Талҡан (рус. талкан) — башҡорттарҙа милли ашамлыҡ, ваҡланған ашлыҡ ярмаһы.

Талҡан

Ашамлыҡтар

Авторы
Тыуған иле

Башҡортостан

Компоненттар
Төп

Ҡурмас[⇨]

Булыуы мөмкин

Емеш[⇨]

Оҡшаш аҙыҡтар

Талҡан бутҡаһы

Викимилектә медиафайлдар Талҡан

Ҡулланылышы

үҙгәртергә
  • Талҡан — туҡлыҡлы, көс биреүсе, дауалау үҙенсәлектәренә эйә ризыҡ[⇨], шуға күрә алыҫ сәфәрҙәргә алыр булғандар. Был милли ризыҡ менән туҡланған ата-бабаларыбыҙ быуын, умыртҡа һөйәге ауырыу­ҙарының ни икәнен дә белмәгән. Ысынлап та, был үҙенсәлекле ризыҡ­тың файҙаһы бик күп. Талҡанды эшкәртеү өсөн организм артыҡ энергия сарыф итмәй, сөнки бой­ҙайҙың туҡлыҡлы матдә­ләренең запасы 90 про­центҡаса ҡулланыуға яраҡлы әҙер формаға әйләнә: аҡһымдар — аминокислотаға, крахмал — глюкозаға. Шуға ла ул мейе үҫешенә яҡшы йоғонто яһай. Шәкәр диабеты менән ауырыусыларға талҡан файҙалы.
  • Талҡан — алтай, бүрәт, каҙаҡ, ҡырғыҙ, монгол, татар, сыуаш, хакас халыҡтарында таралған аҙыҡ.

Һоло. Ашҡаҙан эсәк эшмәкәренә ярҙам итә, тәндәге майҙың үҙләшеүендә ҡатнаша. Тире ҡатламына файҙалы, матдәләр алмашыныуын көйләй, организмды нығыта. Бойҙай. Бойҙай аҡһымында организмға кәрәкле аминокислоталар бар, углеводтар, клетчатка, фосфор, калий, кальций, магний, В1, Е витаминдары һәм башҡа файҙалы матдәләр етәрлек. Арыш. Арышта клетчатка күп, ул ашҡаҙан, эсәк юлдарын таҙарта, төрлө сирҙән һаҡлай. Арыш талҡаны ашағас, кеше үҙен туҡ хис итә, шуға күрә һимертмәй. Арпа. Калий, магний, фосфор һәм башҡа минераль матдәләргә, витамин[⇨] бай. Ҡандағы холестерин менән шәкәр кимәлен артмаҫҡа булыша.

Талҡанды ҡурмастан яһайҙар (Башҡортостандың Урал аръяғында, тау-урманлы Башҡортостанда, Көнбайыш һәм Көньяҡ Башҡортостанда, шулай уҡ, бешереп, киптергән бойҙай игененән, арыш, арпа ашлыҡтарынан, тары ярмаһынан, йәки, төрлө иген орлоҡтарынан ҡушҡылап ҡул тирмәне аша үткәрәләр.

Муйыл, ер еләге, сейә, ҡыҙыл эрем­сектән дә талҡан эшләргә була. Бигерәк тәмле килеп сыға. Уның өсөн йәй көнө махсус рәүештә был емештәрҙән эремсек эшләнә һәм, киптерелеп, сепрәк моҡ­сайҙа һаҡлана (дым тартырға тейеш түгел). Ҡыш көнө мейестә бер аҙ киптереп, ағас тирмәндә тарталар.

Һылтанмалар

үҙгәртергә