Бәкерова Әминә Ғәйфулла ҡыҙы

табип-педиатр

Бәкерова Әминә Ғәйфулла ҡыҙы (23 ноябрь 1932 йылоктябрь 2013 йыл) — педиатр, 1963—1987 йылдарҙа Өфөнөң 1-се балалар поликлиникаһы табибы. Башҡорт АССР-ының 10-сы (1980—1985) һәм 11-се (1985—1990) саҡырылыш Юғары Советы депутаты. СССР-ҙың медицина хеҙмәткәрҙәре һөнәри союзының ХIII һәм ХVII съездары делегаты. СССР-ҙың халыҡ табибы (1982), Ленин ордены кавалеры (1978). Өфө ҡалаһының почётлы гражданы (2005).

Бәкерова Әминә Ғәйфулла ҡыҙы
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 23 ноябрь 1932({{padleft:1932|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:23|2|0}})
Тыуған урыны Ҡыйғаҙы, Петропавловка ауыл Советы, Асҡын районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Вафат булған көнө октябрь 2013 (80 йәш)
Һөнәр төрө табип, педиатр
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
СССР-ҙың халыҡ табибы Ленин ордены В. И. Лениндың тыуыуына 100 тулыу айҡанлы юбилей миҙалы «Хеҙмәт ветераны» миҙалы

Биографияһы

үҙгәртергә

Әминә Ғәйфулла ҡыҙы Бәкерова 1932 йылдың 23 ноябрендә БАССР‑ҙың Асҡын районы Ҡыйғаҙы ауылында тыуған. 1959 йылда Башҡорт дәүләт медицина институтын тамамлай. Шул йылда Өфөнөң 36‑сы поликлиникаһында эш башлай. 19631987 йылдарҙа 1‑се балалар поликлиникаһында эшләй. Балалар табибы Бәкерова Әминә Ғәйфулла ҡыҙы үҙенең эшендә ваҡытында диспансерлаштырыуға, балаларҙы иммунизациялауға, сәләмәт йәшәү рәүешен әүҙем һәм грамоталы пропагандалауға ҙур иғтибар бирә. Балаларға дауалау-иҫкәртеү ярҙамын ойоштора. Әминә Ғәйфулла ҡыҙы хеҙмәтләндергән участкаларында ауырыған балалар һанының республикала иң аҙ булыуына өлгәшә.

Күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте өсөн Өфө ҡалаһы һаулыҡ һаҡлау бүлегенең, Башҡортостан Республикаһы Һаулыҡ һаҡлау министрлығының Почёт грамоталары менән бүләкләнә.

1970 йылда В. И. Лениндың тыуыуына 100-йыл тулыу айҡанлы «Фиҙакәр хеҙмәте өсөн» юбилей миҙалы менән бүләкләнә. 1978 йылда уның тырыш хеҙмәте лайыҡлы баһалана, Ленин ордены менән бүләкләнә. БАССР Юғары Советының 10-сы (1980—1985 йылдар) һәм 11‑се (1985—1990 йылдар) саҡырылыш депутаты итеп һайлана. 1982 йылда СССР медицина хеҙмәткәрҙәре профсоюзының 13-сө һәм 17-се съездары делегаты була.

Һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә ҙур ҡаҙаныштары өсөн 1982 йылда Бәкерова Әминә Ғәйфулла ҡыҙына «СССР-ҙың халыҡ табибы» исеме бирелә. 1984 йылда «Хеҙмәт ветераны» миҙалы менән бүләкләнә.

2005 йылдың 8 июнендә Әминә Ғәйфулла ҡыҙы Бәкероваға «Өфө ҡалаһының почётлы гражданы» исеме бирелә[1].

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре

үҙгәртергә
  • СССР‑ҙың халыҡ табибы (1982)
  • Ленин ордены (1978)
  • «Фиҙакәр хеҙмәте өсөн» юбилей миҙалы (1970)
  • «Хеҙмәт ветераны» миҙалы (1984)
  • Киньябулатов А. У., Халикова Э. Р. Народный врач страны. Өфө, 2002[2].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә