Башҡортостандың Кушнаренко районы) тыуған.

1906 йылда Өфөләге «Ғәлиә» мәҙрәсәһенә уҡырға инә. Уҡыуын 1912 йылда тамамлай. Беренсе бөтә донъя һәм Граждандар һуғышында ҡатнаша.

1919 йылдан — РСФСР мәғариф халыҡ комиссариаты инструкторы, 1921 йылдан Төркиәлә РСФСР-ҙың Төркиәләге вәкиллегендә тәржемәсе. 1924—1926 йылдарҙа Башҡорт өлкә комитетенда инструктор, Мәсәғүт кантонының 1-се секретаре була. 1930 йылда Г. В. Плеханов исемендәге Мәскәү ауыл хужалығы институтын тамамлай, Башҡортостандың алтын-баҡыр комбинатының директор вазифаһын башҡара.

1941 йылдың 29 ноябрендә Өфөлә вафат була.

Ижад менән мәҙрәсәлә уҡығанда ҡыҙыҡһына башла. 1910—1911 йылдарҙа үҙенең тәүге әҫәрҙәрен татар телендә «Шуро» журналында һәм «Вакыт» газетында баҫтыра. «Өмөтлө күңелдән» («С надеждой в душе») шиғырында ул халыҡты яҡты киләсәккә өмөтләндерә. «Ирхан уҡытыусы» әҫәрендә ауыл уҡытыусыһын һүрәтләй. «Йырлайҙар» («Поют»), «Намаҙ» («Намаз») әҫәрҙәре Беренсе бөтә донъя һуғышы ваҡиғаларын бәйән итә.

«Урал буйҙары» («На Урале») нәҫерендә Валиев тыуған яғы һәм халҡы яҙмышы тураһында уй-кисерештәрен ҡағыҙға төшөрә. Ә «Кәмәлә» («На лодке») хикәйәһендә ғашиҡ парҙарҙың уй-хистәрен һүрәтләй.

«Башҡорт энциклопедияһы» был әҫәрҙәрҙе башҡорт лирика прозаһында иң яҡшы әҫәрҙәр исемлегенә индерә.

1920 йылда «Большевик Сәләй» хикәйһен, «Анкара юлында» тигән юлъяҙмаһын баҫтыра. 1916 йылда тәүгеләрҙән булып Ек-Мәргән башҡорт эпосын Ҡазанда татар телендә «Аң» журналында баҫтыра.

Әҫәрҙәре

үҙгәртергә
  • Фәйзи хикәйәләре. Казан, 1918.
  • Башҡорт әҙәбиәте. ХХ быуат башы. 2‑се кит. Проза. Драматургия. Өфө, 1984.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә