Болгария флагы
Болгария флагы — дәүләт символдарының береһе, яҡтары 3:5 булған дүртмөйөшлө туҡымала өс горизонталь тигеҙ буйлы һыҙаттарҙан тора: өҫкө өлөшө — аҡ, уртаһы — йәшел һәм аҫҡы өлөшө — ҡыҙыл.
Болгария флагы | |
![]() | |
Нигеҙләү датаһы | 16 апрель 1879 |
---|---|
Дәүләт | Болгария |
Юрисдикция таралышы | Болгария |
Жанр | Горизонталь өс буйлы флаг[d] |
Соотношение сторон | 5:3[d] |
Төҫ | Аҡ, Йәшел һәм Ҡыҙыл төҫ |
Һүрәтләнгән объект | поле[d] |
![]() |
Флаг төҫтәре һәм уларҙы мәғәнәһеҮҙгәртергә
Төҫ | Аҡ | Йәшел | Ҡыҙыл |
---|---|---|---|
HTML төҫтәре | #FFFFFF | #00966E | #D62612 |
ТарихҮҙгәртергә
Тәүге тапҡыр аҡ, йәшел һәм ҡыҙыл һыҙатлы флагты Беренсе болгар легионы 1861-1862 йылдарҙа ҡуллана, әммә уларҙың флагында төҫтәр урынлашыу тәртибе хәҙергегә ҡарағанда, башҡаса була: өҫтә — йәшел, уртаһында — аҡ, аҫта — ҡыҙыл. Шундай уҡ флаг, әммә төҫтәр кире тәртиптә урынлаша, Филлип Тотюҙың ирекле отряды Серб-төрөк һуғышында 1876-1877 йылдарҙа файҙаланыла. 1870 йылдарҙа йәшел-аҡ-ҡыҙыл триколоры Болгар революцион үҙәк комитетының флагы булып китә. 1879 йылдың 16 апрелендә беренсе болгар конституцияһының 23 статьяһында аҡ-йәшел-ҡыҙыл триколор Болгарияның флагы итеп раҫлана . 1947 йылдан алып 1990 йылға тиклем флагтың кантонында Болгар халыҡ республикаһының гербы урынлаша. 1990 йылда яңы конституцияһына ярашлы, герб флагтан алып ташланыла. Шулай итеп, флагтың нисбәте лә үҙгәрә: 2:3-тән 3:5-кә.
- Тарихи флагтар