Бәдәүилек (ғәр. الطريقة البدوية‎|әл-тәриҡәт үл-бәдәүитү) йәки Әхмәдиәлек (ғәр. الطريقة الأحمدية‎; рус. Бадави́я или Ахмади́я) — нигеҙ һалыусыһы — Әхмәт әл-Бәдәүи хөрмәтенә аталған суфый тәриҡәттәренең береһе (675/1276 й. вафат).

Бәдәүилек
ғәр. الطريقة البدوية

Әхмәт әл-Бәдәүиҙең мәүлитен байрам итеү
Башҡа исемдәре:

Әхмәдиә

Дин:

ислам

Ағым:

сөнни

Нигеҙләнгән:

XIII быуат

Нигеҙләүсе:

Әхмәт әл-Бәдәүи

Илдәр:

Мысыр

Нигеҙләүселәр

Абдулал (ум. 1332)

Бәдәүиҙәр тәриҡәте Мысырҙың иң йоғонтоло (Шәзилиәнән һуң) тәриҡәттәренең береһе булып тора һәм Мысыр йәмғиәтендә мөһим роль уйнай. Әммә Мысырҙан ситтә тәриҡәт артыҡ таралмай. Бәдәүиҙәр, күпселек суфый тәриҡәттәре кеүек үк, хаҡ хәлифә Али ибн Әбү Талиптан күсәгилешлелек (силсилә) сылбырын алып бара[1]

Тасуирламаһы

үҙгәртергә

Тәриҡәт дәрүиштәре ҡыҙыл төҫтәге хирҡә кейәләр, суфый-бәдәүиҙәрҙең ҡалпаҡтарында ла ҡыҙыл таҫма бар. Тәриҡәт аяҡҡа баҫыу башында зекерҙәрҙе шым ғына башҡара, әммә һуңғараҡ ҡысҡырыбыраҡ үтәүгә күсәләр. Суфыйҙар уларҙы баҫып йәки ултырып һамаҡлай һәм дини транс халәтенә инә[1].

Әхмәт әл-Бәдәүиҙең үҙенән һуң тәриҡәт үҫешенә Абдулал ҙур өлөш индерә (733 йылда/1332 вафат)[1].

Бәдәүиҙәр байрам иткән иң ҙур ваҡиға — Әхмәт әл-Бәдәүиҙең тыуған көнө — мосолман календары буйынса Зөлхизә айының һуңғы аҙнаһында үткәрелә [1].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  • Али-заде, А. А. Бадавиты // Исламский энциклопедический словарь. — М. : Ансар, 2007. — 400 с. — (Золотой фонд исламской мысли). — 3000 экз. — ISBN 5-98443-025-8  (рус.).