Бочкор Андреа Гейзовна
Бочкор Андреа Гейзовна (венгр Andrea Bocskor; 11 август 1978 (46 йәш), Берегово[d], Карпат аръяғы өлкәһе) — венгр сәйәсмәне. «Фидес — Венгрия союзы граждандары» партияһынан Европа парламенты депутаты (2014 йылдан алып). Карпат аръяғы венгр халҡының мәнфәғәтен яҡлай. Береговола (Карпат аръяғы өлкәһе) йәшәй. Венгр, инглиз, урыҫ һәм украин телдәрен белә[4].
Бочкор Андреа Гейзовна | |
мадьярса Bocskor Andrea | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Гражданлыҡ |
Венгрия Украина |
Тыуған көнө | 11 август 1978 (46 йәш) |
Тыуған урыны | Берегово[d], Карпат аръяғы өлкәһе, Украина Совет Социалистик Республикаһы, СССР |
Һөнәр төрө | сәйәсмән, университет уҡытыусыһы |
Биләгән вазифаһы | депутат Европейского парламента[d][1] һәм депутат Европейского парламента[d][1] |
Уҡыу йорто |
Закарпатский венгерский институт[d] Будапешт университеты[d] |
Ғилми дәрәжә | тарих фәндәре докторы[d] (2013) |
Әүҙемлек урыны | Страсбург һәм Брюссель |
Сәйәси фирҡә ағзаһы | Фидес — Венгерский гражданский союз[d] |
Участвовал в выборах | 2019 European Parliament election in Hungary[d][2] һәм 2024 European Parliament election in Hungary[d][3] |
Бочкор Андреа Гейзовна Викимилектә |
Биографияһы
үҙгәртергәБочкор Андреа Гейзовна 1978 йылдың 11 авгусында Карпат аръяғы өлкәһе Береговола тыуған. Карпат аръяғы венгр институтының филология бүлеген «инглиз теле» һөнәре буйынса тамамлай (2002). Аҙаҡ, Будапешт университетында уҡый. Ференца Ракоци II исемендәге Карпат аръяғы Венгрия институтында уҡытыу менән шөғөлләнә[4]. 2013 йылда Украина Фәндәре милли академияһының Украина тарихы институтында диссертация яҡлап, тарих фәндәре докторы булып китә[5].
2014 йылда «Фидес — Венгр союзы граждандары» исемлеге буйынса Европа парламентына депутат итеп һайлана. Бочкор Европа парламентының тарихта Украина гражданлығына эйә булған беренсе вәкиле булып тора. Европа парламентында Бочкор Карпат аръяғының венгр общиналары проблемалары менән шөғөлләнә[6]. 2014 йылдың авгусында Украинаның «Азатлыҡ» партияһынан халыҡ депутаты Тарас Осауленко Украинаның хәүефһеҙлек хеҙмәтенә Бочкорҙың «шпионлығына» ҡарата эшмәкәрлеген тикшереү үтенесе мөрәжәғәт итә[7]. 2019 йылда Бочкор Европарламентҡа ҡабаттан ағза итеп һайлана[4]. Бочкор мәғлүмәттәре 2020 йылда «Тыныслыҡ урынлаштырыусы» сайты базаһына индерелә. Бынан һуң Венгриянан Еврокомиссар Оливер Варгей Украина-ЕС Ассоциацияһы советы ултырышында Украина яғынан «Тыныслыҡ урынлаштырыусы» сайтының эшмәкәрлеген туҡтатыуҙы талап итә[8].
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 Members of the European Parliament, Членове на Европейския парламент, Diputados al Parlamento Europeo, Poslanci Evropského parlamentu, Medlemmer af Europa-Parlamentet, Mitglieder des Europäischen Parlaments, Euroopa Parlamendi liikmed, Βουλευτές του Ευρωπαϊκού Κοινοβουλίου, Députés au Parlement européen, Feisirí Pharlaimint na hEorpa, Zastupnici u Europskom parlamentu, Deputati al Parlamento europeo, Eiropas Parlamenta deputāti, Europos Parlamento nariai, Az Európai Parlament képviselői, Il-Membri tal-Parlament Ewropew, Leden van het Europees Parlement, Posłowie do Parlamentu Europejskiego, Deputados ao Parlamento Europeu, Deputații în Parlamentul European, Poslanci Európskeho parlamentu, Poslanci Evropskega parlamenta, Euroopan parlamentin jäsenet, Europaparlamentets ledamöter (билдәһеҙ)
- ↑ http://www.valasztas.hu/listak_ep2019
- ↑ https://vtr.valasztas.hu/ep2024/valasztopolgaroknak/jelolo-szervezetek/jeloltek/1263651
- ↑ 4,0 4,1 4,2 Берегівчанка Андреа Бочкор продовжить діяльність в Європарламенті (укр.). Голос Карпат (28 май 2019). Дата обращения: 11 март 2021.
- ↑ Про затвердження рішень Атестаційної колегії Міністерства освіти і науки, молоді та спорту України щодо присудження наукових ступенів і присвоєння вчених звань від 28 березня 2013 року (укр.).
- ↑ Гражданка Украины стала депутатом Европарламента (укр.) (3 июль 2014).
- ↑ "Свобода" подозревает евродепутатку из Закарпатья в шпионаже (1 август 2014).
- ↑ Шантаж с "Миротворцем": как комиссар от Венгрии срывал договоренности Украины и ЕС (15 февраль 2021).