Булонь-сюр-Мер
Булонь-сюр-Мер (франц. Boulogne-sur-Mer [bu.lɔɲ.syʁ.mɛʁ] , з.-флам. Bonen, лат. Gesoriacum, Bononia, Bolonia) — Францияның төньяҡтағы ҡалаһы. О-де-Франс төбәгенең Па-де-Кале департаментында урынлашҡан, Булонь-сюр-Мер округына ҡарай[14]. Халыҡ һаны буйынса Францияның Па-де-Кале департаментындағы икенсе урынды биләгән ҡалаһы, эре балыҡ порты..
Халыҡ һаны (2014) — 42 476 кеше, биҫтәләре менән бергә — 135 мең тирәһе кеше.
Географияһы
үҙгәртергәБулонь-сюр-Мер Ла-Манш ярында, Лилль ҡалаһынан көнбайышҡа табан 100 км алыҫлыҡта һәм Париждан төньяҡҡа табан 215 км алыҫлыҡта, Льян йылғаһының Ла-Иманш боғаҙына ҡойған ерендә тора.
Тарих
үҙгәртергәБулонь исеме менән ҡала Рим империяһы дәүерендә Бонония (Bononia) булараҡ телгә алына. Ул немец «bona», «ағас иҙәнле» һүҙенән алынған. Шул уҡ һүҙ тамырын Виндобона (Vindobona) һәм, Вена «Bona» ҡалалары исемендә лә табырға мөмкин. Бона һүҙе бында, моғайын, «амбар» тигәнде аңлата. Был исемдәр яһалышын шулай уҡ итальян Болонья (Bologna) исемендә лә табырға мөмкин.
Кельт бойя ҡәбиләләре ҡалаға нигеҙ һалған. Римлеләр ҡаланы империяның материк өлөшөн Британия менән тоташтырып тороусы диңгеҙ порты итеп ҡулланған. Император Клавдий ҡаланы рим флоты базаһы сифатында ҡулланылған.
Урта быуаттарҙа Булонь графлығы булған. Англия һәм Франция араһында Булонь графлығы биләмәләре территориаль бәхәстәр объекты була (1544-1550 йылдарҙа). 1550 йылдағы Булон солохо Англия менән Франция һуғышын тамамлай, ҡаланы француздар 400 мең алтын экюға һатып ала.
Булонь районында 1805 йылда император Наполеон I Бөйөк армияһын урынлаштырған, шунан Англияны яулап алырға уйлаған, әммә ул план тормошҡа ашмай ҡала[15].
Икенсе донъя һуғышы ваҡытында бында герман флотының иң ҙур хәрби-диңгеҙ базаһы тора, 1944 йылдың июнендә ҡала союздаштар авиацияһы тарафынан бомбаға тотола.
Төп иҫтәлекле урындары
үҙгәртергә- Беффруа XI быуат, ЮНЕСКО бөтә донъя мираҫы өлөшө.
Бөтә донъя мираҫы ЮНЕСКО, объект № 943—046 урыҫ. • ингл. • фр. |
- Урта быуаттағы замок, уның нигеҙләнеүе боронғо рим дәүеренә ҡараған. Әлеге ваҡытта Мысырҙың сәнғәт әйберҙәре коллекцияһы һарайҙа урынлашҡан.
- Изге Николай сиркәүе, готика стилендә төҙөлгән, унда XVбыуаттарың бер нисә һыны һаҡлана.
- Кафедраль соборы Нотр-Дам (Notre-Dame de Boulogne), көмбәҙе менән бергә 101 метр бейеклектә. Соборт 1827—1875 йылдарҙа төҙөлгән. Уның криптаһы Рим ваҡытында Францияла иң эре крипта, һәм собор криптаһына рим, роман, гот элементтары индерелгән.
- Nausicaä — 1991 йылда асылған француз милли диңгеҙ өйрәнеү үҙәге. Бында аквариум бар.
- Бөйөк Армия колонналары
Иҡтисад
үҙгәртергәБулонь-сюр-Мер — Францияның эре балыҡ порты, шулай ҡаланың 7 мең самаһы халҡы балыҡ тотоу менән бәйләнгән. Ҡалала шулай уҡ балыҡ эшкәртеү һәм һатыу менән булышалар.
Эшһеҙлек кимәле (2013) — 26,7 % (дөйөм алғанда, Францияла — 12,8 %, Па-де-Кале департаментында — 17,2 %). 1 кешегә уртаса килем (2013) — 15 260 евро (дөйөм алғанда, францияла — 25 140, департаменты Па-де-Кале департаментында— 17 706 евро).
Халыҡ мәшғүллеге структураһы:
- ауыл хужалығы — 2,2 %
- сәнәғәт — 12,9 %
- төҙөлөш — 3,6 %
- сауҙа, транспорт һәм халыҡты хеҙмәтләндереү өлкәһендә — 42,3 %
- дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәр — 39,0 %
Демография
үҙгәртергәХалыҡ һаны динамикаһы, кеше
Булонь-сюр-Мер ҡалаһын 2002 йылдан алып Социалистик партия ағзаһы, Франция Милли йыйылышы депутаты Фредерик Кювилье етәкләй. Муниципаль һайлауҙарҙың 2-се турында уның блогы өсөн 2014 йылда 54,79 % кеше тауыш бирә.
Астрономия
үҙгәртергәҠала исемен йөрөткән астероид (361) Бонония, 1893 йылда асыла.
Туғанлашҡан ҡалалары
үҙгәртергәИлдең, төбәктәрҙең | Туғанлашҡан ҡалалар | Йыл элемтә урынлаштырыу |
---|---|---|
Аргентина | Ла-плата [<span style="" title="не указан источник на утверждение (14 января 2018)">437 сығанағы көн күрһәтелмәгән</span>] | с 2000 |
Бөйөк Британия | Фолкстон [<span style="" title="не указан источник на утверждение (14 января 2018)">437 сығанағы көн күрһәтелмәгән</span>] | - |
Германия | Цвайбрюккен [<span style="" title="не указан источник на утверждение (14 января 2018)">437 сығанағы көн күрһәтелмәгән</span>] | - |
Марокко | Сафи [<span style="" title="не указан источник на утверждение (14 января 2018)">437 сығанағы көн күрһәтелмәгән</span>] | - |
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергә- Коммуны департамента Па-де-Кале
- Булонь (графство)
- Булоньская декларация
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ https://www.insee.fr/fr/information/3363419
- ↑ http://cassini.ehess.fr/cassini/fr/html/fiche.php?select_resultat=5200
- ↑ 3,0 3,1 https://www.insee.fr/fr/information/2560698 — 2017.
- ↑ Populations légales 2021 — Национальный институт статистики и экономических исследований Франции, 2023.
- ↑ 5,0 5,1 Национальный институт статистики и экономических исследований Франции — 1946.
- ↑ 6,0 6,1 база данных о французских коммунах — Национальный географический институт Франции, 2015.
- ↑ 7,0 7,1 7,2 7,3 Portrait de Boulogne : repères (фр.)
- ↑ À Boulogne, la rue de Folkestone évoque notre ville sœur depuis 1957 (фр.) — 2019.
- ↑ 9,0 9,1 9,2 9,3 9,4 https://pastel.diplomatie.gouv.fr/cncdext/dyn/public/atlas/rechercheAtlasFrance.html?criteres.collectiviteId=24007
- ↑ Boulogne Les 60 ans du jumelage entre Boulogne et Zweibrücken (фр.) — 2019.
- ↑ база данных о французских коммунах — Национальный географический институт Франции.
- ↑ Base officielle des codes postaux — La Poste, 2018.
- ↑ 13,0 13,1 13,2 https://lannuaire.service-public.fr/hauts-de-france/pas-de-calais/mairie-62160-01
- ↑ Булонь сюр-Мэр // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
- ↑ Булонская флотилия // Военная энциклопедия : в 18 т. / под ред. В. Ф. Новицкого и др.. — СПб. : Товарищество И. Д. Сытина, 1911—1915.
Һылтанмалар
үҙгәртергә-
Собор Нотр-дам-Булонь
-
Нотр дам соборының фасады
-
Замок-музей
-
Мэрия бинаһы
-
Суд бинаһы
-
Бөйөк Армия Колонналары
-
Пляж
-
Дальтон майҙаны