Браузер
Бра́узер йәки веб-күҙәтеүсе (от ингл. web browser, МФА: [wɛb ˈbraʊ.zə(ɹ), -zɚ]; иҫкесә. бро́узер[1][2]) —веб-биттәр, веб-документтар эстәлеген, компьютер файлдарының һәм уларҙың каталогтарын ҡарап сығыу өсөн ; веб-ҡушымталар менән идара итеү; шулай уҡ башҡа мәсьәләләрҙе сисеү өсөн ғәмәли программа тәьминәте. Бөтә донъя селтәрендә браузерҙарҙы һорау ебәреү, эшкәртеү, манипуляция өсөн һәм веб-сайттарҙың эстәлеген күрһәтеү өсөн ҡулланалар. Хәҙерге браузерҙарҙың күп кенәһе FTP серверҙары менән файлдар менән үҙ-ара алмаша ала, шулай уҡ күп кенә график форматтар файлдары (gif, jpeg, png, svg), аудио-видео форматтар (mp3, mpeg), текст форматтары (pdf, djvu) һәм башҡаларҙың эстәлеген ҡарау өсөн ҡуллана алалар.
Браузер | |
Нигеҙләү датаһы | 1990 |
---|---|
Кана әлифбаһында исеме | ウェブブラウザ |
Булдырыусы | Тим Бернерс-Ли |
Нәшер ителеү ваҡыты | 20 декабрь 1990 |
Етештереү урыны | CERN[d] |
Реализует | Web API[d] |
ACM коды (2012) | 10003302 |
Ҡапма-ҡаршыһы | веб-сервер[d] |
Браузер Викимилектә |
Хәҙерге заманда информацион технологияларҙың тиҙ үҫеүе һәм тарарлыуы, компаниялар араһында конкуренцияның көслө булыуы барузерҙарҙың функцональ мөмкинлектәре киңәйеүгә һәм яҡшырыуға килтерә.
Браузерҙар , ғәҙәттә, бушлай таратыла. Браузер ҡулланыусыларға үҙаллы (автоном) ҡушымта йәки программа менән тәьмин итеү комплектында еткерелә. Мәҫәлән, Internet Explorer һәм Microsoft Edge браузерҙары Microsoft Windows операцион системаһы составында еткерелә; Mozilla Firefox — айырым йәки Linux дистрибутивтары составында (мәҫәлән, Ubuntu) ; Safari — Mac OS X операцион системаһы составында; Google Chrome, Opera һәм башҡа браузерҙар төрлө операцион системаларҙың күп варианттарында үҙаллы ҡушымта итеп еткерелә .
Үҫеш тарихы
үҙгәртергәТәүге веб-браузерҙы 1990 йылда сэр Тимом Бернерс-Ли эшләгән. Ул WorldWideWeb тип аталған, һуңыраҡ Nexus тип атала башлаған [3]. Ләкин тәүге киң таралған график интерфейслы браузер NCSA Mosaic була. Иң тәүгеләрҙән булған был барузерҙың тәүге коды асыҡ була, ҡайһы бер браузерҙар (Netscape Navigator һәм Internet Explorer) уның нигеҙен ала. Был браузерҙың етешһеҙлектәре лә була, ләкин улар барыһы ла тиерлек Netscape Navigator-ҙа бөтөрөлә. Netscape төрлө операцион системалар өсөн Netscape Navigator сығара (UNIX, Windows, Mac OS) һәм һиҙелерлек коммерция уңышы яулай. Был Microsoft компанияһын Internet Explorer браузерын сығарырға мәжбүр итә.
Netscape-тан айырмалы рәүешетә , Microsoft башта уҡ IE локалләштерелгән версияларын сығара. 1995 йылда Microsoft Windows 95 операцион системаһын сығара, уның эсенә браузер ҡуйып эшләнмәй, ләкин бер аҙҙан, система яңыртылған саҡта (Windows 95 OSR2) ул ҡуйыла (Internet Explorer 3.0) . Бынан тыш Microsoft үҙ браузерына тел киңәйтеү стандарттарын яраҡлаштырып булмай торған HTML өҫтәй, быны браузерҙар һуғышы башы тип тә атарға була, был һуғыш браузерҙар баҙарын Microsoft баҫып алыуына килтерә ( 95 % атыҡ) .
Баҙарҙы юғалтыу сәбәпе Netscape тауарын һатыу әҙәйә, уны AOL компанияһы һатып ала , Netscape браузерының сығанаҡ коды MPL (Mozilla Public License) ирекле лицензияһы менән сыға. «Mozilla» атамаһы башта уҡ Netscape браузерында була һәм Mosaic+killer тигәнде ҡыҫҡартыуҙан килеп сыға. Ләкин был кодты ҡулланмаҫҡа, уның урынына Netscape 6 өсөн өр яңы движок (Gecko) яҙыла . Яңы движок баштан уҡ стандарттарҙы тулыһынса тәьмин итеү хеҙмәтенә табан йүнәлеш ала, уның нигеҙендә һуңыраҡ Mozilla Suite комплектына инеүсе браузер, почта бите, IRC-клиент һәм веб- биттәр редакторы эшләнә.
Һуңыраҡ Mozilla Foundation компанияһында браузерҙы дөйөм пакеттан айырым еткерергә һәм үҫтерергә тигән ҡарар ҡабул ителә, һәм Mozilla Firefox проекты тыуа. Firefox бик күп IE -ла йәки башҡа браузерҙарҙа булмаған мөмкинлектәр бирә, һәм әкренләп популярлыҡ яулай[4].
IE браузерының баҙарҙа монополист булыуының башҡа яғы— Microsoft үҙ браузерын үҫтереү менән шөғөлләнеүҙән туҡтай тиерлек, 4-нән 6- сы версияға тиклем бөтөнләй тиерлек үҙгәрмәй: башҡа браузерҙарға ҡарағанда стандарттарҙы тәьмин итеү хеҙмәте (поддержка) насарыраҡ эшләй, ҡулланыу өсөн уңайлылыҡта ла, эш тиҙлеге, биттәрҙе күрһәтеү тиҙлеге буйынса ла артта ҡала. Microsoft компанияһы яңынан браузер менән шөғөлләнә башларға мәжбүр була, етенсе версия ҡайһы бер үҙгәрештәр менән сыға (өҫтәлмә биттәр) , стандарттарҙы тәьмин итеү хеҙмәте яҡшыртыла , эш тиҙлеге арта һәм уңайлыраҡ интерфейс эшләнә. 2009 йылдың 19 мартында Microsoft Internet Explorer-ҙың 8-се версияһын сығара[5], ә 2011 йылдың 14 мартында Internet Explorer-ҙың 9-сы версияһын һәм Яндекс, Mail.ru һәм Рамблер менән бергә Рәсәй баҙарында уны бик әүҙем тарата .
1995 йылда Opera браузеры килеп сыға. Башта Opera шартлы түләүһеҙ ПО (shareware) итеп таратыла, СНГ илдәрендә уның популяр булыуы һәм донъялағы башҡа илдәрҙә уның популяр булмауы бәлки шуның менән аңлатылалыр [4]. 2005 йылдан Opera ла бушлай таратыла башлай.
Браузерҙарға махсус, стандарт булмаған мөмкинлектәр өҫтәү булмаһа, браузерҙар һуғышы тик корпорацияларҙың коммерция эше генә булыр ине. Иң күп айырмалылыҡтар JavaScript-ҡа ярҙам хеҙмәте эшләгәндә күренә (документтарға интерактивлыҡ биреүсе сценарий теле). Бының һөҙөмтәһе шул- ҡайһы бер яңылыҡтар индерелгән сайттар иҫке барузерҙар менән насар эшләй башлай.
2008 йылда Google компанияһы үҙ браузерын сығара — Chrome, ул ирекле Chromium проектына нигеҙләнгән. Браузер Chrome браузерында ҡайһы бер яңылыҡтар бар ( өҙлөктәрҙе изоляциялау, «инкогнито» режимы). Windows XP, Windows Vista, Windows 7, Linux, BSD һәм Mac OS X өсөн версиялар сығарыла [6].
2009 йыл башында Microsoft яңы Gazelle тигән браузер сығара. Яңы браузер ресурстарҙы бүлеү принцибын ҡуллана, был күп ҡулланыусылы операцион системаларға тәғәйенләнә, Microsoft компанияһы хәүефһеҙлек арттырыуҙы ҡайғырта[7].
2009 йылдың сентябрендә Рәсәй хөкүмәте дәүләт ойошмалары өсөн үҙ браузерын эшләргә теләк бар икәнен белдерә, бының өсөн асыҡ конкурс иғлан итә. Opera менән Firefox «улар ҡулланыусылар тураһындағы мәғлүмәтте Google эҙләү системаһына бирә» тигән һылтау менән һайланмай ҡала, ә бит ике программа көйләгесендә лә ( настройкаһында) улар еңел генә һүндерелә. Эш Internet Explorer файҙаһына тамалана[8].
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ ГРАМОТА.РУ — справочно-информационный интернет-портал «Русский язык» | Справка | Справочное бюро 2008 йыл 9 июнь архивланған.
- ↑ ГРАМОТА.РУ — справочно-информационный интернет-портал «Русский язык» | Словари | Проверка слова
- ↑ Tim Berners-Lee: WorldWideWeb, the first Web client
- ↑ Microsoft для прессы Пресс-релиз Microsoft об Internet Explorer 8
- ↑ Страница закачки различных версий Google Chrome . Google. Дата обращения: 16 ғинуар 2010. Архивировано 22 август 2011 года.
- ↑ The Multi-Principal OS Construction of the Gazelle Web Browser . Microsoft Research (19 февраль 2009). Дата обращения: 5 апрель 2009. Архивировано 22 август 2011 года.
- ↑ Секретный интернет Ведомости, 25 сентября 2009
Һылтанмалар
үҙгәртергә«браузер» Викиһүҙлектә | |
«браузер» Викидәреслектә | |
«браузер» Викимилектә | |
«браузер» Викияңылыҡтарҙа |
- Браузеры Open Directory Project (dmoz) һылтанмалар каталогында.
- Статистика использования браузеров в Рунете
- Статистика StatCounter
- Статистика StatCounter за год в Европе