Йәнекәев Булат Һиҙиәт улы
Йәнекәев Булат Һиҙиәт улы (21 ғинуар 1942 йыл) — тома һуҡыр музыкант, йырсы һәм композитор. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1993).
Йәнекәев Булат Һиҙиәт улы | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй |
Тыуған көнө | 21 ғинуар 1942[1] (82 йәш) |
Тыуған урыны | 1-се Моҡас ауылы, Моҡас ауыл Советы, Баймаҡ районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР[1] |
Һөнәр төрө | йырсы |
Биографияһы
үҙгәртергәБулат Һиҙиәт улы Йәнекәев 1942 йылдың 21 ғинуарында БАССР-ҙың Баймаҡ районы 1-се Моҡас ауылында тыуған. Дүрт-биш йәш тирәһендә бәхетһеҙлеккә тарып, ике күҙенә тома һуҡыр булып ҡала[2]. Бик бәләкәй сағынан музыкаль һәләттәре асыла, гармунда, скрипкала, мандолинал, ҡурайҙа уйнарға өйрәнә[2]. Белорет районының Үрге Әүжән ауылындағы махсус интернат-мәктәптә уҡый. 1957 йылда Мәскәүҙә Бөтә донъя йәштәр һәм студенттар фестивалендә ҡатнаша.
1959 йылдан алып Бөтә Рәсәй Һуҡырҙар йәмғиәтенең Белорет уҡыу-производство предприятиеһында эшләй, 1964 йылдан «Металлург» мәҙәниәт һарайының башҡорт халыҡ театрының музыкаль биҙәүсеһе. 1979 йылда Бәләбәйгә күсерелә, 1979—2003 йылдарҙа Һуҡырҙар йәмғиәтенең Бәләбәй уҡыу-производство предприятиеһында эшләй. Ҡурайсылар һәм башҡорт фольклор ансамблдәре ойоштора, бер үк ваҡытта 1992 йылдан Бәләбәй ҡалаһының 1-се балалар сәнғәт мәктәбендә, 2003—2009 йылдарҙа башҡорт гимназияһында музыканан уҡыта[3]. Булат Һиҙиәт улы етәкселегендәге башҡорт фольклор ансамбле I һәм III Бөтә Союз халыҡ ижады фестивалдеренең лауреаты була.
Йәнекәев Булат халыҡ традицияларына таянып, йырлауҙы ҡурай һәм баянда уйнау менән тәбиғи берләштерә. Репертуарында башҡор халыҡ йырҙары: «Кәкүк», «Сибай», «Һыр», «Урал», «Әллүки»; М.Ғ.Имашев, З.Ғ.Исмәғилев, М.Ә.Мозафаров, Р. М.Хәсәнов, Х. Ф.Әхмәтов һәм башҡалар әҫәрҙәре. «Мостай маршы» инструменталь пьесаһы (2004) һәм башҡорт, татар шағирҙары һәм үҙ һүҙҙәренә яҙылған 300-ҙән ашыу йыр, шул иҫәптән Р.Хәкимйәндең «Красноусол вальсы», үҙ һүҙҙәренә «Бәләбәй уттары», «Тыуған ауылым», «Һағындым» йырҙары авторы[3].
Йәнекәев Булат Һиҙиәт улының исеме республикала бик тиҙ таныла, йыр-моң һөйөүселәрҙең ихтирамын һәм һөйөүен яулай, уның йырҙары радио һәм телевидение тапшырыуҙарында йыш яңғырай[2].
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
үҙгәртергә- Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1993).
- Бөтә Рәсәй һуҡырҙар үҙешмәкәр сәнғәте смотры лауреаты (1970),
- Бөтә Союз хеҙмәтсәндәр үҙешмәкәр художестволы ижады фестивале лауреаты (1977; икеһе лә — Мәскәү),
- Бөтә Рәсәй Һуҡырҙар йәмғиәтенең Башҡҡортостан идаралығы республика үҙешмәкәр сәнғәт смотрҙары (Өфө, 1974, 1989; Бәләбәй, 1987),
- «Башҡорт халыҡ йыры — 91» республика конкурсы лауреаты (1991),
- «Еңеү яҙы» һәүәҫкәрҙәр ижады фестивале (Өфө, 1995),
- Халыҡ-ара ҡурайсылар һәм йырсылар конкурсы (Ҡазан, 1998) лауреаты[3].
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 Башкирская энциклопедия (урыҫ) — Башкирская энциклопедия, 2005. — 4344 с.
- ↑ 2,0 2,1 2,2 Баймаҡ еренең күренекле улдары һәм ҡыҙҙары. Библиографик белешмә. Баймаҡ ҡалаһы. 2010 йыл, 66 бит.
- ↑ 3,0 3,1 3,2 http:///index.php/component/content/article/8-statya/6173-j-nek-ev-bulat-i-i-t-uly |ЙӘНЕКӘЕВ Булат Һиҙиәт улы
Сығанаҡтар
үҙгәртергә- Баймаҡ еренең күренекле улдары һәм ҡыҙҙары. Библиографик белешмә. Баймаҡ ҡалаһы. 2010 йыл, 66 бит.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Йәнекәев Булат Һиҙиәт улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 16 ғинуар 2022)