Брюгеман Альберт Фридрихович
Брюгеман Альберт Фридрихович (12 сентябрь 1925 йыл — 12 июль 2010 йыл) — ғалим-иҡтисадсы. Иҡтисад фәндәре докторы (1977), профессор (1978). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1978) һәм атҡаҙанған иҡтисадсыһы (1985).
Брюгеман Альберт Фридрихович | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Тыуған көнө | 12 сентябрь 1925 |
Вафат булған көнө | 12 июль 2010 (84 йәш) |
Һөнәр төрө | иҡтисадсы |
Эш урыны | ӨДНТУ |
Уҡыу йорто | ӨДНТУ |
Ғилми дәрәжә | иҡтисад фәндәре докторы[d] |
Биографияһы
үҙгәртергәАльберт Фридрихович Брюгеман 1925 йылдың 12 сентябрендә Волга буйы Немец АССР‑ы ның Палласовка станцияһы ҡасабаһында[1] (башҡа мәғлүмәттәр буйынса Царицын губернаһы Палласовка станцияһы, Кемеров өлкәһе Осинники ҡалаһы[2].) тыуған. Милләте буйынса немец. 1941 йылда милли сығышы буйынса репресиялана, Башҡорт АССР-ының Черниковка биҫтәһенә махсус поселениеға хөкөм ителә. 1956 йылдың 7 ғинуарында иҫәптән төшөрөлә[3].
1952 йылда Өфө дәүләт нефть техник университетын тамамлағандан һуң (ул ваҡытта ӨНИ) тамамлағандан һуң) Ишембай (ҡулайламалар начальнигы), Черниковка, Яңы Өфө (директор урынбаҫары) нефть етештереү заводтарында, «Башнефтехимзаводы» ПБ‑нда (генераль директоры урынбаҫары) эшләй[1]. 1973—2002 йылдарҙа ӨДНТУ‑ла уҡыта: 1973 йылдан алып — нефть эшкәртеү һәм нефтехимия сәнәғәте иҡтисады, ойоштороу һәм планлаштырыу кафедраһы мөдире, 1978—1986 йылдарҙа — инженерлыҡ-иҡтисад факультеты деканы.
2010 йылдың 12 июлендә Германияла вафат була[1]..
Фәнни эшмәкәрлеге
үҙгәртергәФәнни эшмәкәрлеге нефть эшкәртеү производствоһының һөҙөмтәлелеген күтәреү проблемаларын өйрәнеү менән бәйле. «Башнефтехимзаводы» ПБ (ҡара: Башҡортостан нефтехимия компанияһы) предприятиеларында Щёкин химкомбинаты тәжрибәһе нигеҙендә үткәрелгән Башҡортостан иҡтисади экспериментын ойоштороусыларҙың береһе[4].
100‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт авторы.
Төп ғилми хеҙмәттәре
- Башкирский экономический эксперимент. М., 1971 (авторҙаш).
- Качественное совершенствование производственного аппарата отрасли : Прогноз, оценка результатов, планирование. : Учебное пособие / Е. С. Докучаев, А. Ф. Брюгеман, Ю. М. Малышев; Уфимский нефтяной институт. — Уфа : УНИ, 1987;
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[1]
үҙгәртергә- Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1978)
- БАССР-ҙың атҡаҙанған иҡтисадсыһы (1985).
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 1,2 1,3 Брюгеман Альберт Фридрихович // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ Бабушкин, Бажанов, Белоусов… Архивы Великой отечественной войны 1941—1945
- ↑ Списки жертв
- ↑ 12 сентября " Вечерняя Уфа, официальный сайт газеты «Вечерняя Уфа»
Әҙәбиәт
үҙгәртергәС. М. Шакиров. БРЮГЕМАН Альберт Фридрихович. Башҡорт энциклопедияһы
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Брюгеман Альберт Фридрихович // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 9 сентябрь 2022)