Большов Леонид Александрович

Большов Леонид Александрович (23 июль 1946 йыл) — СССР һәм Рәсәй физигы, РФА академигы (2016), Рәсәй Фәндәр академияһының атом энергетикаһының хәүефһеҙ үҫеше проблемалары институтының атом энергетикаһы өлкәһендә белгесе, директоры, хәҙер ғилми етәксеһе (1991 йылдан).

Большов Леонид Александрович
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 23 июль 1946({{padleft:1946|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:23|2|0}}) (78 йәш)
Тыуған урыны Мәскәү, СССР
Балалары Анна Леонидовна Большова[d]
Һөнәр төрө физик
Эшмәкәрлек төрө ядро энергетикаһы
Эш урыны Курчатов институты
Уҡыу йорто МДУ-ның физика факультеты[d]
Ғилми исеме профессор[d] һәм РФА академигы[d]
Ғилми дәрәжә физика-математика фәндәре докторы[d] (1982)
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Батырлыҡ ордены СССР дәүләт премияһы медаль «В память 850-летия Москвы» Почёт ордены Дуҫлыҡ ордены Фән һәм техника өлкәһендәге Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте премияһы орден Александра Невского

Биографияһы

үҙгәртергә

Леонид Александрович Большов 1946 йылдың 23 июлендә Мәскәүҙә тыуған[1]. 1964 йылда 2-се урта мәктәпте тамамлай[2].

1970 йылда Мәскәү дәүләт университетының физика факультетын тамамлай[1]. 1973 йылда кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлай[1].

1982 йылда — докторлыҡ диссертацияһы яҡлай[1].

1970 йылдан алып 1973 йылдар буйынса И. В. Курчатов исемендәге атом энергияһы институтында (Мәскәү) инженер, кесе ғилми хеҙмәткәр булып эшләй[1].

1973 йылдан алып 1991 йылдар буйынса — Курчатов исемендәге атом энергияһы институты филиалында эшләй (Троицк ҡалаһы Мәскәү өлкәһе) — кесе ғилми хеҙмәткәр, 1975 йылдан — төркөм начальнигы, 1978 йылдан — өлкән ғилми хеҙмәткәр, 1982 йылдан — лаборатория начальнигы[1].

1991 йылдан атом энергетикаһының хәүефһеҙ үҫеше проблемалары институты директоры[1].

Чернобыль АЭС-ындағы авария эҙемтәләрен бөтөрөүҙә ҡатнаша (1986).

Ҡыҙы — Анна Леонидовна Большова (1976 йылғы) — Рәсәй театр һәм кино артисы. Мәскәүҙең маҡтаулы сәнғәт эшмәкәре (2014).

Фәнни эшмәкәрлеге

үҙгәртергә

Фәнни эшмәкәрлегенең төп йүнәлештәре: ҡаты есемдәрҙең өҫкө йөҙө физикаһы, нурланыштың матдәләр менән тәьҫир итешеүе теорияһы, һыҙыҡлы булмаған оптика, лазерлы термоядро синтезы физикаһы, атом энергетикаһы хәүефһеҙлеге проблемалары, АЭС-тарҙағы ауыр аварияларҙы һәм уларҙың эҙемтәләрен анализлау.

Мәскәү физика-техник институтының заманса хәүефһеҙ энергетик технологиялар үҫеше мәсьәләләре кафедраһы мөдире.

300-гә яҡын ғилми хеҙмәт, шул иҫәптән бер нисә монография авторы.

Ижтимағи эшмәкәрлеге

үҙгәртергә

1997 йылда Рәсәй Фәндәр академияһының ағза-корреспонденты итеп һайлана.

2016 йылда Рәсәй Фәндәр академияһы академигы була.

Фәнни ойошмаларҙа ағзалығы

  • Рәсәй Фәндәр академияһының энергетиканың физика-техник проблемалары бүлеге бюро ағзаһы
  • Рәсәй Фәндәр академияһының атом энергетикаһы буйынса ғилми советы рәйесе урынбаҫары
  • РФА-ның техник фәндәр буйынса координация советы ғилми секретары
  • Рәсәй ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының фәнни-техник советы ағзаһы
  • Европа реконструкция һәм үҫеш банкыһы янындағы ядро хәүефһеҙлеге буйынса эксперт төркөмө ағзаһы
  • «Атом энергияһы» журналының редколлегия ағзаһы.

Бүләктәре

үҙгәртергә
  • СССР Дәүләт премияһы (1988) — «Исследование процессов термической десорбции нейтральных и заражённых частиц на поверхности твёрдых тел» эштәр циклы өсөн (1965—1984)
  • «Мәскәүҙең 850-йыллығы иҫтәлегенә» миҙалы (1997)oem
  • Батырлыҡ ордены (1997) — Чернобыль АЭС-ында авария эҙемтәләрен бөтөрөүҙә күрһәткән батырлығы һәм фиҙакәрлеге өсөн[1]
  • Почет ордены (2006) — хеҙмәт уңыштары һәм күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте өсөн
  • Дуҫлыҡ ордены (2013)
  • Рәсәй Федерацияһының фән һәм техника өлкәһендә хөкүмәт премияһы (бер төркөм ғалимдар составында, 2014 йыл өсөн) — Рәсәйҙең Төньяҡ-Көнбайышында ядро эҙемтәһен юҡ итеүҙең ғилми-техник нигеҙен эшләгәне һәм мәғлүмәт-аналитика тәьминәте өсөн[3]
  • Александр Невский ордены (2019) — күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте һәм фән үҫешенә ҙур өлөш индергәне өсөн[4]

Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының, Росэнергоатомдың, Росатомдың ведомство наградаларына һәм почетлы күкрәк билдәләренә эйә[1]

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә