Буҙа
Буҙа — туҡлыҡлы эсемлек, ҡымыҙ һымаҡ уҡ башҡорт милли аш-һыуы булып һанала. Ул шыттырылған һәм төйөлгән арпанан, һуңғараҡ ҡурылған һәм онталған һоло ҡушылған бойҙайҙан әҙерләнгән. Ҡайһы ваҡыт күбекләнеп торһон өсөн туң май йәки эс майы ҡушҡандар. Ғәҙәттә байрам табынына итле һыйҙан һуң биргәндәр. Башлыса Башҡортостандың көньяҡ-көнсығышында һәм Урал аръяғында әҙерләгәндәр. Ҡайһы бер төрки халыҡтарҙың аш-һыуында ла осрай.
Буҙа | |
Болгарияла етештерелгән буҙа | |
эсемлектәр | |
Авторы | |
---|---|
Тыуған иле |
Башҡорт аштары, башҡа төрки халыҡтары аштары |
Компоненттар | |
Төп |
арпа, һоло, туң май |
Викимилектә медиафайлдар Буҙа |
Әҙерләү
үҙгәртергәБуҙаны һолонан (шулай уҡ «Геркулес» ярмаһынан) эшләйҙәр. Һолоноҡо ҡарараҡ төҫтә килеп сыға, ә тәмендә айырма юҡ. Уны тәүҙә табала, йәки эҫе мейестә бер аҙ киптереп алырға кәрәк. Шул саҡта әскелтем тәме юғала. Ҡаҙанда малдың эс майы иретеп алыу мөһим. Уға ит турағыс аша үткәрелгән геркулес онон һалып, әкрен генә утта бер сәғәт тирәһе ҡайнатып алаһың. Бер килограмм онға 8 литр һыу иҫәбе менән эшләйҙәр. Бер стакан бойҙай оно ла (талҡан булһа ла ярай) ҡушырға кәрәк. Һуңынан килеп сыҡҡан массаны махсус һауытҡа ҡояһың, тиҙ өлгөрөп етһен өсөн бер аҙ әсетке һәм 1-2 стакан шәкәр өҫтәргә кәрәк. Бер-ике көнгә йылы урынға ҡалдырыу мөһим. Ләкин эҫе ҡояш нурҙары төшөргә тейеш түгел. Даими болғатып тороу мотлаҡ. Әсеп сыҡҡас, иләк аша бер-нисә тапҡыр һөҙөп алаһың. Әгәр ҡуйы булһа, уға һыу өҫтәргә лә мөмкин. Бер стакан шыйыҡ ҡаймаҡ ҡушһаң, тәме тағы ла яҡшыра. Буҙаны оҙаҡ һаҡлап булмай.
Файҙаһы
үҙгәртергәБуҙа һыуһынды ғына ҡандырып ҡалмай, шифалы яғы менән дә баһалана. Ашҡаҙан, бөйөр, бауыр, нервы системаһы эшмәкәрлеген яҡшырта.
Буҙа менән бәйле саралар
үҙгәртергә- Сибай ҡалаһы эшҡыуары Гөлназ Азатова, махсус цех асып, буҙаны һатыуға етештерә: бында аҙна һайын эшләп сығарылған 700 литр шифалы эсемлек Өфө ҡалаһының 60, Сибайҙың һәм Баймаҡ районының 80-гә яҡын магазинына оҙатыла[1].
- Белорет районының Сосновка ауылында «Буҙа байрамы» үткәрелде. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2016, 212 март[2].
- Учалы районының Миндәк ауылы мәҙәниәт һарайында шифалы эсемлеккә арналған байрам биш ауыл ағинәйҙәрен берләштерҙе. Башҡортостан юлдаш телевидениеһы, 2015, 23 октябрь[3].
- Баймаҡ районының Ярат ауылында буҙа ҡойоу мәктәбе эшләй. «Һаҡмар» гәзите, 2013, 19 июнь[4].
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Как жительница башкирского Зауралья развивает производство национального напитка бузы. ИА «Башинформ», 10 марта 2020 года (рус.) (Тикшерелеү көнө: 10 март 2020)
- ↑ В Башкирии отметили праздник национального напитка — бузы (рус.) (Тикшерелеү көнө: 21 март 2016)
- ↑ БСТ каналы: Учалылар буҙа ҡойоп, таҡмаҡ әйтте(недоступная ссылка) (Тикшерелеү көнө: 21 март 2016)
- ↑ Яратта буҙа ҡойоу мәктәбе эшләй. «Һаҡмар» гәзите, 2013, 19 июнь 2021 йыл 23 сентябрь архивланған. (Тикшерелеү көнө: 21 март 2016)