Ubuntu
Ubuntu (әйтелеше: «убу́нту») – иң таралған Linux дистрибутивтарының береһе.
Зулу теленән тәржемә иткәндә "убунту" һүҙе "кешелеклелек" тигәнде аңлата. Ubuntu Debian GNU/Linux проектынан килеп сыҡҡан. (Беренсе Ubuntu сығарылышы – 2004 йылдың 20 октябре)
Аҙаҡҡы Ubuntu сығарылышы - 2010 йылдың 10 октябрендәге 10.10 (Maverick Meerkat) өлгөһө. Ғәҙәттә 6 ай һайын яңы өлгөһө сыға. Ubuntu-ның төп ойошторыусоһы һәм спонсоры — Марк Шаттлворҫтың Canonical Ltd ойошмаһы. Күп телле, түләүһеҙ. Эшләүе өсөн 256 мегабайт RAM һәм дискта 3 Гигабайт буш урын кәрәк.
Дистрибутив:
- OpenOffice.org офис пакеты,
- Mozilla Firefox Интернет браузеры
- GIMP Графика мөхәррирләүсеһе.
Live-CD (Компьютерға ҡуймайынса эшләргә була) технологияһы менән ойошторолған.
Варианттары
үҙгәртергәБыл Linux дистрибутивтың үҙ варианттары ла сыға башланы - Xubuntu, Runtu, һ.б.
- UbuntuME (Möselman Edition) 2021 йыл 11 апрель архивланған. тураһында ла әйтергә кәрәк. Был йыйынтыҡта мосолмандар өсөн бик күп программалар бар.
Ubuntu тураһында
үҙгәртергә
Был тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып Википедия проектына ярҙам итә алаһығыҙ.
{{|bs}} {{|de}} {{|hr}} {{|it}} {{|ml}} {{|tt}} {{|uk}}