Бәҙәхшән
Бәҙәхшән (фарс. بدخشان, уҡылышы: бәҙәхшан) хәҙерге Афғанстандың Бәҙәхшән виләйәте, Тажикстандың Мөстәҡил Таулы Бәҙәхшән виләйәте һәм Ҡытайҙың Мөстәҡил Ташҡурған Тажик өлкәһе араһында бүленгән тарихи ил. Бәҙәхшән йырҙары төбәктең мәҙәни мираҫының мөһим өлөшө булып, бының менән Памир телдәренең һаҡланыуының иң ҙур әсбабы булып торалар.[1]
Исеме
үҙгәртергә"Бәҙәхшән" атамаһы Сәсәниҙәр дәүләтенең bēdaxš йә иһә badaxš намынан килеп сыҡҡан, ул иһә боронғораҡ *pati-axša һүҙенән килә; -ān ҡушымсаһы илдең бер бәҙәхшә тарафынан етәкләнгәнен билдәләй.
Халҡы
үҙгәртергәБәҙәхшән иле дин ҡарашынан да, милләт ҡарашынан да ныҡ бай. Тажиктар менән памириҙар күпселек булып, тағы әҙ-мәҙ ҡырғыҙҙар, үҙбәктәр, хазаралар һәм пуштундар йәшәй. Афғанстандағы памириҙәр рәсми халыҡ булып һаналһа да Тажикстанда уларға ҡаты ҙолом эшләнә. Ҡытайҙа иһә памир халыҡтарының береһе булған һарыкүлдәр йәшәй, әммә уларҙың үҙатамаларының "туҗик" булғаны өсөн Ҡытайҙа бөтә памириҙәр тажик тип атала.
Дин буйынса памириҙәрҙең күпселеге исмәғили шығыйҙар, улар араһынан яҙғуламдар ғына сөнни мосолмандар. Ҡалған халыҡтар иһә бөтөнләп сөнни мосолмандар.
Бәҙәхшән йәғрәфи яҡтан ныҡ төпкөл урын булғас, был илҙең кешеләре борон-борондан ҡалған мәҙәни мираҫтарын ныҡ яҡшы һаҡлағандар.
Йәғрәфиәһе
үҙгәртергәШулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергә- Бәҙәхшән виләйәте
- Мөстәҡил Таулы Бәҙәхшән виләйәте (өлкәһе)
- Ләжүәрт
- Ебәк юлы
- Мөстәҡил Ташҡурған Тажик өлкәһе
Сығанаҡтар
үҙгәртергә- ↑ The Music of Tajik Badakhshan(недоступная ссылка), Jan van Belle, The Institute of Ismaili Studies, 2003.