Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Ишембай
Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Ишембай — Ишембай ҡалаһы тарихында 1941 йылдың 22 июненән, 1945 йылдың 9 майына тиклемге хронологик осор.
Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Ишембай |
Ҙур булмаған Ишембай ҡалаһы ваҡытлыса оккупацияланған территорияларҙан килгән ике меңдән ашыу ҡасаҡты ҡабул итә, ауылдар халҡы тағы ла өс меңдән ашыу кешене үҙ ҡанаты аҫтына ала. Ҡаланың ике мәктәбендә (1-се мәктәптә һәм 3-сө башҡорт мәктәбендә) хәрби госпиталь урынлаша. Бында табиптар һәм шәфҡәт туташтары ҡулынан меңләгән һалдат һәм офицер дауа ала, уларҙың өстән икенән ашыу өлөшө яңынан сафҡа баҫа.
Һуғыштың биш йылында быраулаусылар 398 скважина быраулай, тау тоҡомдарын дөйөм проходкалау 275 мең метр тәшкил итә, был һуғышҡа тиклемге биш йыллыҡ менән сағыштырғанда 40 мең метрға күберәк. Быраулаусыларҙың һәм геологтарҙың көсөргәнешле хеҙмәте һөҙөмтәһендә Ҡарлы, Ҡуғанаҡ һәм Сәлих нефть ятҡылыҡтары асыла. Кинйәбулат нефть ятҡылығын асыу фронт өсөн ҙур әһәмиәткә эйә була (1943 йыл, Курск дуғаһында асырғанышлы һуғыш барған мәл). «1943 йылдың аҙағында Ишембай ҡалаһы янында Кинйәбулат нефть ятҡылығын асыу — еңеү хаҡына ысын ҡаһарманлыҡ һәм республиканың нефть сығарыуҙы арттырыуға тос өлөшө»[1]. 1941—1945 йылдарҙа илебеҙ 4,5 миллион тоннаға яҡын Ишембай нефть ала. Нефть сәнәғәте патриархы Н. К. Байбаков үҙенең хәтирәләрендә түбәндәгеләрҙе билдәләй: «Һуғыш осоронда һәр өсөнсө танк Ишембай нефтенән алынған яғыулыҡта эшләне»[2].
Ишембай предприятиелары илебеҙҙең Дәүләт оборона комитетының күсмә Ҡыҙыл байраҡтары менән бүләкләнә. Ишембайҙар оборона ихтыяждары өсөн аҡса йыйыуҙа, шул иҫәптән, «Башҡортостан комсомолецы», «Башҡорт истребителе» авиаэскадрильялары һ. б., шулай уҡ танк колонналары өсөн аҡса йыйыуҙа әүҙем ҡатнаша. Баш ҡаланан И. В. Сталиндан 1943 йылда шундай һүҙҙәр яҙылған телеграмма килә: «„Башҡорт нефтсеһе“ истребителдәр эскадрильяһын төҙөү өсөн 1165000 һум аҡса йыйған Ишембай ҡалаһы хеҙмәтсәндәренә минең туғандарса сәләмем һәм Ҡыҙыл Армиянан рәхмәт».
Ишембай фронтҡа 10 меңдән ашыу һалдат һәм офицер оҙата, шуларҙың 3000-гә яҡыны һуғыш яланында башын һала. Ишембайҙан һуғышта ҡатнашҡан 8600 һалдат һәм офицер хәрби орден һәм миҙалдар менән бүләкләнә, ә алты яҡташыбыҙ Советтар Союзы Геройы исеменә лайыҡ була: Ғ. И. Бирҙин, Д. С. Нағоманов, Т. Г. Халиҡов, Н. А. Черных, А. Ф. Рябов, С. У. Сайранов. Ә Г. Т. Кузнецов, һәм Ш. Ф. Маннанов Дан орденының тулы кавалерҙары була.
Һуғыш алды йылдарында Ишембай
үҙгәртергә1939 йылдың 1 сентябрендә Германия ҡораллы көстәренең Польшаға баҫып инеүе һөҙөмтәһендә халыҡ-ара хәлдәр ҡырҡа киҫкенләшә.
Ошо уҡ көндө Советтар Союзында дөйөм хәрби бурыс индерелә.
1941 йыл
үҙгәртергә«Ишембайнефть» тресы хеҙмәткәрҙәре һуғыштың тәүге көндәрендә Германияла була, улар нефть сығарыу ҡорамалдары һатып алыу өсөн ебәрелгән була. Һуғыш башланғас та уларҙы һаҡ аҫтына алалар.
«Ишембайнефть» тресының танылған быраулау мастеры Семен Михайлович Андрианов был ваҡиғаны түбәндәгесә хәтерләй: «Һуғыш башланғанда мин фашист Германияһының ҡап уртаһында инем. Шунан бер аҙ алдараҡ ҡына беҙҙе, бер төркөм быраулаусыларҙы, ҡорамалдар һатып алыу өсөн шул илгә ебрәгәйнеләр. 22 июндә иртәнсәк немец ҡалаһы Дуйсбургтың ҡунаҡханаһында уянабыҙ. Репродукторҙан көслө марш тауыштары, Рәсәйгә походтары, немец ҡоралының бөйөк еңеүҙәре тураһында ҡысҡырып һөйләүҙәр яңғырай. Мәскәүҙең бомба тотолоуы, уның ер менән тигеҙләнеүен дә иғлан итәләр. Ошо ваҡытта беҙҙе ҡулға алалар. Совет граждандары булғанға беҙҙе улар, йәнәһе, ҡыуып сығаралар. Ҡыуып сығарманылар шул, әсирлеккә алдылар. Бер нисә ай буйы төрмә камераларында һәм рәшәткәләр ҡуйылған вагондарҙа тоттолар. Радио һәм гәзиттәр Советтар иленең башҡаса булмауы, немец ғәсҡәре Ҡыҫыл Армияны тар-мар итеүе, әлеге ваҡытта ҡасып ҡалған айырым большевик төркөмдәрен генә тотоуҙары тураһында хәбәр итә. Әлбиттә, беҙ уларҙың бер һүҙенә лә ышанманыҡ. Аҙаҡ килеп беҙҙе төрөк сиге аша Советтар Союзына тапшырҙылар. Бына шулай кире Ишембайға ҡайтып төштөм. Ҡалаға һуғыш төҫө ингәйне инде. Баҡынан һәм Грозныйҙан нефтселәр килгән. Хәҙер Ишембай нефтенең һәр тамсыһы алтындан да ҡиммәтерәк ине. Һәр беребеҙ Ишембай буровойҙарында эшләүебеҙ менән ғорурланды. Беҙ илебеҙҙең Көнсығышында икенсе, дошман ҡулы етә алмаҫлыҡ нефть базаһын булдыра алдыҡ. Тиҙҙән Туймазы эргәһендә девон нефтенең ҙур ятҡылығы асылды. Ишембай быраулаусылары һәм нефть сығарыусылары яңы нефть районында ла эшләй башланы, сөнки фронтҡа күберәк яғыулыҡ талап ителде…»
Йәй
үҙгәртергә1941 йылың 22 июнендә, Бөйөк Ватан һуғышының тәүге көнөндә, СССР Юғары Советы Президиумының 1941 йылдың 22 июнендәге Указына ярашлы, БАССР-ҙа, шул иҫәптән Советтар Союзының 24 төбәгендә хәрби хәл иғлан ителә.
23 августа СССР нефть сәнәғәте Халыҡ Комиссариаты Баҡының Сталин исемедәге заводын Ишембай ҡалаһына эвакуациялау тураһында ҡарар ҡабул итә.
Көҙ
үҙгәртергә1 сентябрҙән илдең 200-ҙән ашыу ҡалаһында һәм эшсе ҡасабаларында икмәк, ит, майҙар, шәкәр, ярмалар һәм маргаринға аҙыҡ-түлек карточкалары индерелә. 1-се категориялағы карточкалар буйынса көнөнә 0,8-1,2 кг икмәк, 2-се категорияға — 400 грамдан 500 грамға тиклем, кеше ҡарауында булғандарға һәм 12 йәштән өлкән балаларға — 300—400 гр.
10 ноябрҙә Грознефтекомбинаттың 1-се май-абсорбция газолин заводы Ишембай ҡалаһына эвакуациялана.
Ҡыш
үҙгәртергә1942 йыл
үҙгәртергә1943 йыл
үҙгәртергә1943 йылдың апрель айында БАССР Сауҙа Халыҡ комиссариаты күрһәтмәһе буйынса Өфө, Стәрлетамаҡ, Ишембай һәм Белорет ҡалаларында 3 йәштән 13 йәшкә тиклемге балаларға өҫтәмә туҡланыу ойошторола[3]. [ЦГИА РБ. 976. ф. Оп. 3. 59.. Лена 37, 50, 52].
20 июлдә ВКП(б)-ның Башҡортостан өлкә комитеты «Маҡар районында колхозсылар һәм балаларҙың ябығыу сәбәпле ауырыуы һәм үлеүе тураһында» ҡарар ҡабул итә. 22 июлдә ВКП (б)-ның Башҡортостан өлкә комитеты «Республика хеҙмәтсәндәрен икмәк менән тәьмин итеүҙәге өҙөклөктәр тураһында» ҡарар ҡабул итә.
19 сентябрҙә Кинйәбулат нефть ятҡылығы асыла. «1943 йылдың аҙағында Ишембай ҡалаһы янында Кинйәбулат нефть ятҡылығын асыу — еңеү хаҡына ысын ҡаһарманлыҡ һәм республиканың нефть сығарыуҙы арттырыуға тос өлөшө»[4]. Шул уҡ 1943 йылда Кинйәбулат һәм Байгужа ауылдары янында Байгужа глауконит ҡомо, Байгужа һоро күмере, Байгужа кварц ҡомо ятҡылыҡтары асыла.
1944 йыл
үҙгәртергә17 ғинуарҙа Кинйәбулат нефть ятҡылығында тәүге нефть фонтаны күккә атыла.
1945 йыл
үҙгәртергәМахсус күсенеүселәр
үҙгәртергәХалыҡ һаны
үҙгәртергә1943—1945 йылдар
үҙгәртергәИшембай ҡалаһында халыҡ иҫәбе: 43900 (1 ғинуар, 1944), 43100 (1 июль, 1944), 41000 (1 ғинуар, 1945), 40300 (1 июль, 1945).
1943 йылдан Башҡортостанда эвакуация менән килгәндәрҙе үҙҙәре йәшәгән ерҙәргә кире ҡайтарыу башлана, әммә 1943—1945 йылдарҙа Ишембай һәм Стәрлетамаҡ халҡы һиҙелерлек булып арта[5]. 1943 йылдың 25 ноябренә эвакуция менән килгән халыҡ һаны Стәрлетамаҡта — 5575, Белоретта — 3671, Дәүләкәндә — 1648, Ишембайҙа — 600 кеше була. 1944 йылдың аҙағына кеше һанының кәмеүе күҙәтелә. Шулай, 1944 йылдың 25 декабренә ҡарата Стәрлетамаҡта — 2300 кеше, Белоретта — 1223, Ишембай ҡалаһында — 600, Благовещенда — 1129, Бөрө ҡалаһында — 548, Бәләбәйҙә — 641 кеше була. 1945 йылда ла эвакуацияланып килгәндәрҙең һаны әкренләп кәмей бара.эвакуацияланған кешеләр һаны кәмей бара. 1945 йылдың 25 июненә Стәрлетамаҡта — 1753, Белоретта — 1189, Ишембайҙа — 450 кеше була, Бөрөлә үҙгәрешһеҙ ҡала.
Реэвакуация
үҙгәртергә1. 1941 йылдың декабренән 1943 йылдың көҙөнә тиклем реэвакуация шәхсән айырым кешегә генә ҡағылышлы үткәрелә, сөнки, беренсенән, уның тәртибе ныҡлап әҙерләнмәгән була һәм дауам иткән эвакуация менән параллель рәүештә алып барыла.
2. 1943—1944 йылдарҙың ҡышынан 1945 йылдың майына тиклем реэвакуация ойошҡан һәм массавый төҫ ала, ләкин һуғыш шарттарында үткәрелә; уны үткәреү тәртибе хөкүмәт күрһәтмәләре менән яйға һалына.
3. 1946 йылдың май айынан 1946 йылдың йәйенә тиклем реэвакуация тыныс шарттарҙа үткәрелә, уны ойоштороу менән күсереүсе идаралыҡ шөғөлләнә.
4. 1946 йылдың йәйенән 1948 йылға тиклем тимер юлдары буйлап ирекле йөрөү рөхсәт ителә, шуға ла реэвакуация, нигеҙҙә, шәхси һәм үҙаллы төҫ ала. Аҙаҡ килеп, эвакуацияланған кешеләр иҫәптән төшөрөлә һәм айырым махсус категорияға ҡарауҙан туҡтай.
Сәнәғәт
үҙгәртергә10 ноябрҙә Грознефтекомбинаттың 1-се май-абсорбция газолин заводы Ишембай ҡалаһына эвакуациялана. 1941 йылдың көҙөндә Ишембайға И. В. Сталин исемендәге Баҡы быраулау насостары заводының 300-гә яҡын хеҙмәткәре килә. 1945 йылдың мартында дөйөм тырышлыҡ менән завод продукция бирә башлай.
Сталин исемендәге Батҡаҡ заводы Ишембайға эвакуациялана (Гродно ҡ., Белорус ССР-ы).
Грозныйҙан килгән Газолин заводы, 12 мең квт-ға иҫәпләнгән турбогенератор сафҡа индерелә, Майкоптағы төҙөлөш-монтаж контораһы Ишембайға күсерелә. Лампа ҡоромо заводы; нефть газын эшкәртеү һәм унан бензин алыу буйынса завод төҙөлә. Танк аккумуляторҙарын заправкалау өсөн фильмургин етештерелә. Эвакуацияланған предприятиелар белгестәре, шулай уҡ яңы сафҡа индерелгән заводтар Ишембай сәнәғәтен байтаҡҡа нығыта.
СССР Наркомнефтенең приказы (№ 177 от 01.08.1941) нигеҙендә Сталин исемендәге механика заводы, бөтә ҡорамалдары һәм 745 хеҙмәткәре менән Баҡы ҡалаһынан Ишембайға эвакуациялана. Бында ул яңы исем ала: «Сталин исемендәге Дәүләт союз машиналар эшләү заводы» (хәҙерге «Ишембай машиналар эшләү заводы» асыҡ акционер йәмғиәте). 1942 йылдың март айында эшләй башлай. Нефтселәр өсөн быраулау һәм нефть промыслаһы ҡорамалдарын (ловиль инструменттар, ҡасау һәм башҡалар) етештереү һәм ремонлау менән бер рәттән машиналар эшләү заводы, Наркоматтың махсус заказын үтәп, һуғыш кәрәк-яраҡтарын — "Катюша"лар өсөн йүнәлтеүсе гильзалар етештерә. Һуғыш йылдарында завод коллективы нефть тармағында күп тапҡырҙар социалистик ярышта еңеп сыға һәм уға еңеүсе байрағы бирелә. 1942 йылда Грознефтекомбинаттың 1-се май-абсорбция газолин заводы Ишембай ҡалаһына эвакуациялана, уның базаһында ҡаланың һул яҡ ярҙа ятҡан өлөшөндә юғары сифатлы бензин етештереү өсөн газолин заводы төҙөлә — аҙаҡ ул "411-се Дәүләт союз заводы"на, артабан [6][./Ишимбай_в_годы_Великой_Отечественной_войны#cite_note-8 [8]][7][8] а[9] әйләнә. Бөйөк Ватан һуғышы осорода кирбес заводы, кәрбид заводы сафҡа инә[10]. Ишембай фронтҡа етди ярҙам күрһәтә. Һәр бишенсе танк һәм самолетҡа Ишембай нефтенән әҙерләнгән яғыулыҡ ҡойола[6][7][8].
Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Ишембайҙа төҙөлөш һәм сәнәғәт предприятиелары уңышлы эшләй: «Уралнефтезаводстрой» тресы, «Башнефтезаводстрой» тресы, «Ишимбайгазстрой» тресы, Төҙөлөш батальоны № 757, Өфө 3-сө төҙөлөш тресының 11-се контораһы, Каротажный контораһы, Байғужа формаға һалыу ҡомо карьеры, кирбес заводы, 2-се кирбес заводы, алебастр заводы, «Башлесосплав» тресының Ишембай һал ағыҙыу контораһы, «Ишимбайгаз» тресы, Ишембай үҙәк электр станцияһы, Элемтә министрлығы контораһы.
Ил буйынса һәм фронт өсөн нефть һәм башҡа йөктәрҙе ташыуҙа Ишембай тимер юлсыларының өлөшө баһалап бөткөһөҙ.
1941 йылдан 1945 йылға тиклем ҡалала 13-тән ашыу артель теркәлә: «Башҡортостан», «Тәйрүк», «Көҫәпҡол», «Өс ҡайын», «Усаҡ», «Ишимбайтоҙ», «Ҡыҙыл грабарь», «Октябргә 19 йыл», айырым кешеләргә кейем тегеү оҫтаханаһы, «Апға», «Ишембайтрикотаж», «Тиресе», «Тирмән-Йылға», «Кузьминовка» һәм башҡалар. Улар кирбес сығарыу, алебастр, эзбиз, арба, ат сбруйҙары, башҡа һауыт-һаба, көршәктәр, пальто, мамыҡ фуфайка, куртка, гимнастерка, ир-егеттәр күлдәге, түшәк кәрәк-яраҡтары, йорт йыһаздарын ремонтлау, итек тегеү һәм ремонтлау, быйма баҫыу һәм төпләү, кәпәс тегеү, машина ремонтлау, тун өсөн һарыҡ тиреһен иләү, тоҙ, һабын ҡайнатыу һәм башҡа төрлө эштәр ҙә башҡара.
Эвакогоспиталь
үҙгәртергә2606 г. Ишембай, Геологтар урамы, 10/3 00.12.1941-00.09.1943 йыл (элекке 3-сө мәктәп, хәҙерге Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге 2-се Башҡорт гимназия-интернаты бинаһы)
5920 г. Ишембай, Геологтар урамы, 10/3 00.09.1943-00.09.1946 йыл (элекке 3-сө мәктәп, хәҙерге Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге 2-се Башҡорт гимназия-интернаты бинаһы)
Сәнғәттә
үҙгәртергәФронтта һәләк булған лётчик Борис Резганов үҙенең «Ишембайға» тигән шиғырында самолетында Ишембай бензинын ҡулланыуы менән ғорурланыуы тураһында яҙа:
На твоем бензине я летаю,
Значит, вместе мы громим врага.
Наградалар
үҙгәртергә1948 йылдың 1 октябрендә «1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында фиҙакәр хеҙмәте өсөн» миҙалы менән Ишембай ҡалаһында 5271 кеше, Маҡар районында 3424 кеше бүләкләнә.
Бөтә Союз социалистик ярышында ВЦСПС-тың һәм Наркоматтарҙың күсмә Ҡыҙыл байраҡтарын алған предприятиелар:
- «Башнефтеразведка» тресының транспорт контораһы — 1943 йылдың октябрь һәм ноябрендә, 1944 йылдың декабрендә, 1945 йылдың ғинуар, февраль һәм мартында
- Сталин исемендәге Ишембай машиналар эшләү заводы — 1943 йылдың декабрендә һәм 1944 йылдың ғинуарында
- «Ишембайнефть» тресының тауар-нефть- үткәргес контораһы — 1944 йылдың июне һәм июлендә, 1945 йылдың апрелендә
Документтар
үҙгәртергәМемуарҙар
үҙгәртергәКиң мәғлүмәт саралары
үҙгәртергә«Боевой листок» — 1942 йылда сығарыла башлай, «Ишембайнефть» НПУ-һының 3-сө нефть промыслаһында «Башҡорт вышкаһы» гәзитенең күсмә редакцияһы.
«Фронтҡа күберәк нефть!» — 1942 йылдан эшләй, «Башҡорт вышкаһы» гәзитенең баҫмаһы.
«Фронтҡа урман» — 1943 йылда асыла. Ойоштороусы — «Башлесосплав» ағас ағыҙыу тресының урман һәм ағас ағыҙыу эшселәре профсоюзы Башҡортостан өлкә комитеты органы.
- 20 октябрь, 1937 — 28 декабрь, 1942 — Половинкина М. («Башҡорт вышкаһы» гәзите мөхәррире).
- 1 ғинуар, 1943 — 13 август, 1944 — Лимарк Д. («Башҡорт вышкаһы» гәзите мөхәррире).
- 3 июль, 1944 — 1 ғинуар, 1951 — Рузанкина В. А. («Башҡорт вышкаһы» һәм «Ишимбайский нефтяник» гәзиттәре мөхәррире)
Хәтер
үҙгәртергәҺәләк булған нефтселәргә ҡуйылған һәйкәл.
Һылтанмалар
үҙгәртергәИшембай хәрби комиссариаты буйынса 1941—1945 йылдарҙа хәрби хеҙмәткә саҡырылыусыларҙың дөйөм исемлеге 2016 йыл 6 март архивланған.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергәФайҙаланылған әҙәбиәт һәм сығанаҡтар
үҙгәртергә- ↑ 22 июня — День памяти и скорби | новости башинформ.рф
- ↑ Сайт газеты «РБ» — «Ветеран» — Фронтовой город в глубоком тылу 2013 йыл 9 июнь архивланған.
- ↑ Рахимкулов А. А. Трудовые подвиги подростков и молодежи БАССР в годы Великой Отечественной Войны // Урал-Алтай: через века в будущее. Материалы IV Всероссийской научной конференции, посвященной III Всемирному курултаю башкир (25-27 марта 2010 г.). II ТОМ. Уфа, 2010 С.210-213. с.212
- ↑ Сегодня — День памяти и скорби | новости башинформ.рф
- ↑ Самситдинов И. З. Численность населения малых городов Башкирской АССР в 1943—1945 годах. Процесс реэвакуации и её последствия // Известия Российского государственного педагогического университета им. А. И. Герцена. Научный журнал. СПб., 2010. № 123. С. 57-61.
- ↑ 6,0 6,1 Парамонов В. Динамика промышленности РСФСР в 1941—1945 гг. Учебное пособие. — Самара: «Самарский университет», 2005. — 156 с. — 150 экз.
- ↑ 7,0 7,1 Имамутдинов И. Что внутри трубы (рус.) // Эксперт : журнал. — 2005. — 27 августа. — № 32 (478).
- ↑ 8,0 8,1 В годы Великой Отечественной войны . Официальный сайт празднования 450-летия добровольного вхождения Башкирии в состав России. Дата обращения: 21 июнь 2011. Архивировано 25 август 2011 года. 2009 йыл 8 февраль архивланған.
- ↑ Агафонов М. А., Кутимов Б. П., Фёдоров И. Г. Ишимбай. — Уфа: Башкирское книжное издательство, 1968. — С. 18. — 76 с. — 10 000 экз.
- ↑ Агафонов М. А., Кутимов Б. П., Фёдоров И. Г. Ишимбай. — Уфа: Башкирское книжное издательство, 1968. — С. 15. — 76 с. — 10 000 экз.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Агафонов М. А., Кутимов Б. П., Фёдоров И. Г. Ишимбай. — Уфа: Башкирское книжное издательство, 1968. — 76 с. — 10 000 экз.
- Мангушев К. И., Поляков В. Н., Уткин Ю. В. Чудесный клад. — М.: Советская Россия, 1985. — 144 с. — 20 000 экз.
- Уткин Ю. В. Ишимбай. — Уфа: Издательство Башкирского обкома КПСС, 1985. — 62 с. — 9000 экз.
- Будков А. Л., Будков Л. А. Нефтяная промышленность СССР в годы Великой Отечественной войны. — М.: Недра, 1985. — 248 с. — 5000 экз.
- Вайсман С. Я. Первенец башкирской нефтепереработки. — Уфа: Издательство Башкирского обкома КПСС, 1987. — 19 с. — 2000 экз.
- Альмухаметова Г. А., Артюхина Л. Н., Зулькарнаев И. Ф., Саитов М. М. Ишимбай / Администрация города Ишимбая. — Уфа: Слово, 2000. — 96 с. — 1000 экз. — ISBN 5-87308-196-4.
- Игнатьев В. Л. Ишимбай: век ХХ / Администрация города Ишимбая. — Уфа: Информреклама, 2005. — 528 с. — 1500 экз. — ISBN 5-94780-059-4.
- Парамонов В. Динамика промышленности РСФСР в 1941—1945 гг. Учебное пособие. — Самара: «Самарский университет», 2005. — 156 с. — 150 экз.
- Зайнетдинов, Энгель Ахметович Кровь войны http://ufa.bezformata.ru/listnews/krov-vojni/906149/ 2016 йыл 4 март архивланған.
- Бикбов С. «Каждая тонна нефти — наш залп по врагу» : [Ишимбайс. нефтяники в годы войны] / С. Бикбов // Советская Башкирия. — 1985. — 16 мая.
- Воронцов В. Живут среди нас, остались с нами : [о ветеранах войны г. Ишимбая] / В. Воронцов // Восход. — 1985. — 12 авг.
- Гнатовский А. Время не властно : [об ишимбайцах-участниках войны] / А. Гнатовский // Восход. — 1984. — 11 сент.
- Николенко И. Королевы военных лет : [женщины-ветераны г. Ишимбая] / И. Николенко // Советская Башкирия. — 1995. — 25 янв.
- Фронтовой город [Ишимбай] в глубоком тылу // Известия Башкортостана. — 1995. — 9 февр.
- Герои тыла. Списки тружеников, награждённых медалью «За доблестный труд в Великой Отечественной войне 1941—1945 гг.» : Рос. Федерация, Респ. Башкортостан / [редкол.: И. Г. Илишев (гл. ред.) и др. ; рабочая группа по подгот. рукоп.: Р. А. Валеев и др.]. — Уфа : Китап, 2009. — 24 см. Т. 9 : Ишимбайс., Калтасин. р-ны. — 2009. — 872 с. — 2500 экз. — ISBN 978-5-295-04895-1 (в пер.). — [09-646]
- Они вернулись с Победой : Рос. Федерация, Респ. Башкортостан : списки военнослужащих, вернувшихся живыми с Великой Отечеств. войны 1941—1945 гг. / [редкол.: Х. Х. Ишмуратов (гл. ред.) и др. ; рабочая группа по подгот. рукоп.: Р. А. Валеев и др.]. — Уфа : Китап, 2001—2005. — 24,5 см. Т. 6 : Ермекеев., Зианчурин., Зилаир., Иглин., Илишев., Ишимбайс. р-ны. — 2003. — 693, [3] с. — 2200 экз. — ISBN 5-295-03308-2 (в пер.). — [03-862]
- Память : Рос. Федерация, Респ. Башкортостан : списки погибших в Великой Отечеств. войне (1941—1945 гг.) / материалы подгот. Р. А. Валеев и др. ; [редкол.: М. А. Аюпов (гл. ред.) и др.] — Уфа : Китап, 1994—1999. — 27 см. — ISBN 5-295-00958-0. Кн. 12 : Ишимбайс., Калтасин., Караидел. р-ны. — 1997. — 50 с. — 3000 экз. — ISBN 5-295-01778-8 (в пер.). — [97-206]
- Аюпов, Риф Салихович. Башкирия в годы Великой Отечественной войны : диссертация … доктора исторических наук : 07.00.02. — Уфа, 1995. — 474 с.
- Бехтерев, Денис Юрьевич. Южный Урал — важный арсенал России в годы Великой Отечественной войны : диссертация … кандидата исторических наук : 07.00.02. — Оренбург, 2006. — 264 с. : ил.
- Парамонов, Вячеслав Николаевич. Индустриальное развитие РСФСР в годы Великой Отечественной войны, 1941—1945 гг. : диссертация … доктора исторических наук : 07.00.02. — Самара, 2000. — 594 с.
- Аюпов, Риф Салихович. Башкирия в годы Великой Отечественной войны : диссертация … доктора исторических наук : 07.00.02. — Уфа, 1995. — 474 с.