Бөрйән район электр селтәрҙәре

электр станцияһынан электр энергияһын ҡулланыусыға таратыу менән шөғөлләнгән ойошма. Башҡортостан Республикаһы Бөрйән районы Иҫке Собха

Бөрйән район электр селтәрҙәре (рус. "Бурзянские РЭС" ОАО "Башкирэнерго") — электр станцияһынан электр энергияһын ҡулланыусыға таратыу менән шөғөлләнгән ойошма. Башҡортостан Республикаһы Бөрйән районы Иҫке Собханғол ауылында (Совхоз урамы, 17) урынлашҡан

Бөрйән район электр селтәрҙәре
Нигеҙләү датаһы 1975
Урын Бөрйән һәм Иҫке Собханғол

Тарихы үҙгәртергә

Бөрйән районын электрлаштырыу 1975 йылда Әүжән — Байназар һауа электр линияһы һәм Байназар электр подстанцияһы сафҡа ингәс башлана. 1976—1978 йылдарға район ауылдарының күпселеге юғары вольтлы электр сығанаҡтарына тоташтырыла.

1977 йылда Белорет электр селтәрҙәренең Бөрйән участкаһы барлыҡҡа килә. Ә 1983 йылдан Бөрйән электр селтәрҙәре итеп үҙгәртелә. 2005 йылда республиканың бөтә энергетика системаһын үҙгәртеп ҡороу һөҙөмтәһендә «БашРЭС» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең Белорет бүлексәһе составына, 2012 йылда «Башкирэнерго» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең Белорет электр селтәрҙәре бүлексәһе составына инә. 34 аылды хеҙмәтләндерә.

1998 йылда Бөрйән район электр селтәрҙәре «Башкирэнерго» ААЙ-ның электр селтәрҙәренең иң яҡшы районы конкурсында 3-сө урында яулай. Ойошманың үҫешенә Әминев Д. Р.[1], Бәҙәмшин С. Й., Ишбулатов А. Ғ.[2], Сафиуллин И. Н., Торсонбаев Х. С.[3] тос өлөш индерә.

Етәкселәре үҙгәртергә

  • Әхмәтов Х. С. — 1983 йылдан
  • Ишбулатов А. Ғ. — 1993 йылдан
  • Әминев Д. Р. — 2009 йылдан

Сығанаҡтар үҙгәртергә

Районные электрические сети // Бурзянская энциклопедия / гл. ред. Г. М. Манапов. — Уфа: НИК Башкирская энциклопедия, 2022. — С. 433. — 640 с. — ISBN 978-5-88185-512-2.

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. Аминев Динар Робертович // Бурзянская энциклопедия / гл. ред. Г. М. Манапов. — Уфа: НИК Башкирская энциклопедия, 2022. — С. 57. — 640 с. — ISBN 978-5-88185-512-2.
  2. Ишбулатов Азамат Галимьянович // Бурзянская энциклопедия / гл. ред. Г. М. Манапов. — Уфа: НИК Башкирская энциклопедия, 2022. — С. 240. — 640 с. — ISBN 978-5-88185-512-2.
  3. Турсунбаев Хаммат Салаватович // Бурзянская энциклопедия / гл. ред. Г. М. Манапов. — Уфа: НИК Башкирская энциклопедия, 2022. — С. 520. — 640 с. — ISBN 978-5-88185-512-2.