Быуаҙкүл — Рәсәй Федерацияһы Татарстан Республикаһының Аҡтаныш районындағы ауыл. Татар Ямалысы ауыл биләмәһе составына керә.

Ауыл
Быуаҙкүл
татар. Буазкүл
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Татарстан

Муниципаль район

Аҡтаныш

Ауыл биләмәһе

Татар Ямалысы

Координаталар

55°48′ с. ш. 53°45′ в. д.HGЯO

Халҡы

392 кеше (2000)

Милли состав

татарҙар[1]

Сәғәт бүлкәте

UTC+4

Почта индексы

423753 

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

-

Код ОКАТО

92 205 873 003

Код ОКТМО

92 605 473 106

Картаны күрһәтергә/йәшерергә
Быуаҙкүл (Рәсәй)
Быуаҙкүл
Быуаҙкүл
Быуаҙкүл (Татарстан)
Быуаҙкүл

География

үҙгәртергә

Ағиҙел тамағы эргәһендә, Аҡтаныш ауылынан төньяҡ-көнбайышҡа табан 27 км алыҫлыҡта урынлашҡан[1].

Быуаҙкүл — йәнәй ырыуы башҡорттарының ауылы[2]. XVIII быуаттың беренсе яртыһында нигеҙләнгән[1]. 11-се башҡорт кантоны, Ырымбур губернаһы Минзәлә өйәҙе Йәнәй улусына ҡарай, 1865 йылда был өйәҙ Өфө губернаһына инә. 1866 йылда ырыу улустары бөтөрөлгәс, ауыл Семиостровная улусы составына керә.

ХХ быуат башында мәсет (1816 йылдан билдәле) уның ҡарамағында мәктәп теркәлгән[1][2].

1920 йылдан Татар АССР-ының Минзәлә кантоны, 1930 йылдан — Аҡтаныш районы, 1963 йылдан — Минзәлә районы, 1965 йылдан — йәнә Аҡтаныш районы составына керә[1].

Коллективизация осоронда ауылда «Йәш ҡул» колхозы ойошторола; һуңыраҡ ул «Ағиҙел» колхозы, ә 1965 йылдан —«Аҡтаныш» совхозы составына инә[1].

1816 йылда ир енесле 48 башҡорт; 1834 йылда — 98 башҡорт; 1870 йылда — 137 башҡорт; 1913 йылда — 110 аҫаба башҡорт һәм 153 керҙәш башҡорт йәшәй[2][3].

Йылдар буйынса халыҡ иҫәбе
(Сығанаҡ: [1])
18591870189719061913192219261938194919581970197919892000
125137208279263240234255181125199252392392

Инфраструктура

үҙгәртергә

Игенселек, малсылыҡ үҫешкән[1].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 1,4 1,5 1,6 1,7 Татарская энциклопедия.
  2. 2,0 2,1 2,2 Асфандияров А. З. Аулы мензелинских башкир. — Уфа: Китап, 2009. — С. 305—307. — 600 с. — ISBN 978-5-295-04952-1.
  3. История башкирских родов. Еней. Том 1 / авт.-сост. С. И. Хамидуллин, Ю. М. Юсупов, Р. Р. Асылгужин, Р. Р. Шайхеев, Р. М. Рыскулов, А. Я. Гумерова. — Уфа: ГУП РБ Уфимский полиграфкомбинат, 2014. — С. 41-43. — ISBN 978-5-85051-640-6.