Бойчев Игорь Николаевич
Бойчев Игорь Николаевич (10 июль 1927 йыл — 14 июль 1999 йыл) — инженер-технолог, СССР дәүләт премияһы лауреаты (1974).
Бойчев Игорь Николаевич | |
Файл:Бойчев И Н(ИУII).jpg | |
Тыуған көнө | |
---|---|
Тыуған урыны |
Өфө ҡалаһы, БАССР |
Вафат булған көнө | |
Вафат булған урыны |
Өфө ҡалаһы |
Гражданлығы | |
Эшмәкәрлеге |
сәнәғәт технологиялары |
Наградалары һәм премиялары | |
Биографияһы
үҙгәртергәИгорь Николаевич Бойчев 1927 йылдың 10 июлендә Өфө ҡалаһында тыуған.
1949 йылда Өфө авиация институтын тамамлай.
Эш урыны: Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе, 1949 йылдан алып инженер-технолог, өлкән инженер-технолог, 1952 йылдан цех начальнигы урынбаҫары, 1956 йылдан — бүлек начальнигы, 1961 йылдан — цех начальнигы, 1966 йылдан — М-412 двигателдәрен етештереү буйынса директор урынбаҫары, 1988—1990 йылдарҙа — инженер-конструктор.
Бойчев Игорь Николаевич етәкселегендә яңы етештереү ҡеүәттәре булдырыла һәм М-412 автомобиль двигателдәрен күпләп етештереү буйынса юғары механизацияланған һәм автоматлаштырылған производство ойошторола. СССР‑ҙың Дəүлəт премияһы лауреаты (1974). Хеҙмəт Ҡыҙыл Байраҡ (1971), «Почёт Билдəһе» (1966) ордендары менән бүлəклəнгəн. 1999 йылдың 14 июлендә Өфө ҡалаһында 72 йәшендә вафат була.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
үҙгәртергә- СССР Дәүләт премияһы (1977)
- Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1971)
- «Почёт билдәһе» ордены (1966)
- миҙалдар.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Башҡорт энциклопедияһы 2014 йыл 2 февраль архивланған.
- Урал энциклопедияһы 2014 йыл 2 февраль архивланған.