Бәшнәк ― урыҫ яҙыусыһы А. П. Чехов хикәйәһе, 1897 йылда яҙылған.

Бәшнәк
Нигеҙләү датаһы 1897
Атамаһы Печенег
Сәнғәт формаһы хикәйә
Автор Чехов Антон Павлович
Ил  Рәсәй империяһы
Әҫәрҙең теле урыҫ теле
Нәшер ителеү ваҡыты 2 (14) ноябрь 1897
Первая строка Жмухин, Иван Абрамыч, отставной казачий офицер, служивший когда-то на Кавказе, а теперь проживающий у себя на хуторе, бывший когда-то молодым, здоровым, сильным, а теперь старый, сухой и сутулый, с мохнатыми бровями и с седыми, зеленоватыми усами, — как-то в жаркий летний день возвращался из города к себе на хутор.
Баҫылған Русские ведомости[d]
Авторлыҡ хоҡуғы статусы 🅮[d] һәм 🅮[d]

Баҫмалар

үҙгәртергә

Хикәйә Чехов Ниццала булған саҡта, «В родном углу» хикәйәһен яҙып бөтөргәс тә яҙылған. 24 октябрҙә яҙыусы «Бәшнәк» хикәйәһен «Русские ведомости» гәзитенең баш мөхәррире В. М. Соболевскийға ебәрә. Тәүге тапҡыр хикәйә 1897 йылдың 2 ноябрендә «Русские ведомости»ҙың 303-сө һанында баҫылып сыға. Һуңғараҡ хикәйәнең мөхәррирләнгән өлөшөн Чехов Адольф Маркс 18991901 йылдарҙа нәшер иткән әҫәрҙәре йыйылмаһының туғыҙынсы томына индерә[1].

Яҙыуҙың тарихы

үҙгәртергә

1887 йылда Чехов Дон өлкәһенең төньяғында була. Хикәйәнең сюжеты яҙыусының ошо сәйәхәте нигендә яҙылған. Яҙыусы П. Сурожский әйтеүенсә: «Бәшнәк» һәм «Тыуған мөйөштә» хикәйәләре Таганрогтың төньяғында булған райондарҙы хәтерләтә «уларҙа Донецк тимер юлы, далалағы ике исемһеҙ станция һәм Провалье станцияһы телгә алына».

Я. Я. Полфёров Чеховтың был яҡ тураһында әйткәндәрен һүҙмә-һүҙ килтерә: «Минең өсөн шул тиклем киңлек, ундағы шарттар барыһы ла киң мәҙәниәтле тормош өсөн яралған булһа ла, уларҙың шул тиклем наҙанлыҡ менән уралғанын күреү бик аяныс... Әгәр унда йәшәүсе офицерҙар ябай казактарҙан культуралыраҡ булһа, улар араһында наҙанлыҡ та кәмер һәм «бәшнәк» тә булмаҫ ине...»[2].

А. П. Чеховтың күңел дәфтәренең 67-се битендәге был хикәйәнең ҡыҫҡаса әҙерлегендә: «Мин быны һеҙгә тәҡдим итәм», - тип яҙып ҡуйылған. Шул уҡ биттә хикәйәнең сюжеты ла бар: «X үҙенең дуҫы Z-ға йоҡларға килә, тегеһе вегетариансы. Киске аш ашайҙар. Z нишләп ит ашамағанын аңлата. X барыһын да аңлай, ләкин : «Ни бысағыма һуң ул саҡта сусҡалар?» - тип аптырай. X иректәге бар хайуанды ла аңлай, бары тик ирекле сусҡаларҙы ғына аңламай. Төнө буйы ул: «Ул саҡта нимәгә кәрәк һуң сусҡалар?» тип уйланып ята.

Хикәйәләге ваҡиға тимер юлдағы вагонда һәм отставкалағы казак офицеры Иван Абрамыч Жмухин өйөндә бара. Шулай йәйҙең бер көндә ул үҙенең тиҙҙән үләсәге һәм был ерҙәге бөтә нимәнең дә унан тороп ҡаласағы тураһында уйланып тимер юл буйлап өйөнә ҡайтып килә. Провалье станцияһында уның янына аҡ йөҙлө бер әфәнде килеп инә һәм уның ҡаршыһына ултыра. Һөйләшеп китәләр. Әңгәмә барышында Иван Абрамыч үҙенең бик һуңға өйләнеүе, ике балалары булыуы һәм уларҙы уҡытып белем бирергә аҡсаһы булмауы хаҡында зарлана. Аҡһыл һары сәсле әфәнде Иван Абрамыч утарынан йыраҡ тормаған Дюевка ауылына барғаны тураһында әйтә, һәм офицер уны үҙендә ҡунып сығырға саҡыра.

Утарҙа уларҙы тауыҡтарҙы һауаға сөйөп атҡан Жмухин улдары, ҡатыны ҡаршы ала. Киске аш ваҡытында ҡунаҡ әфәнденең вегетариансы булыуы асыҡлана, ул, үҙе әйтеүе буйынса, хайуандарҙы «улар кешеләр кеүек үк ғазаплана бит» тип бик ныҡ йәлләй. Жмухин аптырап китә, хайуандарҙы һуйып ашамағас, уларҙың нимәгә кәрәге бар?

Төнө буйына Жмухин йоҡламайынса аҡ йөҙлө әфәнденең әйткәне тураһында уйлап ята. Йоҡлап китер алдынан Жмухин тағы ла аҡ йөҙлө әфәндегә үҙенең хеҙмәт иткән сағындағы тормошо, идарасыһына үҙ хеҙмәтселәренә аҡса түләмәҫкә ҡушҡан һәм уны тыңлағаны өсөн ун һум аҡса биргән алпауыт тураһында, үҙ улдарының себер шеше менән ауырыған аттың тиреһен һуйып һатыуҙары тураһында һөйләй. Жмухиндың ҡатын-ҡыҙҙы кешегә һанамауы ла асыҡлана: «Ҡатын кеше уйлай беләме ни? Юҡ. Дөрөҫөн генә әйткәндә, мин ҡаты-ҡыҙҙы кешегә һанамайым».

Иртән аҡһыл һары сәсле ҡунаҡ әфәнде тарантасына ултырып ҡайтып китә. Утарҙан сыҡҡанда ул офицер улдарының бер әтәсте һауаға сөйөп атҡанын күрә. Әфәндене Жмухиндың ҡатыны оҙатып ҡала. Автор уның илауҙан шешенгән йөҙөн һәм әфәндегә шул тиклем йәл ҡараш ташлауын һүрәтләй, әйтерһең дә ул, мөмкин булһа, был әфәнде менән утарҙағы йортонан әллә ҡайҙарға сығып китергә лә риза, йә булмаһа үҙенең йүнһеҙ улдарын нисек кеше юлына баҫтырыу тураһынд кәңәш һорарға әҙер. Ҡатын шул тиклем йәл! Был ҡатын бисә лә, хужабикә лә, хеҙмәтсе лә түгел, ә бары тик бөтөнләй түбән, юҡ нимә...». Ихатанан сығып китер алдынан әфәнденең хужаны бәшнәк тип атағыһы килә, тик ул бары ҡысҡырып: «Һеҙ мине туйҙырҙығыҙ!» - ти.[3]{0}[13]{/0}} (1936)

Тәнҡитселәрҙең баһаламаһы

үҙгәртергә

«Тыуған мөйөштә» һәм «Бәшнәк» хикәйәләренә тәнҡиттә баһаламалар әҙ булһа ла, ыңғай була. Чехов заманында сыҡҡан «Курьер» гәзитендә бер аноним комментарийында «хикәйә кешелекте урап алған тормоштоң мәғәнәһен асып бирә һәм шунлыҡтан уҡыусыны уйға һала» тип әйтеп үтә.[4]

Ангел Богданович «Мир Божий» журналындағы мәҡәләһендә Чеховтың фекер йөрөтөүе көндән-көн ҡараңғылана бара, ә яҙған әҫәрҙәре депрессиялы ҡараңғылыҡты күрһәтә, тип билдәләй[5].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Родионова, В. М. Комментарии к рассказу «Печенег». Собрание сочинений А.П.Чехова в 12 томах. Художественная литература. Мәскәү Т. 8, с. {0}[13]{/0}} (1936)
  2. Областное обозрение и вестник казачьих войск. 1904, №30, 25 июля
  3. Чехов А. П. Печенег // Чехов А. П. Полное собрание сочинений и писем: В 30 т. Сочинения: В 18 т. / АН СССР. Ин-т мировой лит. им. А. М. Горького. — М.: Наука, 1974—1982.
  4. Курьер, 1897, № 29, 4 декабря
  5. Мир божий, 1897, № 12, декабрь