Олимпия (мәмерйә, Ишембай районы)
Олимпия — Башҡортостан Республикаһының Ишембай районындағы мәмерйә, тәбиғәт ҡомартҡыһы (1985). Көньяҡ Уралдың көнбайыш уғата ҙур битләүендә, Буҙалашбаш тауының көнсығыш биләүендә, Хажы Шиҙеһе йылғаһының (Һәләүек йылғаһы ҡушылдығы) уң яҡ ярында, Хажы ауылынан 5 километр алыҫлыҡта урынлашҡан.
Олимпия | |
Дәүләт | Рәсәй |
---|---|
Олимпия Викимилектә |
Ҡотоҡ мәмерйәләренән һуң тәрәнлеге буйынса Көньяҡ Уралда өсөнсө урынды биләй. Карбондың визей ярусы эзбиздәренән хасил булған. Геоморфологи геологи профилгә эйә.
Мәмерйәнең оҙонлоғо — 1409 метр, тәрәнлеге — 122 метр, амплитудаһы — 101 метр. Олимпия мәмерйәһенең йәнәш кенә, Буҙалашбаш тауы битләһендә урынлашҡан ике инеү урыны бар.[1]
Унда ярғанаттар йәшәй.
Ағиҙел-Нөгөш спелеорайонына, Ишор-Нөгөш бәләкәй районына ҡарай. Ишембай ҡалаһының А. К. Агафонов етәкселегендәге спелеологтары 1980 йылда, Мәскәүҙә Олимпия уйындары барған мөлдә асыла, шуға ла исеме лә Олимпия.
Йәйен мәмерйәлә һауа температураһы Цельсий буйынса +6 градусҡа етә. Иҙәне — таш ҡом, балсыҡ, ҡырсын. Яҙын сталактиттар һәм сталагмиттар барлыҡҡа килә.
Ландшафт
үҙгәртергәМәмерйәне киң япраҡлы ағас урманы уратып алған, енные леса, мәмерйә тирәһендә яланғас ғая таштар.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергәӘҙәбиәт
үҙгәртергә- Геологические памятники природы Республики Башкортостан. Гареев Э. З., Уфа. 2004
- Реестр особо охраняемых природных территорий Республики Башкортостан / М-во природопользования, лесных ресурсов и охраны окружающей среды Республики Башкортостан, ГУП «Науч.-исследовательский ин-т безопасности жизнедеятельности Республики Башкортостан», Ин-т биологии Уфимского науч. центра РАН, Акад. наук Республики Башкортостан; [А. М. Волков и др.]; отв. ред. Б. М. Миркин; гл. ред. А. А. Фаухутдинов; редкол. Б. М. Миркин [и др.]. — Уфа : Гилем, 2006. — 413 с. : цв. ил., карты; 28 см; ISBN 5-7501-0698-5 (В пер.)
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Соколов Ю. В. Олимпия, пещера 2016 йыл 6 апрель архивланған. // Башкирская энциклопедия. — Уфа: ГАУН «Башкирская энциклопедия», 2015—2018. — ISBN 978-5-88185-306-8.
- Пещера Олимпия памятник природы 2016 йыл 5 март архивланған.
- Туристский паспорт муниципального района Ишимбайский район Республики Башкортостан. ИСЭИ УНЦ РАН. г. Уфа. 2020 йыл 22 июнь архивланған.