Бетт Дейвис

Америка актёры
(Бэтт Дэвис битенән йүнәлтелде)

Бетт Дейвис [1] (ингл. Bette Davis, әйтелә Бетти Дейвис [2], тулы исеме Рут Элизабет Дейвис, ингл. Ruth Elizabeth Davis; 5 апрель 1908 йыл — 6 октябрь 1989 йыл) — Америка актёры. 1999 йылда Америка кино институты Бетт Дейвисты Голливуд тарихына ингән бөйөк актёрҙар исемлегендә икенсе урынға ҡуйҙы. Донъя кинематография тарихында 11 «Оскарға» (1989) номинацияланған беренсе кеше.

Бетт Дейвис
Bette Davis
1940 йылдарҙағы студия фотографияһы
1940 йылдарҙағы студия фотографияһы
Исеме

Рут Элизабет Дейвис

Тыуған көнө

5 апрель 1908({{padleft:1908|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:5|2|0}})

Тыуған урыны

АҠШ, Массачусетс,Лоуэлл,

Вафат көнө

6 октябрь 1989({{padleft:1989|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:6|2|0}}) (81 йәш)

Вафат урыны

Франция Нёйи-сюр-Сен,

Гражданлығы

Америка Ҡушма Штаттары АҠШ

Һөнәре

актёр

Карьераһы

1929—1989

IMDb

ID 0000012

bettedavis.com

 Бетт Дейвис Викимилектә

Биографияһы

үҙгәртергә

Масачусетс адвокаты ҡыҙы, ул бала саҡтан актёр булырға хыяллана. Танылыуға беренсе аҙымы уның Бродвейҙы яулау була. Деейвистың дебюты 1931 йылға тура килә. Киләһе йылда ул үҙенең беренсе ҙур ролен «Хоҙайҙы уйнаған кеше»(«Человек, который играл бога») картинаһында башҡарҙы. Артабанғы ике йылда уның репертуарында Голливуд өсөн ғәҙәти булған һәләкәтле арбаусы ҡатын-ҡыҙ ролдәре өҫтөнлөк ала.

Дейвистың актерлыҡ оҫталығының алға китеше, яңы кимәлгә күтерелеүе 1934 йылда Сомерсет Моэмдың «Бремя страстей человеческих» киноверсияһында төп роль башҡарыуында ныҡ һиҙелде. Бының һымаҡ психологик яҡтан ҡатмарлы ролде Голливуд актрисалары араһында бер кем дә уйнағаны булмай. Шулай ҙа актрисаның был эше иң уңышлы икәнлеге бөгөнгө көндә лә инҡар ителмәһә лә, ике студия араһындағы ярыш килеп сығыуы айҡанлы «Оскар» статуэткаһы икенсе актрисаға бирелә — Клодетт Колберға.

Ниһайәт, «Хәүефле» исемле («Опасная» (1935) фильмында эскесе ҡатын роле уйнағаны өсөн иң престижлы Америка киноиндустрияһы наградаһын алғас, Дейвис үҙенең «Warner Bros.» студияһы менән суд юлына аяҡ баҫа. Киноролдәр һайлауҙа үҙаллылыҡ талап итә һәм ниәттәренең етдилеген күрһәтер өсөн Голливудты ташлап Лондонға күсеп китә.

Бәхәстә студия еңеүсе булып танылһа ла, Дейвисҡа үҙенең иң шәп партияларын уйнарға ирек бирелә. ҘСЭ билдәләүенсә, был бер нәмәгә лә ҡарамаҫтан йәмәғәтселектең фекерен , әҙәп закондарын иҫәпкә алмай, үҙ маҡсатына ынтылған көслө, хакимлыҡ итергә яратыусан ҡатын- ҡыҙҙарҙы кәүҙәләндергән ролдәр ине. Шундайҙарҙан күп бәхәстәр тыуҙырған «Иезавели» (1939) картиналағы көньяҡ яҡ һылыуҡайы. Роль өсөн Дейвис икенсе «Оскар»ҙы ота. Ниндәйҙер кимәлдә был роль танылған актрисаға студиялар араһындағы килешеүҙәр арҡаһында «Унесенные ветром» картинаһында уйнай алмағаны өсөн бәләкәй генә йыуаныс та була.

 
«Барыһы ла Ева хаҡында» (1950) фильмында

Ҡырҡынсы йылдарҙа Дейвис донъяла иң танылған һәм дәрәжәле киноактрисаларҙың береһе булып ҡала. 1939 йылда ул Эррол Флинн һәм Оливия де Хэвиленд менән үҙенең беренсе төҫлө — «Елизавета һәм Эссекстың шәхси тормошо» — фильмында уйнаны. Артабан прокатта Дейвистың бынан да уңышлыраҡ картинаһы «Всё это и небо в придачу» (1940) исемлеһе була. "Warner Bros."студияһында ул шундай ҙур абруй ҡаҙана, хатта уны шаяртып «дүртенсе Уорнер ағай» тип йөрөтәләр. Бынан тыш 1941 йылдың ғинуарында Дейвис Америка киносәнғәт академияһы президенты итеп һайлана..

Актрисаның йәше ҡырҡҡа етеп барған һайын уға йәш старлеткалар менән ярышыуы ҡыйыныраҡҡа тура килә. Тәңкитселәр, Дейвистың күп йылдар дауамында ҡулланған ҡылансыҡлыҡтарының һәм ҡылыҡтарының ҡоло булып китеүенә зарланыуҙарын белдерә башланы. 1943 йылда уның икенсе ире бик серле шарттарҙа вафат була. Ике йыл уҙғас, Дейвис рәссам Уильям Шерриға кейәүгә сыға һәм бер аҙҙан уларҙың ҡыҙы тыуа.

1950 йылда актриса иң сағыу классик Голливуд фильмдарының береһендә — «Барыһы ла Ева хаҡында» фильмында — уйнаны. Ул әйткән күп кенә һүҙбәйләнештәр цитаталарға таралды, ә картинаның үҙе 14 мәртәбә «Оскар»ға номинациялана һәм Дейвисҡа Канн Кинофестиваленың призын алып килә. Тап ошо ваҡытта ул Шерри менән айырылыша һәм фильм буйынса үҙенең партнеры Гэри Мерриллға кейәүгә сыға, әммә был никахты ла бәхетле тип әйтеп булмай.

Дейвистың артабанғы фильмдары, барыһы ла тиерлек, уңышлы булмай. 1961 йылда ул мәжбүри хәлдә эш эҙләү тураһында гәзиткә иғлан бирә һәм тиҙ арала, бигүк теләмәһә лә, элекке дошманы Джоан Кроуфорд менән «Что случилось с Бэби Джейн?» триллерында төшөргә ризалыҡ бирә. Был триллерҙа улар ҡартайып барған кинойондоҙҙарҙы кәүҙәләндерәләр. Дейвисты фильмдағы роле өсөн «Оскар»ға кандидат итеп күрһәтеү Кроуфорд менән араларҙы тағы ла ныҡ ҡатмарлаштырҙы. Йәш быуын йондоҙҙары менән дә уның мөнәсәбәттәре яҡшыларҙан булмай, сөнки уларҙы Дейвис кәрәкле белемдәре һәм профессионализм юҡлығында ғәйепләне. 1962 йылда Дейвис хәтирәләр китабын сығара. Күп кенә интервьюлары һымаҡ, уның китабы ла һирәк осрай торған эскерһеҙлек менән айырылып тора.

1960 йылдарҙа актриса ҡабаттан Бродвейға ҡайтып ҡарай, тик уңышһыҙ. Йыш сирләүенә ҡарамаҫтан фильмдарҙа төшөүен дауам итә, мәҫәлән, Агата Кристиның романы буйынса ҡуйылған «Смерть на Ниле» (1978) картинаһында төшә. 1979 йылда ул «Эмми» премияһына лайыҡ була. Бер йыл элек Дейвис Америка кино институтының почетлы наградаһын алған беренсе ҡатын-ҡыҙ була.

 
Америка киноһы фестивалендә. Нормандия, 1987 йыл

1983 йылда телесериал «Отель» өсөн төшөрөлгән эксперименталь эпизодтан һуң , Дейвисҡа түш биҙҙәре рагы диагнозы ҡуйыла һәм мастэктомия кәрәк, тип табыла. Операциянан һуң ике аҙна эсендә ул дүрт инсульт кисерә. Битенең уң яғын һәм һул ҡулын фалиж һуға һәм телмәре лә аңлайышыҙға әйләнә. Дейвис бик оҙайлы физиотерапия осорон башлай һәм өлөшләтә фалиждан ҡотола.

1988 һәм 1989 йылдарҙа Дейвисты карьера ҡаҙаныштары өсөн бик ҙурлайҙар: ул Францияла Почетлы легион Орденына , Италияла Кампионе-д’Италия премияһына, киноберләшмәнең Линкольн- центрҙағы хеҙмәте өсөн наградаларына лайыҡ була. 1989 йылда актрисаға ҡабаттан рак диагнозы ҡуйыла. Һаулығын яҡшыртыу менән актриса йәй аҙағында Испанияға китә. Сан — Себастьянда кинофестиваль премияһына лайыҡ була, әммә был сәфәр ваҡытында уның һаулығы бик тиҙ ҡаҡшай башлай. Һаулығы бик насар булыуы арҡаһында ул АҠШ-ҡа осорға баҙнат итмәй һәм Францияға китә. 1989 йылдың 6 октябрендә Нёйи-сюр-Сен ҡалаһында Америка клиникаһында вафат була. Голливуд калҡыулыҡтарында ерләнгән.

Ҡыҙыҡлы факттар

үҙгәртергә
  • Дейвистың биографтары Америка киноакадемияһы «Оскар» наградаһын Дейвистың ире Хармон Оскар Нельсон менән бәйләйҙәр, сөнки Дейвис, йәнәһе, статуэтканы иренә оҡшатып шулай исем ҡушҡан.
  • Актриса «Оскар» премияһына ун бер тапҡыр номинациялана һәм ике мәртәбә еңеп сыға. Уның вафатынан һуң ике статуэтканы ла Стивен Спилберг һатып алған һәм Америка киноакадемияһына ҡайтарып биргән.
  • 1982 йылда АҠШ хит-парадтарҙың башында кантри — башҡарыусы Ким Карнстың «Bette Davis Eyes» йыры тора. Композицияның исеме легендаға әйләнгән Бетт Дейвистың күҙҙәренә ҡайтып ҡала. 1940 йылдарҙа кинематографистар төрлө юлдар менән яҡтыртыу һәм макияж ярҙамында уның ғәҙәти булмаған күҙҙәрен һәм ҡарашын күрһәтергә тырышҡан.
  • Ильф һәм Петров Дейвис менән 1935 йылда осрашыуҙары тураһында «Бер ҡатлы Америка» китабында бәйән иткәндәр.

Һайланма фильмография

үҙгәртергә

Наградалары и номинациялары

үҙгәртергә

Наградалары

үҙгәртергә
  • 1936 — «Оскар» премияһы — иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ роле, «Хәүефле» фильмы өсөн
  • 1939 — «Оскар» премияһы — иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ роле, «Иезавель» фильмы өсөн
  • 1974 — «Алтын глобус» премияһы — Сесиль Б. Де Милль премияһы
  • 1979 — «Эмми» премияһы — мини-сериалдағы йәки фильмдағы иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ роле, «таныш түгелдәр: Әсә һәм ҡыҙ тарихы» телефильмы өсөн.

Номинациялары

үҙгәртергә
  • 1935 — «Оскар» премияһы — иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ роле, «Кеше дәрт-дармандарының йөгө» фильмы өсөн
  • 1940 — «Оскар» премияһы — иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ роле, «Ҡаранғылыҡты еңергә» фильмы өсөн
  • 1941 — «Оскар» премияһы — иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ роле, «Хат» фильмы өсөн
  • 1942 — «Оскар» премияһы — иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ роле, «Төлкөбикәләр» фильмы өсөн
  • 1943 — «Оскар» премияһы — иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ роле, «Алға, сәйәхәтсе» фильмы өсөн
  • 1945 — «Оскар» премияһы — иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ роле, «Мистер Скеффингтон» фильмы өсөн
  • 1951 — «Оскар» премияһы — иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ роле, «Бөтәһе лә Ева тураһында» фильмы өсөн
  • 1951 — «Золотой глобус» премияһы — иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ роле драмала, «Бөтәһе лә Ева тураһында» фильмы өсөн
  • 1953 — «Оскар» премияһы — иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ роле, «Йондоҙ» фильмы өсөн
  • 1962 — «Золотой глобус» премияһы — иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ роле комедия йәки мюзиклда, «Бер ус мөғжизә» фильмы өсөн
  • 1963 — «Оскар» премияһы — иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ роле, «Бэби Джейн менән ни булды?» фильмы өсөн
  • 1963 — «Золотой глобус» премияһы — иң яҡшы ҡатын — ҡыҙ роле драмала, «Бэби Джейн менән ни булды?» фильмы өсөн
  • 1964 — BAFTA премияһы — иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ роле «Бэби Джейн менән ни булды?» фильмы өсөн
  • 1974 — «Эмми» премияһы — иң яҡшы программа, ABC’s Wide World of Entertainment программаһы өсөн
  • 1980 — «Эмми» премияһы— иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ роле мини-сериал йәки фильмда, «Саф әсәй» телефильмы өсөн
  • 1983 — «Эмми» премияһы —икенсе пландағы иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ роле мини-сериал йәки фильмда, «Глория бәләкәсем… Ниһайәт, бәхетле» телефильмы өсөн

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Бетт Дейвис — Ҙур совет энциклопедияһында мәҡәләБольшой советской энциклопедии.
  2. Произношение в оригинале — [ˈbɛtɪ ˈdeɪvɪs].

Сығанаҡтар

үҙгәртергә
  • Карцева Е. Н. Бэтт Дэвис. — М., 1967.

Һылтанмалар

үҙгәртергә