Бәхтегәрәй (Мерәҫ ауыл Советы, Баймаҡ районы)

Рәсәйҙең Башҡортостан Республикаһы Баймаҡ районының Мерәҫ ауыл Советындағы ауыл
(Бәхтегәрәй (Баймаҡ районы) битенән йүнәлтелде)

Бәхтегәрәй (рус. Бахтигареево), икенсе исеме Әпек — Башҡортостан Республикаһының Баймаҡ районындағы ауыл. 2009 йылдың 1 ғинуарына халыҡ һаны 90 кеше булған[3]. Почта индексы — 453660, ОКАТО коды — 80206838002.

Бәхтегәрәй
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Мерәҫ ауыл Советы
Халыҡ һаны 95 кеше (2002)[1],
90 кеше (2009)[1],
84 кеше (2010)[2]
Почта индексы 453660
Карта

1819 йылғы ревизияла (5-се ревизия) Бикҡужа исеме аҫтында күрһәтелгән. Ғалим Ә. З. Әсфәндиәровтың фаразлауынса, Бәхтегәрәй ауылының тәүге исеме Бикҡужа. Ауылға нигеҙҙе Әпек Аблаев һалған, ул үҙе Исхаҡ ауылынан күсенгән. Әпектең улы — Бәхтегәрәй, шуға ла был ауылдың исеме икәү. 1834 йылда — 235, 1920 йылда — 491 кеше (118 йорт), 1928 йылда — 360, 1940 йылда — 138, 1989 йылда — 113, 1999 йылда 108 кеше йәшәгән[4].

Халыҡтың төп шөғөлө — малсылыҡ, халыҡ кәсептәре, игенселек — һирәк кенә. 1839 йылда 44 йортта 161 йылҡы малы, 81 һыйыр, 100 һарыҡ, 20 кәзә иҫәпләнгән. 1843 йылда 24 бот ужым бойҙайы, 140 бот ярауай бойҙай сәселгән[4]. .

Халыҡ һаны

үҙгәртергә

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь 84 41 43 48,8 51,2

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Географик урыны

үҙгәртергә

Улаҡ йылғаһына яҡын урынлашҡан[4].

  • Район үҙәгенә тиклем (Баймаҡ):21 км[5]
  • Ауыл Советы үҙәгенә тиклем (Мерәҫ): 11 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Сибай): 62 км

Билдәле шәхестәре

үҙгәртергә
  • 1812 йылғы Ватан һуғышында 15-се башҡорт полкы составында Мөхәмәтйән Әҙеғолов, Ғабдулла Дәүләтбирҙин, Тутай Фәйзуллин, 1828—1829 йылдарҙағы урыҫ—төрөк һуғышында Иҫәнғужа Әлибаев, Мөхәмәтша Муллагилдин, Сәйетйәғәфәр Рысаев, Байсафар Фәйзуллин ҡатнашҡан[4].
  • Бибисара Азаматова (21.10.1949), инженер-технолог, хужалыҡ эшмәкәре, үҙешмәкәр йырсы. 1980–1998 йылдарҙа Баймаҡ һыра ҡайнатыу заводы директоры. Башҡортостан Республикаһы аҙыҡ индустирияһының атҡаҙанған хеҙмәткәре.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. 1,0 1,1 Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан ВПН-2002 и 2009
  2. Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан (урыҫ)
  3. Башҡортостан Республикаһының райондары буйынса белешмә китабы 2016 йыл 4 март архивланған.
  4. 4,0 4,1 4,2 4,3 Баймакский край. Краеведческое и энциклопедическое издание. Уфа: «Китап», 2002. 332 с.
  5. Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник / Сост. Р. Ф. Хабиров. — Уфа: Белая Река, 2007. — 416 с. — 10 000 экз. — ISBN 978-5-87691-038-7.

Һылтанмалар

үҙгәртергә

Сығанаҡтар

үҙгәртергә
  • Баймакский край. Краеведческое и энциклопедическое издание. Уфа: «Китап», 2002. 332 с.