Брацюк Николай Захарович
Брацюк Николай Захарович (19 май 1909 йыл — 23 июль 1943 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған хәрби хеҙмәткәр, танк батальоны командиры, майор. Советтар Союзы Геройы (1944, үлгәндән һуң).
Брацюк Николай Захарович | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Хеҙмәт итеүе | СССР |
Тыуған көнө | 19 май 1909 |
Тыуған урыны | Винницкий уезд[d], Подольск губернаһы[d], Рәсәй империяһы |
Вафат булған көнө | 23 июль 1943 (34 йәш) |
Вафат булған урыны | Залегощенский район[d], Орёл өлкәһе, РСФСР, СССР |
Ерләнгән урыны | Залегощенский район[d] |
Һөнәр төрө | хәрби хеҙмәткәр |
Сәйәси фирҡә ағзаһы | Советтар Союзы Коммунистар партияһы |
Хәрби звание | Майор |
Һуғыш/алыш | Хәсән күле алыштары[d], Бөйөк Ватан һуғышы, Харьковская наступательная операция 2 февраля – 3 марта 1943 года[d] һәм Курск һуғышы[d] |
Ғәскәр төрө | танк ғәскәрҙәре[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Юғалтыуҙың хәрби классификацияһы | яуҙа һәләк була[d] |
Биографияһы
үҙгәртергәНиколай Захарович Брацюк 1909 йылдың 19 майында Бритавка (хәҙер Винница өлкәһенең Чечельник районы) эшсе ғаиләһендә тыуа. Украин. 1922 йылда слесарь-машинист өйрәнсеге була. 1928 йылда Харьков ҡалаһында тау-быраулау техникумын тамамлай[1].
1928 йылда үҙ теләге менән Ҡыҙыл Армия сафына баҫа. Алыҫ Көнсығышта бронетанк ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итә. 1932 йылдан ВКП(б) ағзаһы. 1938 йылда Хәсән күле эргәһендәге алыштарҙа ҡатнаша. 1938 йылда — Горький хәрби-сәйәси училищеһын, 1943 йылда Бронетанк һәм механизацияланған ғәскәрҙәре хәрби академияһының офицерҙар составын камиллаштырыу курстарын тамамлай[1].
Бөйөк Ватан һуғышында 1943 йылдың февраленән ҡатнаша. 12-се танк корпусының 106-сы танк бригадаһы 305-се команда-танк батальоны менән командалыҡ итә. Воронеж һәм Брянск фронттарында һуғыша. Харьков операцияһында, Чугуев һәм Мерефа ҡалаларын азат итеүҙә, Курск дуғаһында Новосиль ҡасабаһы районында, Отрада һәм Золотарево станцияларындағы һуғыштарҙа ҡатнаша[1].
305-се танк батальонын ҡабул итеп алып, уның белемен һәм хәрби әҙерлеген күтәреү буйынса ҙур эш башҡара, һөҙөмтәлә батальон 106-сы танк бригадаһында 1-се урынға сыға[2].
1943 йылдың 19-23 июлендә майор Брацюк батальоны Орел өлкәһенең Отрада һәм Золотарево станциялары районында һөжүм итеп, дошмандың 8 танкыһын, 9 һөжүм ҡоралын, 4 бронемашинаһын, 12 пушкаһын, штурмлаусы орудиеһын, тиҫтәләгән миномет һәм пулеметын, йөҙләгән һалдатын һәм офицерын юҡ итә. Брацюк шәхсән 2 танк һәм 3 штурмлау орудиеһын сафтан сығара[1].
1943 йылдың 23 июлендә майор Брацюк Субботинский хуторы өсөн барған алышта һәләк була (Орел өлкәһе, Залегощенский районы)[1].
СССР Юғары Советы Президиумының 1944 йылдың 15 ғинуарындағы Указы менән «көрәш фронтында немец-фашист илбаҫарҙары менән алышта командованиеның хәрби заданиеларын өлгөлө үтәгәне һәм күрһәткән батырлығы, ҡаһарманлығы өсөн» майор Брацюк Николай Захаровичҡа «Советтар Союзы Геройы» исеме бирелә (үлгәндән һуң)[1].
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
үҙгәртергә- Советтар Союзы Геройы (1944 йылдың 15 ғинуары, үлгәндән һуң)[3]
- Ленин ордены (15 ғинуар 1944, үлгәндән һуң)
Хәтер
үҙгәртергәСубботинский утарында туғандар ҡәберлегендә ерләнгән[1].
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 1,2 1,3 1,4 1,5 1,6 Брацюк Николай Захарович . «Герои страны» сайты.
- ↑ Наградной лист Н. З. Брацюка с представлением к званию Героя Советского Союза, 23 августа 1943 года. ОБД «Подвиг Народа», номер записи в базе данных: 150004255 (фонд 33, опись 793756, единица хранения 7).
- ↑ Указ Президиума Верховного Совета СССР «О присвоении звания Героя Советского Союза генералам, офицерскому, сержантскому и рядовому составу Красной Армии» от 15 января 1944 года // Ведомости Верховного Совета Союза Советских Социалистических Республик : газета. — 1944. — 23 января (№ 4 (264)). — С. 1.
Өҙөмтә хатаһы: <references>
билдәләнгән "адм" исемле <ref>
тамға алдағы текста ҡулланылмай.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Герои Советского Союза: Краткий биографический словарь / Пред. ред. коллегии И. Н. Шкадов. — М.: Воениздат, 1987. — Т. 1 /Абаев — Любичев/. — 911 с. — 100 000 экз. — ISBN отс., Рег. № в РКП 87-95382.
- Нерсесян Н. Г. Киевско-Берлинский. — М.: ВИМО, 1974.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Брацюк Николай Захарович . «Герои страны» сайты.