Борки (Тербун районы)

Липецк өлкәһе Тербун районындағы ауыл

Борки — Липецк өлкәһе Тербун районындағы ауыл. Борки — ауыл биләмәһе үҙәге. Олым йылғаһы ҡалҡыулығында, Кесе Борки ауылынан түбәнерәк, урынлашҡан.

Борки
Дәүләт  Рәсәй[1]
Административ үҙәге Борки ауыл Советы[d][1]
Административ-территориаль берәмек Борки ауыл Советы[d][1]
Сәғәт бүлкәте UTC+3:00[d]
Халыҡ һаны 531 кеше (2010)[2]
Диңгеҙ кимәленән бейеклек 160 метр
Майҙан 2,7 км²
Почта индексы 399531
Урындағы телефон коды 47474
Карта

Ауыл Олым йылғаһы кисеүе урынында нигеҙләнгән, ошо ерҙә, риүәйәттәр буйынса, Алтын Урҙа өсөн яһаҡ тупланған булған. 1673 йылғы документтарҙа Борки ауыл булараҡ билдәләнгән, ә һуңғараҡ, 1778 йылда, ауылда сиркәү булғаны күрһәтелгән.

Атамаһы борок — имән һүҙенән алынған..

Борки ауылында XVIII быуатҡа ҡараған готик стилендәге парк һәм йорт һаҡланып ҡалған.

Борок усадьбаһы (Борок замогы)

үҙгәртергә

Ауылда Борок Усадьбаһы бар, уны шулай уҡ Борок замогы тип йөрөтәләр. Ул Липецк өлкәһендә XIX быуаттың аҙаҡҡы сирегенә ҡараған берҙән-бер инглиз готик стилендәге архитектура ҡомартҡыһы (төбәк) архитектура ҡомартҡыһы булып һанала. Замок авторы — XIX быуат аҙағы — XX быуат башында билдәле Петербург архитекторы Александр Иванович фон Гоген. ХХ быуат башында усадьбаға иимператор Николай II-ҙың ике туған ҡустыһы бөйөк кенәз Андрей Владимирович хужа була.

Борки ауылы Бөйөк Ватан һуғышы осоронда

үҙгәртергә
 
Борки. Туғанлыҡ ҡәберлеге

1942 йылдың йәйендә Курск өлкәһе Тербуны районында немец илбаҫарҙарына ҡаршы тиңһеҙ һуғыш бара. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының бик күп яугиры ошо районда, атап әйткәндә, Борки ауылында, ғәзиз башын һала. 1968 йылдың 9 майында ауыл үҙәгендә Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған яугирҙарға һәйкәл асыла. Мемориал композияһының үҙәгендә — совет һалдатының монументаль скульптураһы: яурынына мылтығын һалған, тулы обмундирование кейемендәге һалдат аяуһыҙ һуғыш михнәттәренә ҡаршы торорға әҙер һәм һәләк булған яуҙаштары алдында башын эйгән. Гранит плиталарында яуҙан ҡайтмаған ауыл кешеләренең исемдәре яҙылған. Мемориал шулай уҡ Борки ауылы тирәһендә алыштарҙа һәләк булған һәм ошонда Туғанлыҡ ҡәберлегендә һуңғы төйәген тапҡан яугирҙарҙың исемдәрен мәңгеләштерә[3].

Ҡыҙыҡлы факттар

үҙгәртергә

Ауылдың иң боронғо өлөшө Бельбека атамаһын йөрөтә (Ҡырымда иң ҙур йылға исеме). Урындағы легендаға ярашлы, ҡырым ханы Белбек 1555 йылда бында туҡтап киткән, ваҡытлыса ошонда йәшәгән, татарҙарҙың төп көстәре Борки ауылынан 90 саҡрымда ятҡан Судбищи ауылында ҡыйратылған була.

Билдәле шәхестәр

үҙгәртергә
  • Музыкант, романстар авторы М. Н. Офросимов (1840 йылда тыуған)

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә